Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге (рус. Уфимский федеральный исследовательский центр Российской академии наук) — Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ҡалаһында урынлашҡан төбәк ғилми үҙәге. 1951 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы булараҡ ойошторола. 2017 йылдан бөгөнгө атамаһын йөрөтә.

Тарихы

  • 1951 йыл. СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы (СССР ФА БФ) ойошторола. Составы: Биология институты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Тау-геология институты, иҡтисади тикшеренеүҙәр секторы һәм химия секторы. 
  • 1961—1963 йылдар. СССР Фәндәр академияһында барған үҙгәртеп ҡороуҙар барышында СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы учреждениеларының күпселеге СССР Фән һәм техника буйынса дәүләт комитетына тапшырыла. 
  • 1967 йыл. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы тергеҙелә. Составы: Геология институты, Химия институты, Биология институты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, биохимия һәм цитохимия бүлеге, иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге.
  • 1987 йыл. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы СССР Фәндәр академияһының Урал үҙәгендәге Башҡортостан фәнни үҙәге итеп үҙгәртелә. 
  • 1992 йыл. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге үҙаллы төбәк фәнни үҙәге статусын ала.
  • 2017 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге.
undefined

Төп подразделениелары

Президиум рәйестәре

Билдәле ғалимдары

Әҙәбиәт

  • Известия Уфимского научного центра РАН [6]
  • Республика, склоненная над книгой. Башкирский филиал АН СССР. // Башкирия за полвека. Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969.
  • Кузеев Р. Г. Наука в Башкирской АССР сегодня и завтра. Уфа: Издательство Башк. респ. орг. об-ва «Знание», 1980.
  • Ильгамов М. А., Саитова М.А. Академическая наука Башкортостана // Вестник РАН. М., 2000. - Т. 70, № 6.
  • Халфин С. А., Юсупов Р. Г. Академическая наука в Башкортостане: становление и развитие (1951—2001 гг.). Уфа, 2006.

Өҫтәлмә факт

  • 2026 йылдың мартында Рәсәй почтаһы Өфө Федераль тикшеренеүҙәр үҙәге бинаһы төшөрөлгән конверт сығара, ул ғилми учреждениеның 75 йыллығына бағышлана. Маркалы конверттың тиражы 100 мең дана[7]

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Постановление Президиума РАН «О председателе Учреждения Российской академии наук Уфимского научного центра РАН» № 72 от 13 апреля 2011 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 апрель 2011. Архивировано 16 июль 2021 года.
  2. ↑ Председателем Уфимского федерального исследовательского центра РАН избран Ахат Мустафин. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026. Архивировано из оригинала 28 февраль 2019 года.
  3. ↑ Руководство Уфимского федерального исследовательского центра РАН. Мартыненко Василий Борисович. Руководитель, доктор биологических наук. Федеральное государственное бюджетное научное учреждение Уфимский федеральный исследовательский центр Российской академии наук. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  4. ↑ Б. М. Миркин. Мартыненко Василий Борисович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (16 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  5. ↑ Поздравляем Василия Мартыненко с избранием руководителем УФИЦ РАН. Башкирский государственный педагогический университет им. М.Акмуллы. Официальный сайт (28 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  6. ↑ http://www.sciencerb.ru/# 2017 йылдың 24 ғинуар көнөндә архивланған.
  7. ↑ Галина Бахшиева. В РФ выпущен конверт с изображением Уфимского исследовательского центра РАН. ИА «Башинформ» (27 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026. (рус.)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә