Өшкәтле йырыны
Өшкәтле йырыны (рус. Ушкатлы, овраг) — төбәк әһәмиәтендәге геология (палеонтология) тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965).
Тәбиғи үҙенсәлектәре
Файл:Овраг Ушатлы Аургазинский район.jpg
Өшкәтле йырыны
Ауырғазы районы Ситдиҡ-Мулла ауылынан көнбайышҡа табан 1 саҡрым алыҫлыҡта ята. Майҙаны 15,9 га. Йырын башында йәш имән урмандары менән ҡапланған Өшкәтле йылғаһының[1] асимметрик үҙәненең уң яҡ бейек эрозиялы битләүе. Йырындағы яланғаслыҡтар миоцендың өшкәтле свитаһын аса. Киҫелештә пермдең көңгөр ярусы, өфө ярусы ултырмаларынан һәм һоро күмерҙән торған неогендың ворошилов свитаһы[2] ҡатламдары бар. Бында тығыҙ, утҡа сыҙамлы аҡ балсыҡта, билдәле палеонтолог А. Н. Криштофович билдәләүенсә, һаҙлыҡ кипарисы, сәтләүеге, ликвидамбар, каштан, бук, имән, ҡайын, ерек кеүек ағас төрҙәре ҡалдыҡтары булыуы ихтимал. Йырын киҫелеше неогендың терриген ултырма тоҡомдары менән тамамлана, улар тәүге тапҡыр өшкәтле свитаһының стратотибы булараҡ айырып күрһәтелә. 1940 йылда беренсе тапҡыр Вахрушев Георгий Васильевич тарафынан өйрәнелгән.
Йырын ҙур фәнни әһәмиәткә эйә[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ауырғазы йылғаһының уң ҡушылдығы
- ↑ тере организмдарҙың ҡаҙылма ҡалдыҡтары менән берләштерелгән ҡатламдары йыйылмаһы.
- ↑ / ООПТ Овраг-Ушкатлы-близ-дСитдик-Муллиной</
Һылтанмалар
- Өшкәтле йырыны // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- / ООПТ Овраг-Ушкатлы-близ-дСитдик-Муллиной</
- Овраг Ушкатлы близ дСитдик Муллиной/. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).