Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары — Республика биләмәһендәге тарихи һәм иҫтәлекле урындар. Бындайҙар иҫәбенә мәмерйәләр, файҙалы ҡаҙылмалар сығанағы, геологик асыҡ урындар, шарлауыҡтар, ҡаялар, оҙаҡ йәшәгән ағастар, һирәк осрай торған борондан һаҡланған ағаслыҡтар, урмандар, күлдәр, шишмәләр, йырындар һәм башҡалар инә. Улар һәр районда тиерлек бар.

Архaнгель районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ләмәҙ йылғаһының уң ярында Атыш шарлауығы бар. Уның бейеклеге 4 метрҙан ашыу, киңлеге 6 метрға етә. Ә тәрәнлеге 10 метрҙан ашыу. Бындай шарлауыҡ — Башҡортостанда бик һирәк осрай торған тәбиғи һәйкәл. Кавказда осраған шарлауыҡтарҙан үҙенең текә бағана яһауы менән айырылып тора.

Кесе Аҫҡын йылғаһында Архангелдән көньяҡтараҡ Аҫҡын мәмерйәһе бар. Мәмерйәлә һәр саҡ һыуыҡ. Унда боҙ сталагмиттар бар. Мәмерйәнең «Ҙур зал» тип аталған бүлмәһендә 17 боҙ сталагмит үҫкән. Ҡайһы берҙәренең диаметры 2,8 метрға, бейеклеге — 8—11 метр. Залдың оҙонлоғо 104 метр, иңе — 62 метр.

Ауырғазы районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ауырғазы йылғаһының яр буйында Ҡорманай мәмерйәһе бар. Был тәбиғи һәйкәлде Ҡорманай мәмерйәләре тип йөрөтәләр. Был мәмерйәләр академик экспедициялар өсөн бынан 250 йыл элек үк билдәле булған. Ошоғаса фән өсөн әһәмиәтен юғалтмаған һәм һаман да тикшерелә. Мәмерйәләге күлдең һыуын ауыл халҡы сәй өсөн кереп ала.
  • Тағы ла Бишҡайын мәмерйәһе бар. Ҡояш бик ныҡ ҡыҙҙырған ерҙә урынлашҡан, тәрәнлеге биш кенә метр. Ә һәр саҡ боҙ һалҡынлығын һаҡлай. Шуның өсөн серле мәмерйә тәбиғәт һәйкәле исемлегенә керә.
  • Өсҡатлы соҡоро. Был тәбиғәт ҡомартҡыһы геологтар өсөн бик әһәмиәтле. Уның төбөндә табылған һоро күмерҙә боронғо үҫемлек эҙҙәре табылған. Һоро күмерҙең сәнәғәт яғынан әһәмиәте бик аҙ. Ә ер тарихын яҡшы һаҡлаған.

Баймаҡ районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәҙелша шарлауығы. Ирәндек тауы битендә урынлашҡан. Һикәлтәле шарлауыҡ. Иң бейеге 12 метр. Ҡалған икеһенең бейеклектәре 7-шәр метр.

Ирәндек тауы.

Талҡаҫ күле.

Һаҡмар һыуһаҡлағысы

Баҡалы районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Баҡалы ауылынан 5-6 саҡрым алыҫлыҡта биш гектар майҙанды биләгән ҡарағайлыҡ бар. Уны 1812 йылда ултыртҡандар. Был ҡарағайҙарҙың буйы 30 метрҙан ашыу. Унан башҡа йәшерәк ҡарағайлыҡтар байтаҡ. Ҡарағайлыҡта шифалы үҫемлектәр бик күп. Ҡайһы бер урындарында ҡырҡлап төр үҫемлек осратырға мөмкин.

Бәләбәй районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Жуковка ауылы эргәһендә 420 йәшлек ҡарағай бар. Йыуанлығы 4 метрҙан ашыу, буйы 30 метрҙан бейегерәк. Ауыл халҡы һөйләүенә ҡарағанда, уның оҙонлоғо әлегегә ҡарағанда ике тапҡырға оҙонораҡ булған. Йәшен атҡан вағытта һынған.
  • Шулай уҡ район биләмәһендә 1899 йылда ултыртылған ҡарағайлыҡ бар. Һәр төрлө үҫемлектәр үҫә.

Белорет районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ямантау — Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәһе. Абсолют бейеклеге — 1640 метр. Ямантауҙың итәктәрендә үҙенсәлекле үҫемлектәр бар. Уларҙы Башҡортостанда үҫкән һәр төрлө ағас, үләндәрҙең иң әрһеҙҙәре тип атарға мөмкин. Сөнки Ямантауҙа бик көслө дауылдар була. Ҡайһы саҡ тотош урмандарҙы аҡтарып ташлай. 1962 йылдағы көслө дауыл тау итәгендә үҫкән уҫаҡ урманының 80 процентын юҡ иткән. Тау башында һәр саҡ ел булғанлыҡтан, бөжәктәр юҡ кимәлендә. Уларҙы елһеҙ ваҡытта ғына осратырға мөмкин. Тауға күтәрелә барған һайын ағастар ҙа, ҡоштар ҙа, бөжәктәр ҙә, үҫемлектәр ҙә төрлөләнә бара.

  • Ҡыҙылъяр мәмерйәһе — Оло Инйәрҙең уң яғында урынлашҡан. Мәмерйәнең эсендә тәрәнлеге 13 метр булған ҡоҙоҡ бар. Күлдәр бик күп. Мәмерйәнең оҙонлоғо 100 метрға етә һәм күл менән тамамланып ҡуя.

Арский ташы. Был ҡая янында туристик база бар. Белорет ҡалаһынан 20 саҡрым алыҫлыҡта. Ерҙең боронғо тарихы, үткән быуаттарҙағы йөҙө менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн дә, геологтар өсөн дә бында йәнең теләгән асыштар алырға була.

  • Себер кедрҙары урманы — Белорет ҡалаһынан алты км алыҫлыҡта. Ул 1906 йылда ултыртылған. Ике гектар майҙанды биләй. Йыл һайын сәтләүек бирә.
  • Асы минераль сығанаҡтары. Сығанаҡтарҙа төрлө минераль ҡатнашмалар бар. Быуыны һыҙлаған, хәрәкәтһеҙ ҡалған, нерв ауырыуҙарынан дауаланырға кешеләр килә.

Асы ауылынан йыраҡ түгел, Юрмаш йылғаһының уң як ярында ятҡан ҡыҙғылт төҫтәге ҙур таш өйөмдәрен Йәшен ташы тип атайҙар. Элек-электән тирә-яҡтағы башҡорттар араһында, әгәр ҙә шул таштарға һуҡһаң йәки яңылыш тейһәң — йәшен йәшнәй, тигән ырым йәшәп килә. Бөгөнгө көндә бик күп туристарҙы йәлеп итә.

Бишбүләк районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кожай -Мaксимовка ауылы эргәһендә боронғо ҡарағай урманы һаҡлана. Бында ике йөҙҙән ашыу боронғо ҡарағай үҫә. Уларға хәҙер 190—195 йыл. Бейеклектәре 25—30 метр тирәһе. Ҡарағайлыҡ бик матур.

