Ғүмәров Әхмәт-Ясауи Әҙеһәм улы

Ғүмәров Әхмәт-Ясауи Әҙеһәм улы (рус. Гумеров Ахмет-Ясави Адигамович; 17 (29) сентябрь1895 йыл8 декабрь 1937 йыл) — дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының эске эштәр буйынса халыҡ комиссары (1921—1922).

Биографияһы

Ғүмәров Әхмәт-Ясауи Әҙеһәм улы 1895 йылдың 17 (29) сентябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районы) Иҫке Айыу ауылында тыуған. Шул уҡ ваҡытта башҡа сығанаҡтарға ярашлы, уның тыуған ере — Стәрлетамаҡ өйәҙенең Шәрәй ауылы тип күрһәтелгән[1][2]. Милләте башҡорт[3].

Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, подпоручик, полк командиры була. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда большевиктар яғында була.

1921 йылдың ноябренән 1922 йылдың июленә тиклем — Башҡорт АССР-ының эске эштәр буйынса халыҡ комиссары.

1925 йылдан Бәләбәй кантоны прокуроры ярҙамсыһы була. Һуңыраҡ Башҡорт дәүләт нәшриәтендә тәржемәсе-мөхәррир булып эшләй.

1937 йылдың 27 июлендә респрессияға тарттырылып, ҡулға алына. 58-2, 58-7, 58-8, 58-10, 58-11 статьялары буйынса хөкөм ителә. 1937 йылдың 8 декабрендә атыла.

1956 йылдың июлендә аҡланған.

Иҫкәрмәләр

  1. Гумеров Ахмед-Ясавий Адигамович // Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991 гг.
  2. Гумеров Ахмед-Ясавий Адигамович(недоступная ссылка) / Народные комиссары и министры внутренних дел Башкортостана. Официальный сайт МВД по Республике Башкортостан.
  3. Гумеров Ахмет-Ясави Адигамович / Книга памяти Республики Башкортостан.