Ғүмәров Айнур Мансур улы

Ғүмәров Айнур Мансур улы (6 ноябрь 1986 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. Республика инженер лицей-интернаты дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы, Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Республикала олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһына (АНОД) нигеҙ һалыусы һәм химия буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы тренеры. Химия фәндәре кандидаты. 2024 йылғы Президент һайлауҙарында Рәсәй Федерацияһы Президенты посына кандидат Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе.

Биографияһы

Айнур Мансур улы Ғүмәров 1986 йылдың 6 ноябрендә тыуа. 2009 йылда — Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын, 2013 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институтын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2013 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәген Органик химия институтының биоорганик химия һәм катализ лабораторияһында кесе ғилми хеҙмәткәр булып башлай һәм 2016 йылға тиклем шунда эшләй.

2009 йылдан алып Республика инженер лицей-интернатында химия фәнен уҡыта. Химия буйынса төрө кимәлдәге олимпиадалар еңеүселәрен әҙерләй, шул иҫәптән — Вадим Харисовты.

2018 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университетында өлкән уҡытыусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почёт рамотаһы
  • «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» билдәһе
  • 2010—2018 йылдарҙа химия буйынса мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы еңеүселәрен һәм призерҙарын әҙерләгән өсөн БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары
  • 2015—2018 йылдарҙа химия буйынса мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы призерҙарын әҙерләгән өсөн БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары
  • 2017 йылда химия буйынса мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы еңеүсеһен әҙерләгән өсөн БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты
  • «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектының «Һәләтле йәштәргә дәүләт ярҙамы» йүнәлеше буйынсапремия лауреатын әҙерләгәне өсөе БР Мәғариф министрлығы Дипломы (2016)[1].

Ғилми хеҙмәттәре

  • Sakhautdinov. I. M., Malikova R. N., Biglova Yu. N., Khusnutdinov R. A., Gumerov A. M., E. M. Khamitov A. M., Ivanov S. P., Yunusov M. S. Cyclopentene-fused [C60]-fullerenes: synthesis and electrochemical properties // J. IRAN. CHEM. SOC. — 2018. — Vol. 15, № 9 — PP. 1975—1985.
  • New Synthetic Method for the Racemic form of the Bean Weevil Acanthoscelides obtectus Male Pheromone // Chem. Nat. Compd. — 2018. — Vol. — 54, № 3. — PP. 622—623.
  • Sakhautdinov, I. M.; Gumerov, A. M.; Malikova, R. N.; Fatykhov, A. A.; Yunusov, M. S. Synthesis of New Pyrazole-Methylmaleopimarate Conjugates // Chem. Nat. Compd. — 2016. — Vol 52, № 4. — PP. 651—655.
  • Гумеров А. М., Ягудин А. С. Наставничество в олимпиадном движении: опыт народного учителя РФ Агадуллиной Л. К. // Фундаментальная математика и ее приложения в естествознании: тезисы докладов X Международной школы-конференции студентов, аспирантов и молодых ученых, посвященной 100-летию первого декана математического факультета БашГУ Зигандара Иргалеевича Биглова (Уфа, 16-20 октября 2018 г.). Уфа: РИЦ БашГУ, 2018. С.351.
  • Ягудин А. С., Мурзабекова А. Б., Гумеров А. М., Шадрина А. Э., Теляшев Э. Г., Максутов З. А. Регенерация катализатора среднетемпературной изомеризации в сверхкритических условиях.. В книге: Актуальные вопросы современного химического и биохимического материаловедения Материалы V Международной молодежной научно-практической школы-конференции. Башкирский государственный университет; отв. ред. О. С. Куковинец. 2018. С. 340—341.
  • Агадуллина Л.К, Гумеров А. М., Ягудин А. С. Урок доброты //Учитель Башкортостан — 2018 — № 7 — с. 88-92.

Иҫкәрмәләр

  1. Гумеров Айнур Мансурович. aygumer.tilda.ws. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2024.