Бөрө районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡаланан дүрт саҡрым алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһы ярҙарында шифалы шишмәләр атылып сыға. Был шишмәләр бәләкәй генә йылғаға әйләнеп, Ағиҙелгә ҡоя һәм Бөрө минераль сығанаҡтары исемен алған.
  • Шулай уҡ ҡаланан өс саҡрым алыҫлыҡта Ағиҙелдең һул яҡ ярында Шәмсетдин тигән күл бар. Ул йылғаның боронғо ағышынан һаҡланып ҡалған, уның һул яҡ яры туғайындағы иҫке үҙән. Күлдең тирә-яғы бик матур. Балыҡлы, Шәмсетдин күле ярында Бөрө ял йорто урынлашҡан.
  • Бөрө ял йорто янындағы ҡарағай урмандары ла тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә керә. Улар ҙа бик боронғо. 100—200 йыл йәшәгән ҡарағайҙар бар.
  • 1915 йылда урмансы С. Я. Саломатин 1,62 га ергә имән үҫентеләре ултырттыра. Бөгөнгө көндә был имәнлек ғәжәп ҡиммәтле урманға әйләнгән. 1965 йылдан айырым һаҡлауға алына.
  • Уржум ауылы янында ике минераль сығанаҡ бар. Улар ҡыш көнө лә туңмай.

Благовещен районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Был районда 1892 йылда ултыртыла башлаған ҡарағайлыҡ бар.

Бөрйән районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шүлгәнташ мәмерйәһе.

Борай районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Был районда Ҡайынлыҡ ауылы эргәһендә боронғо ҡарағайлыҡ һаҡланған. Унда 120 йәшлек мөһәбәт ҡарағайҙар үҫә.

Ғафури районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район ғорурлығы булып Тоҙйылға минераль сығанаҡтары тора. Унда 250-гә яҡын шифалы сығанаҡ иҫәпләнә. Эргәһендә Красноусольский шифаханалары төҙөлгән һәм уңышлы эшләйҙәр.
  • Аҡкүл. 1000 гектар майҙан биләй. Оҙонлоғо −5, арҡырыһы 1.5—2 км тирәһе. Күлдә сазан селбәрәләре үрсетелә. Күл тирәһендә ҡиммәтле тиреле йәнлектәр күп.
  • Еҙем урман хужалығына ҡараған Еҙем йылғаһының ярында урынлашҡан Толпар ауылы ҡасабаһында 230 га ултыртылған аҡ шыршы урманы үҫә. Был урман Көньяҡ Уралдың көньяҡ сигендә урынлашҡан бешмәк-аҡ шыршы үҫентеләре.
  • Башҡортостандың ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбендә 1,5 га биләгән Ҡотлоғужа ауылы тирәһендәге майҙан - аҡбур.

Дәүләкән районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алға сульфат-кальций минераль сығанағы.
  • Асылыкүл. оҙонлоғо — 8 км, иңе 5 км, тәрәнлеге 5—6 метрҙан артмай. Башҡортостандағы иң ҙур күл.

Дыуан районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йүрүҙән йылғаһы буйындағы Сабаҡай ҡаяһы. Мөһабәт ҡая, серле мәмерйәләр. Ул ҡаянан Йүрүҙән иҫ киткес матур күренә.

Дүртөйлө районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Районда матурлығы менән дан алған Венеция тигән ауыл бар.

Ейәнсура районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шайтантау. Был тау Ейәнсура, Хәйбулла, Йылайыр райондары буйлап һуҙылған. Бына ошо тау янында урмаг һәм дала тоташҡан.

Төп мәҡәлә

Йылайыр районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡыҙҙарбиргән ауылы янында ҡарт ҡарағайҙар урманы. Уларҙың ҡай берҙәренә 700 йыл.

Иглин районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Эҫем йылғаһы буйында Кузнецовка ауылынан 1,5 км көнбайыштараҡ Ҡыуышты мәмерйәһе бар. Был мәмерйә аша Ҡыуышты йылғаһы аға. Мәмерйәнең оҙонлоғо 600 метрға яҡын, 4 залдан тора, бейеклеге 12 метрға еткән урындары бар.
  • Ағиҙелдең уң яҡ ярындағы Охлебинин мәмерйәһенең киң залында ер аҫты һыуҙарының ағышын күҙәтеп була. Шул яғы менән ул айырыуса әһәмиәтле. Охлебинин мәмерйәһе эргәһендә боронғо ҡала ҡалдыҡтары бар.
  • Охлебинин ауылынан 4 км түбәндә, Ағиҙел йылғаһының уң ярында Ҙур ҡалпаҡ тигән үҙенсәлекле ҡая ҡалҡҡан. Ағиҙел йылғаһы өҫтөндә һерәйеп торған был ҡая битендә бер нәмә лә үҫмәй. Ә ҡая итәгендәге үҫемлек донъяһы бик бай.
  • Ҡалтыман һаҙлығы данлыҡлы. Һаҙлыҡта төрлө ҡоштар оялаған. Һаҙҙы ҡаплап алған үҫемлек донъяһы ла иғтибарға лайыҡлы, һаҙлыҡта мүк еләге (клюква) күп.
  • Иглин урман хужалығында 1904—1911 йылдарҙа уҡ ҡарағай урманына нигеҙ һалынған. Хәҙер ул һәр өрлө үҫемлектәргә бай булған тәбиғи урманға әйләнгән.
  • Оло Теләктә республика балалар санаторийы эшләй.

Илеш районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Илеш районында дан ҡаҙанған ҡарағай урманы бар. Был — тәбиғи урман. Ул Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярын биләй. Урман эсендә һәр төрлө үҫемлектәр, үләндәр үҫә.
  • Чуй-атас ауылы эргәһендә бынан 5 — 6 миллион йыл элекке осорға ҡараған балыҡ эҙе тороп ҡалған балсыҡ сланецтар һаҡланған. Был балыҡ һөлдәләре хәҙерге ваҡытта Каспий диңгеҙендә йөҙгән балыҡтарҙы хәтерләтә.
  • Таш шишмә ауылында Муса Гәрәйевтең Йорт-музейы, Үрге Йәркәй ауылында Тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй.

Ишембай районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хажы мәмерйәһе Шиҙе йылғаһы ярында. Ғалимдар күптән инде уға иғтибар иткән һәм тикшеренеү алып барған. Мәмерйә ҙур түгел, оҙонлоғо 120 метрҙан артмай. Унда сталактиттар, сталагмиттар һаҡланған. Тик улар ныҡ ыҫланған. Оҙаҡ ваҡыттар буйы бында кеше йәшәгәнлеге һиҙелеп тора.

Ҡырмыҫҡалы районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гипс ҡатламынан барлыҡҡа килгән мәмерйәләрҙең береһе — Ҡарлыман мәмерйәһе. Ҡарлыман йылғаһы бассейнында, Иҫке Ҡарлыман ауылынан 4 км көньяҡҡа табан урынлашҡан. Ул — сағыштырмаса йәш мәмерйә. Ҡарлыман мәмерйәһе эргәһендә һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫә.
  • Иҫке Ҡыйышҡы ауылының тирә-яғында бик матур күлдәр бар. Шуларҙың араһынан Ҡыйышҡы күле бик үҙенсәлекле, сөнки ул Ағиҙелдең боронғо ағышында барлыҡҡа килгән һәм йылға үҙәне рәүешен һаҡлаған. Шуның өсөн дә бөйөк урыҫ яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаков был күл хаҡында яҙғанда, уның төҙөлөшөнә ныҡ иғтибар итә. Яҙыусы шулай уҡ күл буйында үҫкән имәндәргә лә туҡталып китә. Имәндәрҙең мөһабәтлеге һәм оҙаҡ йәшәгәнлеген билдәләп үтә ул. «Башҡорттар ошо ерҙең хужалары, ти атайым, йөҙ йыл һайын имәнгә тамға һала барғандар. Атайым миңә был тамғаларҙы күрһәтте… Атайым, ун ике тамғалы имән күргәнем булды, тине, тимәк, ул имәнгә 1200 йәш булған…» — тип яҙа Аксаков.

Ә хәҙер күл буйында имәндәр юҡ. Бер нисә тирәк кенә ултыра. Күл әле лә балыҡлы, тик улары ла бик әҙ ҡалған инде.

Краснокама районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостандың иң төньяғында урынлашҡан Краснокама районында ҡарағай урмандары яҡшы һаҡланған. Краснокамск урман хужалығы ҡарағайлыҡты һаҡлау сараһын күрә. Шыршылыҡтар ҙа, йүкәлектәр ҙә һаҡлана. Сөнки был урмандарҙа һирәк осрай торған шифалы үҫемлектәр бар.
  • Райондың төрлө урындарында бер нисә санаторий-профилакторий эшләй.

Көйөргәҙе районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡаҙлайыр йылғаһының һул яҡ ярында Яҡут ауылынан ике километр үрҙәрәк Яҡут тоҙло сығанағы бар. Сығанаҡтың тирә-яғында шифалы ҡойо барлыҡҡа килгән. Халыҡ сығанаҡтың тоҙло һыуы һәм ҡойо менән дауалана. Ревматизмдан һ. б. сирҙәрҙән килешә.
  • Ермолаевкалағы парк
  • Наҡаҫбаш зоология заказнигы дәүләт һағында иҫәпләнә
  • Туғай Кинйәһе ауылы эргәһендә Кинйә мәмерйәҙе бар
  • Туғай Кинйәһе ауылында мемориал комплекс төҙөлгән
  • Икесе Кинйәбыҙҙа Кинйә Арыҫланов музейы төҙөлдө

Мәләүез районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Үҙенең төҙөлөшө, геологик яҡтан өйрәнеү өсөн ҡыҙыҡлы булыуы һәм башҡа үҙенсәлектәре менән был районда Ҡотоҡ соҡорлоғо иғтбарға лайыҡ. Уны ғалимдар тәбиғи музей-лабораторий тип атайҙар. Унда ер аҫтына инеп юғалған Ҡотоҡ-сумған йылғаһы ла, Күк күл дә, Ҡотоҡсумған мәмерйәһе лә бар. Ә мәмерйәнең эсендә — Үрҙә аҫылмалы күл, боҙ бағаналар.
  • Нөгөш йылғаһының уң яҡ ярындағы Ҡусҡар тип аталған заказнигында һирәк осрай торған йәнлектәр йәшәй. Э шифалы үҫемлектәрҙең иһә республикала билдәле булған һәр төрлөһөн табырға була, тиһәк тә яңылыш булмаҫ.
  • Тағы ла Күперле йылғаһы аша «һалынған» тәбиғи күпер бар. Күперҙең иңе — 4, оҙонлоғо — 35, ә бейеклеге — 20 метр.
  • Күперле шарлауығы ла һоҡланғыс матур. Нөгөш йылғаһы ҡойған Тор йылғаһы үҙәнендә, Верхотор ауылынан 4 километр түбәндә Ромадановка тип аталған йырын (соҡор) бар. Ул да тәбиғи һәйкәл итеп һаҡлана, сөнки унда боронғо ағастарҙың эҙҙәре ҡатып ҡалған таштар, ҡомташтар табыла. Нөгөш һыуһаҡлағысы киң билдәле.
  • Воскресенскиҙа М. В. Нестеров исемендәге художестволы музейҙың филиалы эшләй.
  • Смаҡ ауылында Динис Бүләковҡа музей асылды.

Нуриман районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Был райондың Нимесләр ауылы эргәһендә, Ағиҙел йылғаһының боронғо үҙәнендә Упҡын күле хасил булған. Күл үҙенсәлекле: фәҡәт уның ярында ғына ике төрлө һыу сәтләүеге үҫә. Урал һыу сәтләүеге тип аталғаны — ошо ер өсөн генә хас үҫемлек. Ул — бик ҡиммәтле аҙыҡ. Күлдең яры төрлө шифалы үҫемлектәргә бай.
  • Район үҙәге Красная горканан 30 километр алыҫлыҡта Саруа тип йөрөтөлгән ҡасаба бар. Уға яҡын ошо уҡ исемдә күл-шишмә урынлашҡан. Был күл-шишмәнән Саруа йылғаһы башлана. Күл-шишмә ғәжәп матур, әйләнә-тирәһе төрлө үҫемлеккә бай. Йылға бер нисә тапҡыр ер аҫтына сумып сыға.
  • Ҡыҙыл шишмә — донъяла карст сығанаҡтарының иң ҙуры. Ул — үҙенең барлыҡҡа килеүе менән дә һирәк осрай торған күренеш, һыуҙың температураһы һәр саҡ 4 — 5 градус йылылыҡта. Тик яҙ көнө ҡар һыуҙары ҡушылған саҡта ғына бер аҙ һыуына. Ҡыш көнө яр буйҙарында боҙ селтәрҙәре барлыҡҡа килә, ә уртала томан хасил була.
  • Нимесләр ауылы эргәһендә 500 йылдан ашыу йәшәгән йүкә үҫә. Ул бик бейек, шуның өсөн уны борондан солоҡсолоҡ өсөн файҙаланғандар һәм нәҫелдән нәҫелгә ҡалдыра килгәндәр. Бейеклеге 40 метрға еткән, тик йәшен һуҡҡас, ҡыҫҡара төшкән. Ә олон әйләнәһе — 3 метр 80 сантиметр.
  • Яңы күл ауылында Баһау Нуриманов музейы эшләй. Шулай уҡ Нуриман районында Павловка ГЭС-ы төҙөлгән.

Салауат районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Янғантау —
Янғантау — планетала берҙән-бер янар тау. Ер аҫтынан туҡтауһыҙ йылылыҡ сығарып ятыусы бындай тау башҡа бер ҡайҙа ла юҡ. Янғантау тураһында «Урал батыр» эпосынан юлдарҙы табып уҡығыҙ. Башҡорт халҡы ул тау хаҡында күптән белгән, дауаланыу өсөн дә файҙаланған, ә фәнгә ул 1770 йылдың май айынан академик П. С. Паллас аша билдәле.
Был тауҙа хәҙер «Янғантау» курорты эшләй. Ә курорттан өс километр самаһы көньяҡтараҡ Ҡорғаҙаҡ сығанағы бар. Уның һыуы файҙалы. Ҡыш та туңмай. «Кургазак» һыуы ошо сығанаҡтан тултырыла. Ҡорғаҙаҡ йылғаһы Әйгә ҡушыла. Ошо тамаҡта Ҡорғаҙаҡ мәмерйәһе лә хасил булған. Башҡа мәмерйәләрҙән айырмалы рәүештә бында ҡоро.
  • Ҡорғаҙаҡ —
  • Лаҡлы йылғаһы үҙәнендә Лаҡлы мәмерйәһен дә академик П. С. Паллас беренсе башлап тикшерә. Мәмерйәнең ҙур залы бар. Уның оҙонлоғо — 72, иңе — 45, ә бейеклеге — 19 метр. Артабан оҙон коридор китә һәм бер-бер артлы тағы залдар теҙелә.
  • Әй йылғаһының һул ярында Ҡапҡа-Таш тип аталып йөрөтөлгән тәбиғәт тыуҙырған таш ҡапҡа һаҡланған. «Һаҡланған» тип әйтеү бик үк дөрөҫ тә булмаҫ, сөнки ул тәүҙә мәмерйә булғандыр. Мәмерйәнең эс яғы емерелеп, тыш яғы ҡапҡа рәүешен алып ҡалғандыр.
  • Лағыр һаҙлығы — уйһыу һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы, Әй йылғаһы бассейнында урынлашҡан.

