Гуровка (тау)
Гуровка тауы — Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районында урынлашҡан ботаник тәбиғәт ҡамартҡыһы. Ағиҙел йылғаһының һул яҡ яр үҙәнендәге уба һымаҡ ҡалҡыулыҡта урынлашҡан.
Тасуирлама
Тәбиғәт ҡомартҡыһы диңгеҙ кимәленән 140—200 метр абсолют бейеклектәге уба һымаҡ ҡалҡыулыҡтан ғибәрәт. Бында ултарталған ҡарағай, шыршы, имән ағастары сиратлаша, улар ҡоро болондар, тәбиғи киң япраҡлы урмандарҙың ҙур булмаған участкалары һәм һөрөнтө ерҙәр менән аралаша.
Парк территорияһында карст ҡатламдары киң таралған. Үҫемлек япмаһында төрлө типтағы дала, болондар һәм ҡатнаш киң япраҡлы урмандар, карст һаҙлыға үкмлектәре һәм үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре осрай, шул иҫәптән еҙ үлән, күксин[ru] үләндәре.[1]
Статусы һәм әһәмиәте
Гуров тауы рәсми тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын 2009 йылда ала. Территория тәбиғи ботаника баҡсаһы булдырыу буйынса полигон булып тора, унда һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе уларҙың интродукцияһы һәм тәбиғәт шарттарында үрсеү юлы менән һаҡлау ысулдары эшләнә.[2]
Экологик әһәмиәте
- Биологик төрлөлөгө юғары булған болон-дала һәм урман экосистемалары.
- Һирәк төр хайуандар һәм үҫемлектәр популяцияһы, Мәҫәлән, еҙ үлән, күксә, ҡырағай Алмағасы һ. б.[3]
Һаҡлау саралары
Тәбиғәт комплекстарын тергеҙеү, һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу (шул иҫәптән көтөүлек өсөн оптималләштерелә). Биологик төрлөлөктө һаҡлау саралары: ауыл хужалығы эшмәкәрлеге, урман фонды ерҙәренән ситтә урман ултыртыу, объекттар һәм ҡоролмалар төҙөү, тау эшкәртеү, үҫемлектәрҙең деградацияһына килтергән мал көтөү тыйыла.[4]
Территория һаҡланған статусын киңәйтеү өсөн перспективалы тип ҡарала.
Урынлашыуы
Тәбиғәт ҡомартҡыһы Кушнаренко урман хужалығының Первушинский урмансылығының 810 һәм 5 кварталдарында, «Коммунальник» колхозы һәм «Первушенский» совхозы янында урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гуровская гора. УРАЛ. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия.
- ↑ Кушнаренковский район. БашТурист.
- ↑ Природные достопримечательности и памятники природы Башкортостана. Уфимский Государственный Авиационный Технический Университет.
- ↑ [https://docs.cntd.ru/document/935117130 ПЕРЕЧЕНЬ Памятников природы Республики Башкортостан (в ред. Постановления Правительства Республики Башкортостан от 11.04.2018 N 161)]. Правительство Республики Башкортостан от 7 июля 2009 г. N 259.
Һылтанмалар
- Памятники природы Башкортостана. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан».