Кәримов Ҡәүи Кәрим улы
Ҡәүи Кәрим улы Кәримов (рус. Кави Каримович Каримов; 1947 йылдың 15 ғинуары, Яңғыҙнарат (Тәтешле районы), Башҡорт АССР-ы — 2026 йылдың 30 марты, Өфө) — СССР һәм Рәсәйҙең фән һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре, тарихсы-ғалим. 1986 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988 йылдан ситтән тороп уҡыу буйынса, 1993—1997 йылдарҙа уҡытыу-тәрбиә эше буйынса проректор, 1999—2008 йылдарҙа башҡорт филологияһы факультеты деканы; 2010 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993), СССР‑ҙың (1990) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
Биографияһы
Кәримов Ҡәүи Кәрим улы 1947 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Тәтешле районы Яңғыҙнарат ауылында тыуған. Шәжәрәһе 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Алпаев Зөлҡәрнәй Сәлимкәй улына барып тоташа[1].
1969 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1969 йылдан Тәтешле урта мәктәбендә, ә 1972 йылдан Бөрө педагогия институтында уҡытыусы булып эшләй. 1982 йылда «Социализм төҙөү шарттарында Башҡорт АССР-ында фәндең үҫеше» (рус. «Развитие науки в Башкирской АССР в условиях строительства социализма») темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1986 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй:
- 1988 йылдан ситтән тороп уҡыу буйынса проректор вазифаһын үтәй,
- 1993—1997 йылдарҙа уҡытыу-тәрбиә эше буйынса проректор вазифаһын үтәй,
- 1999—2008 йылдарҙа башҡорт филология факультеты деканы вазифаһын башҡара.
2000 йылда «ХIХ быуаттың икенсе яртыһы — ХХ быуаттың беренсе яртыһында Башҡортостанда фәндең үҫеше» (рус. «Развитие науки в Башкортостане, вторая половина ХIХ — первая половина ХХ вв.») темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
2009 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президентының ярҙамсыһы була.
2010 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡытыусы булып эшләй.
Ғалим 2026 йылдың 30 мартында Өфө ҡалаһында вафат була[2][3].
Фәнни эшмәкәрлеге
Кәримов Ҡәүи Кәрим улы — 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 6 монография һәм уҡыу әсбабы авторы. Уның фәнни хеҙмәттәре XVIII—XX быуаттарҙа Башҡортостанда фәндең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш проблемаларына бағышланған.
Хеҙмәттәре
- Развитие науки в Башкирской АССР в условиях строительства социализма : диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.02. — Уфа, 1982. — 222 с.
- Наука Башкирии в строительстве социализма / под ред. Р. Г. Ганеева. — Уфа : Башкирское кн. изд-во, 1986. — 156 с.
- Вехи развития науки в Башкортостане / Башк. гос. пед. ин-т. — Уфа : БГПИ, 1997. — 19 с.
- Наука в дореволюционном Башкортостане. — Уфа, 1999.
- Очерки истории культуры Башкортостана (1917—1997 гг.). — Уфа, 1999
- Наука Башкортостана в годы Великой Отечественной войны / Р. Г. Ганеев, К. К. Каримов; М-во образования Рос. Федерации. Башк. гос. пед. ин-т. — Уфа : Изд-во БашГПИ, 1999. — 38 с. (авторҙаш)
- Развитие науки в Башкортостане, вторая половина ХIХ — первая половина ХХ вв. : диссертация … доктора исторических наук : 07.00.02. — Уфа, 2000. — 551 с.
- Роль науки в открытии месторождений нефти в Башкортостане в годы Великой Отечественной войны // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. — 2006. — Т. 11, № 4. — С. 55-64.
- Развитие науки в Башкортостане: вторая половина XVIII — первая половина XX в. / Российская акад. наук, Уфимский науч. центр, Ин-т истории, яз. и лит. [и др.]. — Москва : Наука, 2008. — 523 с. ISBN 978-5-02-035959-8
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1990)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993)
- Башҡортостан Республикаһының белем биреү отличнигы (1997)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессональ белем биреү хеҙмәткәре (2006)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хазиахметов У. К. История возникновения с. Ялгыз-Нарат и родословные его жителей. — 2017. — С. 121. — 210 с. — ISBN 978-5-9500457-8-3.
- ↑ Ушел из жизни историк Кави Каримович Каримов. БГПУ им. М. Акмуллы. Официальная страница в ВК (31 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Инсаф Хужабирганов. В Уфе ушел из жизни известный историк Кави Каримов. ИА «Башинформ» (1 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Кәримов Ҡәүи Кәрим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2022)
- Каримов Кави Каримович // Официальный сайт Академии наук Республики Башкортостан.