Стәрлебаш районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡарағош менән Табылды ауылдары араһында республикала иң ҙур сейәлек урынлашҡан. Ҡырағай йәки дала сейәһе тип аталған был емештең аҙыҡ булыу яғынан ғына түгел, ә фән өсөн дә әһәмиәте ҡиммәтле. Был сейәлек ҡоролоҡҡа сыҙамлы, йыл һайын емеш бирә, ҡыуаҡтары тәпәшәк кенә булғанлыҡтан, ҡар аҫтында ҡалып, һыуыҡҡа ла бирешмәй.

Стәрлетамаҡ районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яры буйлап уникаль тауҙар теҙелгән. Тип-тигеҙ далала ҡалҡып сыҡҡан шихандар улар: Йөрәктау,Ҡуштау, Шәкетау, Торатау. Донъяла башҡаса ундай тауҙар юҡ. Үҙенсәлекле был тәбиғи һәйкәлдөрҙе бик ҡәҙерләп һаҡларға кәрәк. Әммә Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты өсөн Шахтау ҡаҙылып бөттө. Хәҙер Торатауға ҡул һуҙа башланылар. Был тауҙарҙың битендә лә, тирә-яғында ла үҙенсәлекле шифалы үҫемлектәр күп. Фәҡәт ошо урын өсөн генә хас үҫемлектәр ҙә бар бында. Фән ундайҙарҙы эндемик тип атай. Әл биттә, үҙенсәлекле тупраҡта дарыу өсөн бик файҙалы үҫемлектәрҙең булыуы ғәжәп түгел. Тик уларҙы һаҡларға кәрәк.

Туймазы районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡандракүл Асылыкүлдән ҡала ҙурлығы буйынса икенсе күл һанала. Ләкин байтаҡҡа тәрәнерәк. Карст сығанағы иҫәпләнә. Күлдең әйләнә-тирәһендә йөҙҙән ашыу төр үҫемлек үҫә. Күл дең уртаһында утрау ҡалҡҡан. Ундағы үҫемлектәр донъяһы бай, үҙенсәлекле. Күлде ҡыр ҡаҙҙары төйәк ләп китә, өйрәктәр ҙә күп, ә ярҙарында төрлө ҡоштар ҙың һайрауы күңелде наҙлай. Балыҡтың да бик күп төрҙәре үрсей был күлдә.
  • Туймазы ҡалаһынан егерме километр көнбайышта Мәҡсүт ауылы менән Мәскәү ауылдары араһында Ыҡ мәмерйәһе урынлашҡан. Унда «Ьыулы», «Боҙло» «Яңы» тип йөрөтөлгән өс мәмерйә тоташ китә. Тик мәмерйәләрҙе «Туймазынефть» промыслалары ныҡ бысратҡан.
  • Ҡандра тимер юл станцияһы эргәһендә 1911—1914 йылдарҙа уҡ ултыртылған ҡарағайлыҡтар үҫә. Дөйөм майҙаны — 11 гектар.
  • Туймазы урман хужалығы шулай уҡ имәндәр ҙә ултыртҡан. Улар ҙа һаҡлауға мохтаж. Имәндәрҙең тәбиғәт өсөн файҙаһын ботаника дәрестәренән беләһегеҙ. * Верхнетроицк ауылы янында ҡарағаслыҡ урманы ла ултыртылған, ул тәбиғи урманға әйләнеп бара.

Өфө районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әгәр ҙә һеҙгә дендропарк тигәнде ишетергә тура килһә, нимә икән, тип аптырамағыҙ. Дендро — грек телендә, ағас тигән һүҙ. Тимәк, гилми тикшеренеү өсөн үҫтерелгән ағастарҙан торған парк. Баш ҡалабыҙҙың Өфө районында Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғалары ҡушылған урындағы ҡалҡыулыҡта Непейцово дендропаркы бар. Унда йөҙҙән ашыу урындағы ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫә. Шулай уҡ башҡа зоналарҙан килтерелеп ултыртылған ағас һәм ҡыуаҡтар ҙа күп. Ул паркка 1923—1924 һәм 1937—1941 йылдарҙа нигеҙ һалына.
  • Ағиҙел йылғаһының уң ярында, Өфө ҡалаһының бер яҡ ситендә — Мосолмандар зыяраты. Ул бынан ике йөҙ йылдан ашыу элек барлыҡҡа килгән. Зыярат бик таҙа тотола. Ҡәберлектәр тәрбиәле. Унда халҡыбыҙҙың иң күренекле кешеләре ерләнгән. Зыярат эсендә төрлө үҫемлектәр, шул иҫәптән эндемиктар ҙа үҫә.
  • Йоматауҙа этнография музейы эшләй.

Учалы районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Учалы районы үҙенең Өргөн күле менән данлы. Ул тәрән түгел, әммә оҙонлоғо 4 километрға, арҡырыһы 2,5 километрға етә. Күл тирәһе һәр төрлө үҫемлектәргә, ә күл үҙе балыҡҡа бай. Уның ярында «Өргөн» ял йорто ойошторолған Был районда Вознесенск ауылы эргәһендә Ҡара-ғайлыкүл бар. Уны Ворожеич тип тә йөрөтәләр. Күл балыҡлы, матур тәбиғәтле, үҫемлеккә бай. Шуның өсөн тәбиғәт һәйкәле тип иғлан ителгән.
  • Көсөк ауылында Муса Мортазин музейы эшләй. Ахун, Өргөн, Илтенбай ауылдарында ял йорттары ойошторолған.

