Харисов Вадим Камил улы

Харисов Вадим Камил улы (рус. Харисов, Вадим Камилович; 2006 йылдың 1 авгусы, Межгорье, Башҡортостан Республикаhы) — Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты. Химия буйынса IV Халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе.

Биографияһы

Вадим Харисов 2006 йылдың 1 авгусында Башҡортостан Республикаһының Межгорье ябыҡ ҡалаһында тыуа. Өс йәшендә һанарға өйрәнә, биш йәшендә уҡый башлай. Атаһы улында спортҡа һөйөү тәрбиәләргә тырыша, шуға күрә Вадим футбол, хоккей уйнарға ла өлгөрә, бералыш менән шөғөлләнә, бейей. Шулай уҡ өҫтәл теннисы уйнай һәм тренажёрҙарҙа шөғөлләнә. Компьютер уйындарын да уйнай, әммә ваҡытын сикләй. 7-се синыфта химия менән ҡыҙыҡһына башлай, дәрестән һуң өҫтәмә эштәр ала. 13 йәшендә химияны ныҡлап өйрәнер өсөн Өфөгә Республика инженер лицей-интернатына килә[1].

Лицейҙа остазы, Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы (АНОД) ойоштороусыларының береһе булған химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров алып барған түңәрәккә йөрөй. Химия буйынса үҫмерҙәр араһында республика олимпиадаһында (Химия буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы аналогы, әммә 7-8-се синыфтар өсөн) ҡатнаша. Даими рәүештә «Сириус» белем биреү үҙәге программаларының, йәйге химия мәктәптәрененң һәм төрлө ярыштарҙың ҡатнашыусыһына әйләнә. Химия буйынса ике тапҡыр Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһе була, Менделеев олимпиадаһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, 2023 йылда Цюрихта химия буйынса 55-се Халыҡ-ара олимпиадала беренсе урын яулай.

Уҡыусының уңыштарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та баһалай, ул йәш химикка Хөкүмәттә урын тәҡдим итә, бындай «башлы» кешеләр республикаға кәрәк, тип билдәләй. Әммә Вадим карьера урынына фәнде һайлай[2].

2024 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын: химиянан 97 балға, математиканан 95 балға һәм рус теленән 72 балға тапшыра. Бындай һөҙөмтәләр, өҫтәүенә бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаларында еңеүҙәр яулаусы булараҡ, илдең барлыҡ юғары уҡыу йортон һайлай ала. Әммә ул Башҡортостанда ҡалыуҙы уп күрә һәм Өфө дәүләт нефть техник университетына инә[3].

2025 йылдың 15-17 октябрендә Ашхабадта, Махтумкули исемендәге Төркмән дәүләт университетында үткән юғары уҡыу йорттары студенттары араһында Химия буйынса IV Халыҡ-ара олимпиадала беренсе урын алып, алтын миҙалға лайыҡ була[4][5].

Ғаиләһе

Әсәһе — Зөлхиҙә Табип ҡыҙы Харисова. Ир туғаны бар.