Арский ташы (ял базаһы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«Арский ташы» ял базаһы

Арский ташыРәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Сосновка ауыл советы биләмәһендәге ял базаһы. Ағиҙел йылғаһының уң ярында, Белорет тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 11 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. «Баштур» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте составына инә[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Турбаза 1932 йылда «Арский ташы» ял йорто булараҡ асыла, 1972 йылдан Бөтә Рәсәй әһәмиәтендәге турбаза, 2002 йылдан хәҙерге статусына эйә. Туристик иҫтәлекле урында «Арский ташы» ял йорто ауылы барлыҡҡа килә, 2007 йылдан Арский Таш ауылы[2].

1975 йылда илдә тәүге тапҡыр «Арский ташы» ял йорто базаһында ҡышын ат менән санала йөрөү һәм йәйге һыбайлы маршруттар асыла, улар буйынса са күп көнлөк походтар ойошторола. 1985—1991 йылдарҙа ҡаргиҙәрҙәрҙә походтар үткәрелә[3].

Бөгөнгө көнө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ял базаһының ике корпусы һәм 240 урынлы йәйге коттедждары, спорт залы, туристик ҡорамалдар һәм саңғы прокаты пункты, күңел асыу комплексы, медицина пункты, ашханаһы, мунсаһы һәм тау саңғыһы трассаһы бар. Белорет районының Новобельский һәм Шығай ауылдарында йыл әйләнәһенә эшләгән 40-ар урынлыҡ «туристик приюттар» — ял базаһы бүлексәләре булдырылған[1].

Велосипед, һыу, йәйәүле һәм саңғы походтары, Белорет ҡалаһына экскурсиялар ойошторола[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]