Шишмә районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шөңгәккүл тип аталған үҙенсәлекле күл бар Шишмә районында. Күл эргәһендә генә Ябалаҡлы тигән башҡорт ауылы урынлашҡан. Шиңгәк тигән һүҙҙең мәғәнәһе «шиңә», «шиңә лә ҡуя», «шиңеүсе күл» тигәнде аңлаталыр, моғайын. Сөнки был күлдең һыу менән даими туйыныр урыны юҡ. Кәмеп тә китә, ҡар һыуҙары аға башлаһа, тағы тулылана. Ә ҡышын бик ҡаты боҙ ҡаплай үҙен. Үтә ныҡ сыҙам булған табан балығы ғына ҡышлай ала бында. Тирә-яғы ҡамышлыҡ, һаҙлыҡ. Шуға ла күл уртаһына үтеп инеүе ҡыйын. Күлдә осоп китәр ҡоштар күп оялай. Уларҙы күсер ҡоштар тип атайҙар.
  • Тимер юл станцияһына күл исеме ҡушылған. Станция эргәһенә 1932 йылда дендропаркка нигеҙ һалынған. Бөгөнгө көндә был парк бик матур һәм ағасҡа бай. Ағастар ғынамы ни! Унда ниндәй генә ҡыуаҡлыҡтар, ниндәй генә үләндәр үҫмәй!
  • Ҡалмаш ауылы тирәһендә тупраҡ һаҡлау өсөн ултыртылған урмандар ҙа байтаҡ. Уларға 1937 йылда нигеҙ һалына. Хәҙер ундай урмандар тәбиғи урманға әйләнеп бара инде. Сәсеүлек һаҡлаусы бындай ағастар республикабыҙҙың бөтә райондарында ла ултыртыла. Ниндәй ағас һәм ҡайһылайыраҡ ултыртырға кәрәклеген бына ошондай тәжрибә урманды ултыртыусы һәм күҙәтә барыусы ғалимдар тәҡдим итә. Ундай урмандарҙы һәр берегеҙ үҙ ауылығыҙ тирәһендә баҫыуҙарҙа күрә. Ҡайынлыҡтарҙан хәҙер хатта ҡайын еләге йәки бәшмәктәр ҙә йыялар.
  • Шишмә районында Хөсәйенбәк кәшәнәһе, Турахан кәшәнәһе һаҡланған.

Шаран районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тупраҡты ел ярғыслауҙан һаҡлау өсөн Шаран районында байтаҡ шыршылыҡ, имәнлек, ҡарағай, ҡайын, йүкә һәм башҡа ҡатнаш ағас урмандары ултыртыла. Кеше ҡулы менән килтерелгән был байлыҡ — яһалма урмандар — бик файҙалы. Ел-дауылдан да һаҡлай, емеш-еләктәре лә үҫә. Аҡбарыс тигән ҙур ауыл эргәһендә 111,2 гектар майҙан биләгән урман барлыҡҡа килде.

Әбйәлил районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Республикабыҙҙа ғына түгел, ә илебеҙҙә дан алған ике ҙур күл бар бында. Береһе — Мулдаҡ йәки Тоҙлокүл. Бында дауалау һәләтенә эйә булған батҡаҡ бар. Был күлдә балыҡ юҡ, ҡош-ҡорт та уға яҡынламай. Сөнки уның һыуы тоҙло. Ә тирә-яғы ҡылғанлы дала. 50-гә яҡын төр үҫемлек бар. Ҡылған, шалфей, үҙенсәлекле әрем — ҡуян тубығы һымаҡ башҡа яҡтарҙа һирәгерәк осрай торған үҫемлектәрҙе осратып була бында. Күлдең көнбайышы һаҙлыҡлы. Унда ҡамыштар үҫә. Мулдаҡ күленең батҡаҡ менән дауалау сығанағы «Яҡтыкүл» исемле курорт асыуға сәбәпсе булды. Ул күлдән егерме саҡрым ары урынлашҡан. Был күл һыуы ат ҡорсанғыһын дауалауға ла файҙалы.

  • Яҡтыкүл. Әбйәлил районының үҙәге Асҡарҙан утыҙ биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан был күлдең башҡортса һаҡланып ҡалған боронғо исеме «Мауыҙҙы», йәғни Аждаһалы. Күлдең ярҙары ла, тирә-яғы ла иҫ китмәле матур. Үҫемлек төрлө, бай. Күлдең көнбайышында Яманҡая тауы ҡалҡып тора. Күлгә Ҡаран йылғаһы үҙ һыуҙарын ҡоя.
  • 1867—1921 йылдарҙа йәшәгән урыҫ ғалимы Сергей Гаврилович Рыбаков Фәндәр академияһының һәм Урыҫ география йәмғиәтенең үтенесе буйынса Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеп, музыкаль-этнографик материал йыя. Ул юлъяҙмалар алып бара. Иң тәүге сәйәхәттәренең береһе Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан башлана. Халыҡты, ҡеүәттәрен кәметһә лә, ихлас һәм шиғри күңелле" тип һүрәтләй ул. Тәбиғәтенә бик һоҡлана. Асҡар ауылына еткәс, былай тип яҙа: «Асҡар ауылына етәрәк, беҙ алда тау һикәлтәләре араһында ике бейек түбә күрҙек. Улар башҡа бейеклектәрҙән күпкә ҡалҡыу ине. Беҙҙең менән бергә барған юлсы, был түбәләрҙең тарихи әһәмиәте бар, тине; тирә-яҡтағы башҡа ҡалҡыулыҡтарҙан бейегерәк булғанға элек ул башҡорттар өсөн маяҡ ролен үтәгән, ҡырғыҙҙар менән даими барған һуғыштар һәм баш күтәреүҙәр булған саҡта, ул бейеклектә һәр саҡ ҡарауыл тотҡандар, дошман хәрәкәтен күҙәткәндәр һәм, әгәр кәрәк булһа, хәүеф усаҡтары тоҡандырғандар ҙа ошо тауҙар янында яуҙар булған».

Әлшәй районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • А. П. Чехов исемендәге санаторийҙан алыҫ түгел бик киң майҙанда ҡарағас урманы бар. Был тәбиғи урман түгел. Урман эргәһендә былай тип яҙылған: «Был урман культураһын 1911 йылда урмансы Шәрифуллин Лотфулла ултыртты, майҙаны 165 гектар».
  • Ҡарағас урмандары Көньяҡ Уралды ғына төйәк иткән. Әлшәй районында ул бөтөнләй үҫмәгән. Шәрифуллин тигән ир үҙ тыуған яҡтарында ла йөрәк ауырыуын дауалау өсөн файҙалы ағастарҙы ултыртып ҡарамаҡсы булған, күрәһең. Урман киңәйә, ағас араларында төрлө-төрлө үҫемлектәр күп.

