Ғүмәров Рауил Ғатаулла улы
Ғүмәров Рауил Ғатаулла улы (24 декабрь 1911 йыл — 15 август 2003 йыл) — рәссам. Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1936—1941 һәм 1945—1971 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең художество мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1962). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Рауил Ғатаулла улы Ғүмәров1911 йылда 24 декабрендә Өфөлә тыуған.
1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы (1961).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[1]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (15.07.1944)[2]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (17.07.1943)[3]
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1962)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Һылтанмалар
- Ғүмәров Рауил Ғатаулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2021)
- Гумеров Рауль Гатауллович