Ғүмәров Фәрит Риф улы

Ғүмәров Фәрит Риф улы (23 ноябрь 1962 йыл) — инженер, математик, техник фәндәр кандидаты. Полковник[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2006). Салауат Юлаев (2021), генерал Шайморатов[2] (2022) ордендары кавалеры. «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы» (2023). Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[3][4].

undefined

Биографияһы

Фәрит Риф улы Ғүмәров 1962 йылдың 23 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Йүкәлекүл ауылында тыуа.

1980—1985 йылдарҙа А. Ф. Можайский исемендәге хәрби инженер институтында белем алып, осоу аппараттары менән идара итеү системаһының инженер-электригы һөнәрен алып сыға. Артабан 1999 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә. Бер үк ваҡытта М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлай (1990), математик һөнәренә эйә була, техник фәндәр кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1999 йылда бер ни тиклем Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса 411-се уҡыу-методик үҙәк начальнигы булып эшләй. Артабан 2002 йылғаса Башҡортостан Республикаһының Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының етәксе составты, формированиеларҙы әҙерләү һәм халыҡты уҡытыу буйынса бүлек начальнигы булып эшләй. 2002—2009 йылдарҙа ведомство Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы тип үҙгәртелгәс, унда шул уҡ бүлекте, секторҙы етәкләй. Һуңынан бер йыл самаһы ошонда уҡ халыҡты хәүефһеҙ тормошҡа әҙерләү һәм ойоштороу-мобилизация эше секторы мөдире була. Аҙаҡтан 2015 йылғаса Өфө ҡалаһы ҡала округының Граждандарҙы яҡлау идаралығы филиалы директоры урынбаҫары булып эшләй.

2016—2023 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе[5][6].

2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе Һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе[3][4].

Ғилми эшмәкәрлеге

Сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеге проблемалары буйынса 20 фәнни эш авторы[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

2010—2011 йылдарҙа БР Башлығы Хакимиәтенең БР Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы аппаратының Террорға һәм наркотиктарға ҡаршы эшмәкәрлекте координациялау буйынса бүлек мөдире, һуңынан 2015 йылға тиклем Коллегиаль органдарҙың эшен ойоштороу һәм наркотиктарға ҡаршы эшмәкәрлекте координациялау буйынса бүлек мөдире була[3][4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» күкрәк билдәһе (1998)
• Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Почёт грамотаһы (2003)
• РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы-Урал төбәк үҙәгенең Почёт грамотаһы (2003)
• «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» (2006)
• «Ҡотҡарыу эшен пропагандалаған өсөн» РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы (2007)
• «Батырлыҡ өсөн» миҙалы күкрәк билдәһе (2010)
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2020)
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты (2020)
Салауат Юлаев ордены (2021)
• Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәте (2022)
• Луганск Халыҡ Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2022)
Генерал Шайморатов ордены (2022)
• «Граждандар оборонаһына 90 йыл» РФ Ғәҙәттән тыш министрлығының иҫтәлекле миҙалы (2022)[3][4]
• «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы»[7] (2023).