Ботаник тәбиғәт ҡомартҡылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

АтамаһыАдминистратив районСтатус бирелеү
датаһы
Майҙаны
(га)
Иллюстрация
1Әңгәсәк ҡарағайлығыДүртөйлө районы17.08.19651810
2Упҡанкүл күле һәм һаҙлығыАсҡын районы26.12.198524,8
3Танышһаҙ һаҙлығыКраснокама районы07.07.200923,8
4Канонников тауыЕйәнсура районы19.06.2003125
5Ҡарауылтау тауыИшембай районы26.12.1985150
6Көркәк тауыӘбйәлил районы12.02.1997515,1Вид на гору Куркак - panoramio (1).jpg
7Ҡыҙҙар тауыСалауат районы21.07.200514
8Маяҡтау тауыКүгәрсен районы19.06.200385
9Балтатау һәм Топортау тауҙарыБаймаҡ районы21.02.2013323
10Гуровка тауыКушнаренко районы07.07.2009187
11Николо‑Берёзовка урман хужалығындағы юғары бонитетлы тәбиғи ҡарағайлыҡКраснокама районы17.08.196534,4
12Бәләбәй урман хужалығындағы тәбиғи ҡарағайлыҡБәләбәй районы17.08.196512,1
13Сәйетбаба ауылы эргәһендәге сәтләүек ағасы ҡыуаҡлыҡтарыҒафури районы17.08.1965471
14Дөрдөр тауында дөрдөр сәскәләреЕйәнсура районы19.06.200341,9
15Арый янындағы дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтарыДыуан районы17.08.19652,35
16Шишмә урман хужалығының 73‑сө кварталыШишмә районы26.12.1985117
17Мүк еләге һаҙлығыАрхангел районы21.07.20058
18Бишитәк тауындағы ҡарағас урманыБелорет районы17.08.1965248,3Плато Шатак лето.jpg
19Максимовский төбәгеӘлшәй районы21.07.20056,6
20Һалдыбаш төбәгендәге йүкәлекИглин районы21.07.200551,3
21Мүк һаҙлығыКраснокама районы07.07.200913
22Атауҙы күле (көнбайыш һәм көньяҡ ярҙары)Әбйәлил районы12.02.199770
23Үләнде күле (көнсығыш яры)Әбйәлил районы12.02.199714
24Упҡанкүл күлеНуриман районы17.08.1965104,2Озеро Упканкуль с высоты 80 м.jpg
25Ҡолоҡ йылғаһы тирә-яғыИшембай районы26.12.198534,3
26Аҙаҡлы йылғаһы тамағында Кесе Һүрәм йылғаһы үҙәнеЕйәнсура районы26.12.19854632Кристальный ручей.jpg
27Мәмбәт ауылы эргәһендә Маҡан йылғаһы үҙәнеХәйбулла районы19.06.200314
28Яңы Ергән ауылы эргәһендә Таналыҡ йылғаһы үҙәнеХәйбулла районы19.06.2003450
29Исламбай ауылы эргәһендә Туҡмаҡ аҡланыБөрйән районы17.08.196552
30Чуркин һаҙлығындағы орхидея популяцияларыӨфө районы21.07.2005750
31Кәкүк ситеге популяцияһыТуймазы районы14.12.20101,4
32Бабай ауылы эргәһендә оҫҡон йыуаһы популяцияһыМишкә районы26.12.198513,9
33Оло Ҡыраҡа һыртының төньяҡ өлөшөндә оҫҡон йыуаһы популяцияһыБелорет районы26.12.1985504
34Богачёв ауылы эргәһендә тамырсалы йыуа популяцияһыБаймаҡ районы21.02.201386,6
35Голостолбик баҙыян популяцияһыМиәкә районы26.12.1985100
36Һаҡлау урманыКраснокама районы07.07.2009384
37ҠарағайкүлДыуан районы21.07.200516Озеро сосновое.jpg
38Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтарБаҡалы районы17.08.196526,6
39Бөрө ял йорто эргәһендәге ҡарағайлыҡБөрө районы17.08.196521,9
40Венеция ауылы эргәһендәге ҡарағайлыҡДүртөйлө районы17.08.1965490Сосновый бор, д.Венеция.jpg
41Кожай-Максим ауылы эргәһендәге ҡарағайлыҡЙәрмәкәй районы17.08.19653,8
42Ҡарағайҙар үҙәнеМәләүез районы30.12.201125,4
43Яңы Ҡайынлыҡ ауылы эргәһендәге реликт ҡарағай урманыКраснокама районы17.08.19654,5
44Восток ауылы эргәһендәге ҡарағайлыҡИлеш районы17.08.196515,8
45Озерки ауылы эргәһендәге ҡарағайлыҡМәләүез районы30.12.201123
46Ҡыҙҙар-Биргән ауылы эргәһендәге ҡарт ҡарағастарЙылайыр районы17.08.19654,4
47Балғажы ауылы эргәһендәге дала участкаһыӘлшәй районы26.12.1985144
48Табылды сейәлектәреСтәрлебаш районы17.08.196547Степная вишня и степной миндаль.JPG
49Ташлы һаҙлығыӘлшәй районы21.07.20051,5
50Толпар шыршылыҡтарыҒафури районы17.08.1965443,5
51Попковский (Һарыбейә) күлдәре төбәгеХәйбулла районы19.06.200310
52Селтәрлеуртаташ төбәгеИшембай районы21.07.20055,2
53Суҡраҡ сейәлеге төбәгеХәйбулла районы19.03.2003275
54Ҡырҡтытау һыртындағы Өлтөк Ҡарағас төбәгеӘбйәлил районы12.02.19973
55Ҡолғона ауылы эргәһендә Алатау һырты участкаһыИшембай районы26.12.1985210

Геологик тәбиғәт ҡомартҡылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ИсемеАдминистратив районСтатус бирелеү
датаһы
Майҙаны
(га)
Иллюстрация
1Аҫҡын боҙ мәмерйәһеҒафури районы17.08.19659,5Ледяная Аскынская пещера.jpg
2Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелешеҒафури районы05.10.20071,8
3Мәсетле геологик киҫелешеСалауат районы05.10.2007100
4Усолка геологик киҫелешеҒафури районы05.10.20070,25
5Уйташ тауыУчалы районы17.08.196515,8Гора Уй Таш.jpg
6Янғантау тауыСалауат районы17.08.196513Янган- Тау.jpg
7Ҡарлыман мәмерйәһеҠырмыҫҡалы районы17.08.19657,6Пещера Карламанская (2) - panoramio.jpg
8Ҡорманай мәмерйәләреАуырғазы районы17.08.196516,6
9Ҡотлоғужа өҫкө аҡбур тоҡомдары яланғаслыҡтарыҒафури районы17.08.196518,4
10Ҡыҙылъяр мәмерйәһеБелорет районы17.08.196530Сталагнат в Кызыл-Яровской пещере.jpg
11Лаҡлы мәмерйәһеСалауат районы17.08.196511Вход в Лаклинскую пещеру.jpg
12Диңгеҙ фаунаһы менән өҫкө юра ҡомташтарының Никитин яланғаслыҡтарыКөйөргәҙе районы17.08.19652,6
13Өшкәтле йырыныАуырғазы районы17.08.196515,9
14Охлебинин гипс мәмерйәһеИглин районы17.08.19655Охлебининская пещера.jpg
15Ҡыуыштау мәмерйәһеИглин районы17.08.19650,7Пещера "Куэшта".jpg
16Киндерле-Леднёв-Октябрь мәмерйәләр системаһыҒафури районы30.12.2011215
17Ромадановка йырыныИшембай районы17.08.19653,9
18Оло Ҡалпаҡ ҡаяһыИглин районы17.08.19656,3
19Ҡапҡаташ ҡаяһыСалауат районы17.08.19651Капка таш.jpg
20Хажы мәмерйәһе һәм Берғамыт шишмәһеИшембай районы17.08.196510Berhomut2012.jpg
21Плиоцен дәүере балыҡтарының һөлдәләре менән балсыҡлы һәүерташтарҙың Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтарыИлеш районы17.08.196522,5

Гидрологик тәбиғәт ҡомартҡылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ИсемеАдминистратив районСтатус бирелеү
датаһы
Майҙаны
(га)
Иллюстрация
1Алға сульфат-кальцийлы сығанағыДәүләкән районы17.08.19650
2Асы минераль сығанаҡтарыБелорет районы17.08.196545
3Асы шарлауығыАрхангел районы17.08.19650,5Waterfall - Abzan -.jpg
4Бөрө минераль сығанаҡтарыБөрө районы17.08.19650,4
5Атыш шарлауығыБелорет районы17.08.19656,6Водопад Атыш, июль 2014.jpg
6Ғәҙелша шарлауығыБаймаҡ районы17.08.196511Гадельша, май 2015.JPG
7Ҡуҡрауыҡ шарлауығыИшембай районы17.08.19650File0012016 Водопад Кук Караук.JPG
8Ҡыҙыл шишмә сығанағыНуриман районы17.08.19651,2Источник Красный Ключ Нуримановский район, Башкортостан 1.jpg
9Ҡорғаҙаҡ шишмәһеСалауат районы17.08.19651Минеральный источник "Кургазак" - panoramio.jpg
10Красноусол минераль сығанаҡтарыҒафури районы17.08.196515Красноусольские минеральные источники, река Усолка.JPG
11Күҫәләр көкөртлө һыу сығанаҡтарыСалауат районы17.08.19655
12Асылыкүл күлеДәүләкән районы17.08.19652350Озеро Аслы-куль- глиняная гора.jpg
13Аҡкүл күлеҒафури районы17.08.19651567Белое озеро 2.jpg
14Ҡандракүл күлеТуймазы районы17.08.19651560OKandrykul.jpg
15Ҡарағайкүл (Ворожеич) күлеУчалы районы17.08.196580Ворожеич.jpg
16Мулдаҡкүл (Тоҙло) күлӘбйәлил районы17.08.1965620Свет - panoramio (2).jpg
17Яҡтыкүл (Банное) күлеӘбйәлил районы17.08.1965770Лошади на Банном.jpg
18Зәңгәркүл шишмәһеҠырмыҫҡалы районы19 .06 .20030,4Голубое озеро (Глубина) (2) - panoramio.jpg
19Яманйылға, Саруа йылғалары һәм уларҙың тирә‑яғыНуриман районы26.12.19851200Р.Сарва.JPG
20Саруа күлеНуриман районы17.08.19650,4Озеро Сарва.JPG
21Уржум минераль һыу сығанаҡтарыБөрө районы17.08.19650,2
22Яҡут тоҙло сығанағыКөйөргәҙе районы17.08.19656

Зоологик тәбиғәт ҡомартҡылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ИсемеАдминистратив районСтатус бирелеү
датаһы
Майҙаны
(га)
Иллюстрация
1Әүжән урмансылығында йыртҡыс ҡоштарҙың ояларыБелорет районы 17. 11.1986591
2Енғалыш төбәгендәге йыртҡыс ҡоштарҙың оялары һәм торналар йыйылған урындарӨфө районы21.07.200521,4
3Оло Бешәке һәм Кесе Бешәке инештәрендәге йылға бағырының тәбиғәт резерватыБөрйән районы17.08.1965274,5
4Оло Энәк һәм Кесе Энәк йылғаларында йылға бағырының резерватыКүгәрсен районы17.08.1965225
5Һыуяҡты йылғаһында йылға бағырының резерватыҒафури районы17.08.196536,5

Дендрологик тәбиғәт ҡомартҡылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ИсемеАдминистратив районСтатус бирелеү
датаһы
Майҙаны
(га)
Иллюстрация
1Төмәнәк ауылы эргәһендәге Саған һыҙаһыТуймазы районы26.12.1985256
2Юлбарыҫ ауылы эргәһендәге оло ҡарағасХәйбулла районы19.06.20030,06
3Элекке Андреевка ауылы эргәһендәге кедрҙар төркөмөБөрө районы17.08.19650,25
4Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы дендрарийыБөрө районы21.07.20053
5«Берендей» балалар дендрологик паркыБөрө районы21.07.20053
6Дүртөйлө йырыныШаран районы26.12.198544
7Ермолаевка дендропаркыКөйөргәҙе районы17.08.196510
8Ағиҙел йылғаһы террасаһында Өфө тәжрибә баҫыуын һаҡлаусы урман һыҙаттарыӨфө районы17.08.196524
9Яҡтыкүл ауылы эргәһендә Ҡараһыйыр ҡарт ҡарағасыӘбйәлил районы21.07.20050,04
10Александровка ауылы эргәһендә ултыртылған һаҡлағыс ағастар комплексыДәүләкән районы17.08.1965157,7
11Ҡалмаш ауылы янындағы һаҡлағыс ултыртмалар комплексыШишмә районы17.08.196564,4
12Себер кедры культураһыБелорет районы17.08.19651,4
13Аҡбарыҫ ауылы эргәһендәге шыршы культураларыШаран районы17.08.19659,4
14Стәрлетамаҡ урмансылығының 19‑сы кварталындағы кедр культуралары (17‑се выдел)Стәрлетамаҡ районы26.12.19850,5
15Ҡарағас культураларыӘлшәй районы17.08.19652,2
16Ҡарағас культураларыТуймазы районы17.08.19658,4
17Өҫән‑Ивановка урман хужалығындағы ҡарағас культураларыБәләбәй районы17.08.19655,4
18Стәрлетамаҡ урмансылығының 16‑сы кварталындағы ҡарағай культуралары (23‑сө выдел)Стәрлетамаҡ районы26.12.19853
19Өҫән‑Ивановка урман хужалығындағы ҡарағай культураларыБәләбәй районы17.08.196524,8
20Стәрлетамаҡ урмансылығының 13‑сө кварталындағы ҡарағай һәм шыршы культуралары (42‑се выдел)Стәрлетамаҡ районы26.12.19850,7
211903—1911 йылдарҙа ултыртылған ҡарағай культураларыИглин районы17.08.196510,6
22Мичурин шыршыһы һәм ҡарт ҡарағас ултыртмаларыБәләбәй районы21.07.20050,005
23Непейцев дендропаркыӨфө районы17.08.196523,8Белка в Непейцевском.jpg
24Комсомол ауылы эргәһендә ултыртылған зәңгәр шыршылар паркыДәүләкән районы17.08.19650,25
25Николо‑Берёзовка урман хужалығында ултыртылған шыршылар һәм ҡарағайҙарКраснокама районы17.08.196511,2
26«Грань» реликт ҡарағайыДыуан районы21.07.20050,1
27Благовещен ҡалаһында ултыртылған ҡарағайҙарБлаговещен районы17.08.196513,2
28Ҡандра тимер юл станцияһы буйында ултыртылған ҡарағайҙарТуймазы районы17.08.19654,8
29Буранғол ауылында ҡарт ҡарағасӘбйәлил районы21.07.20050,06
30Шығай ауылы эргәһендә ҡарт ҡарағасБелорет районы21.07.20051,2
31Баҡалы урман хужалығында ултыртылған ҡарт ылыҫлы ағас төрҙәреБаҡалы районы17.08.196511,5
32Ҡарт ҡарағас культураларыБөрө районы17.08.19651,3
33Шөңгәккүл дала дендропаркыШишмә районы17.08.196545
34Йоматау тәжрибә урман культураларыӨфө районы17.08.196581,4

Комплеклы тәбиғәт ҡомартҡылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ИсемеАдминистратив районСтатус бирелеү
датаһы
Майҙаны
(га)
Иллюстрация
1Абдулла тауыДыуан районы21.07.2005809
2Арҡауыл һаҙлығыСалауат районы21.07.2005145
3Бишҡайын һаҙлыҡтарыАуырғазы районы26.09.201812,07
4Төпһөҙ һаҙлыҡБишбүләк районы26.09.20185,86
5Карпис һаҙлығыУчалы районы26.09.2018394,8
6Ҡасҡарҙы һаҙлығыУчалы районы26.09.2018668,1
7Ҡорҡорауыҡ һаҙлығыУчалы районы26.09.201818,3
8Ҡорманайбаш һаҙлығыМиәкә районы26.09.201816,35
9Мүклеһаҙ һаҙлығыИлеш районы26.09.20183,6
10Нөрөк һаҙлығыӘбйәлил районы26.09.2018268,73
11Сереккүл һаҙлығыӘбйәлил районы26.09.201844,56
12Гладкий тауыДыуан районы21.07.2005104
13Әлйән тауыЕйәнсура районы19.06.2003100
14Әрүәкрәз тауыБелорет районы26.12.198522На вершине г. Арвяк-Рязь.jpg
15Балҡантау тауыДәүләкән районы17.08.196525
16Оло Таҙтүбә тауыДыуан районы26.12.1985305,5Тастуба (Лысая гора).jpg
17Ирәмәл тауыБелорет районы17.08.19655980По дороге на Иремель (1).jpg
18Ҡараташ тауыӘбйәлил районы12.02.19971400Большой Караташ (1118,5 м) - panoramio.jpg
19Ҡоҙғонташ тауыӘбйәлил районы12.02.19979,3Вершина Кузгунташа - panoramio.jpg
20Сатыртау тауыӘлшәй районы21.07.200515,6
21Сусаҡтау тауыӘлшәй районы21.07.200528
22Тағанташ тауыӘбйәлил районы12.02.19977,8
23Торатау тауыИшембай районы17.08.196547,7Тратау летом.jpg
24Шайтантау тауыХәйбулла районы17.08.1965Шайтантау (заказник).jpg
25Йөрәктау тауыСтәрлетамаҡ районы26.12.198564,1Гора Юрак-Тау с высоты 85м.jpg
26Этҡол һаҙлығыИшембай районы26.09.20184,98
27Ҡаракүл һаҙлығыДыуан районы21.07.2005120
28Өлкөндө карслы һаҙлыҡтар комплексыДыуан районы21.07.2005370
29Лағыр һаҙлығыСалауат районы21.07.2005175
30Мәмәк һаҙлығыКушнаренко районы26.09.201813,13
31Оло Йылан һәм Бәләкәй Йылан күлдәреДүртөйлө районы17.08.1965210
32Билгеләр күле һәм һаҙлығыНуриман районы30.12.201136,7
33Ҡыйышҡы (Аксаков) күлеҠырмыҫҡалы районы17.08.196515,3
34Татыш күлеИлеш районы17.08.196538
35Туғарсалған күлеИшембай районы26.12.198522Tugar-Salgan.jpg
36Өргөн күле һәм Өргөн урманыУчалы районы17.08.19653398Файл:Лиственница осенью на озере Ургун.jpg
37Шәмсетдин күлеБөрө районы17.08.1965152,5Озеро Шамсутдин, Бирский район.jpg
38Шөңгәккүл күлеШишмә районы17.08.1965240
39Озеро һаҙлығыДыуан районы21.07.2005300
40Осиновка карст һаҙлыҡтарыБөрө районы26.09.20181,66
41Сабаҡай ҡаяһында мәмерйәДыуан районы17.08.19653Пещера в скале Сабакай.jpg
42Егән мәмерйәһе һәм уның тирә-яғыИшембай районы26.12.1985100
43Олимпия мәмерйәһе һәм уның тирә-яғыИшембай районы26.12.1985150Файл:Натечное образование.jpg
44Ташөй мәмерйәһе һәм уның тирә-яғыИшембай районы26.12.198521,4
45Ыласын мәмерйәһе һәм уның тирә-яғыИшембай районы26.12.1985148,1Файл:Пещера Ыласын (Соколиная).jpg
46Урыҫ ШвейцарияһыБәләбәй районы14.12.2010550
47Кәлимосҡан ҡаяһы менән Салауат Юлаев мәмерйәһе һәм уның тирә-яғыИшембай районы26.12.198531,3Kalimoskan rock.jpg
48Иҫке Балбыҡ һаҙлығыУчалы районы26.09.201885,1
49Суслов карст һаҙлыҡтарыБөрө районы26.09.20185,33
50Арский ташы төбәгеБелорет районы17.08.19652Арский камень - его кто-то отгрыз.JPG
51Ҡотҡор төбәгеБелорет районы17.08.1965108
52Ҡыҙылташ төбәгеИшембай районы26.12.1985400
53Мокрый овраг төбәгеБишбүләк районы14.12.201079,1
54Наратһаҙ төбәгеМишкә районы21.07.2005619
55Таштуғай тауҙары төбәгеХәйбулла районы19.06.200312
56Һыуосҡан төбәгеӘбйәлил районы12.02.19972041
57Шумилов шарлауыҡтары төбәгеТуймазы районы14.12.20106Шумиловский водопад.jpg
58Чистые ямки төбәгеБөрө районы26.09.201814,83
59Бабай, Ҡушай һәм Һандыҡ түбәләре менән Ҡырҡтытау һырты участкаһыӘбйәлил районы12.02.19971085Хребет Крыктытау.jpg
60Ҡарашар һаҙлығыДыуан районы21.07.200590

Тәбиғәт ҡорматҡыһы статусын юғалтҡандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ИсемеАдминистратив районСтатус бирелеү
датаһы
Статус алыныу
датаһы
Майҙаны
(га)
Иҫкәрмәләр
1Урыҫ Швейцарияһы ауылы эргәһендәге ҡарт ҡарағастарБәләбәй районы17.08.1965[[ | . ]].20100«Урыҫ Швейцарияһы» комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһының объекты
2Ямантау тауыБелорет районы17.08.196519.03.20141177Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан
3Яңы Кәңгеш ауылы янындағы шыршы-аҡ шыршы урмандарыДүртөйлө районы[[ | . ]]. 07.07.200980,3
4Шүлгәнташ мәмерйәһеБөрйән районы17.08.196519.03.20140Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан
5Вознесенка ауылында кедрБөрө районы[[ | . ]]. 07.07.20091,3Юҡ ителгән
6Үгеҙ ауылы янындағы 1912 йылғы ҡарағай культураһыБөрө районы17.08.196507.07.20091,3Юҡ ителгән
7Күперле карст күпереМәләүез районы17.08.196519.03.20140«Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә урынлашҡан
8Космонавтар мәмерйәһеБөрйән районы17.08.196519.03.20140Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан
9Ирәндек һырты битләүҙәрендә оҫҡон йыуаһы популяцияһыБаймаҡ районы26.12.198521 .02 .2013 200
10Юрмаш төбәгендә оҫҡон йыуаһы популяцияһыКүгәрсен районы17.08.196519.03.201415,7«Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә урынлашҡан
11Ҡотоҡ-Сумған төбәгеМәләүез районы17.08.196519.03.2014«Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә урынлашҡан
12Сыртлан ауылы эргәһендә дала урман үрсетеү участкаһыБүздәк районы[[ | . ]]. 07.07.2009

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гареев Э. З. Геологические памятники природы Республики Башкортостан. — Уфа: Тау, 2004. — 296 с. — ISBN 5-93578-028-3.
  • Кучеров Е. В., Мулдашев А. А., Галеева А. Х. Ботанические памятники природы Башкирии. — Уфа, 1991. — 144 с.
  • Кучеров Е. В., Кудряшов И. К., Максютов Ф. А. Памятники природы Башкирии. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1974. — 367 с.