Аҫҡын мәмерйәһе

Аҫҡын мәмерйәһе, Аҫҡын боҙ мәмерйәһе (рус. Аскинская пещера; Аскынская пещера; Аскынская ледяная пещера) — Көньяҡ Уралдың ҡапсыҡҡа оҡшаған ҙур ҡыуышлығы[1]. 1965 йылдан төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы[2]. 2017 йылдан мәмерйәгә инеү сикләнгән, бындағы микроклиматты тергеҙеү һәм боҙ реликттарын һаҡлау өсөн мәмерйә Рус география йәмғиәтенә ҡуртымға бирелгән.[3]

Урынлашыуы

Архангел районының Аҫҡын ауылынан 3 километр алыҫлыҡта Бәләкәй Аҫҡын йылғаһының үрендә, йылға тамағынан 70 метр бейеклектә Олотауҙың көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Икенсе маршрут буйынса: Ғафури районы Ҡауарҙы ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 8 километр алыҫлыҡта Олотау һыртының көнсығыш битләүендә урынлашҡан[2].

Тасуирламаһы

Карст мәмерйәһе, девон һәм карбон эзбизташ ҡатламдарында барлыҡҡа килгән. Оҙонлоғо 104 метр, иң ҙур киңлеге 61 метр, бейеклеге 26 метрға еткән көмбәҙ түбәле залы бар. Уның иҙәнен тулыһынса тиерлек борондан килгән боҙлоҡ биләй. Унда йыл һайын 7-10 эре һәм хасапһыҙ ваҡ боҙ сталагмиттары үҫеп сыға. Улар араһында 8 метр бейеклеккә еткән, диаметры 5 метрға тиклем булған гигант боҙ сталагмиттары бар[2].

Мәмерйәлә йыл әйләнәһенә температура минус 4 °C. Бында ҡайтауаз яңғырап тора[2].

Мәмерйәгә инеү урыны Кесе Аҫҡын йылғаһы кимәленән яҡынса 70 метр бейеклектә, бейек эзбиз ҡаяның 5 метр тәрәнлектәге һәм 15 метр киңлектәге соҡоронда урынлашҡан. Аҫҡа табан 20 м оҙонлоғондағы боҙло шырғалаҡ ауышлыҡ алып төшә[2].

Был мәмерйәне беренсе булып 1902 йылда геолог Л. Конюшевский тасуирлап яҙған. 19241926 йылдарҙа Г. В. Вахрушев һәм В. Петров ентекләберәк тикшерә.

2026 йылдың 12 мартында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Аҫҡын мәмерйәһендә боҙло «арт-объекттар» үҫеп сыҡҡан. Мартта унда боҙ ҡатламдары максималь ҙурлыҡҡа етә, шул уҡ ваҡытта миҙгелле процестар йоғонтоһонда улар яйлап үҙгәрә. «»Был — мәмерйәне уның иң сағыу хәлендә күрергә мөмкин булған осор. Йыл һайын боҙ структураларының формаһы, бейеклеге һәм урынлашыуы айырыла, — тип аңлатма бирәләр Аҫҡын мәмерйәһе хакимиәтендә һәм «тәбиғәт циклы ҡабатлана, әммә бер ҡасан да үҙен-үҙе ҡабатламай», тип унда айырым билдәләгәндәр[4].

Социаль йүнәлеше

Ростуризмдың эске туризмды һәм ситтән килеүселәр туризмын үҫтереүгә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән гранттар конкурсында Аҫҡын мәмерйәһен инвалид һәм хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән категория граждандарға инеү өсөн яраҡлаштырыу проекты еңеү яуланы. Аҫҡын мәмерйәһе — республикала беренсе билдәле социаль төркөмгә яраҡлаштырылған беренсе тәбиғи объект буласаҡ[5].

2018 йылдан мәмерйә һәм уның тирәһендәге биләмә төҙөкләндерелгән, ҡунаҡ йорто бар, инеү урынына төшөү ағас баҫҡыс менән йыһазландырылған, мәмерйәгә барыу маршрутында ағас күперҙәр һалынған һәм ял итеү өсөн ике ағас павильон төҙөлгән.

Барыу маршруты

Интерактив карталар буйынса Өфөнән Асҡын мәмерйәһенә тиклем ара — 130 километр. Маршрут һайланған юлға һәм хәрәкәт итеү сараһына бәйле оҙонораҡ булырға мөмкин. Тәбиғәттең был иҫтәлекле урынына түбәндәгесә барырға мөмкин: [6]
• Рейс автобусында. Көн һайын «Көньяҡ» автовокзалынан 14:40 сәғәттә китә. Билет хаҡы 500 һумдан. Юлға ваҡыт яҡынса 4 сәғәт китә.[6]
Шәхси автомобиль. Өфө — Белорет трактынан барырға, юл күрһәткестәре буйынса Максим Горький һәм Заря ауылдарына йүнәлеш алырға. Уларҙы үтеп, Аҫҡын ауылына боролорға. [6]
• Такси. Өфө — Аҫҡын маршрутының хаҡы ҡайһы бер ташыусыларҙа 3000 һумдан башлана. [6]

Мәмерйәгә юлда йәйгеһен машинаны ҡалдырып, туҡталҡа эшләргә мөмкин булған ялан бар, бынан ҡомартҡыға тиклем ике километр самаһы йәйәүләп барырға кәрәк[6].

Тауға күтәрелеү ауыр түгел: мәмерйәгә инеү урынына ныҡ тапалған һәм ҡаралған һуҡмаҡ алып бара. Ул бер нисә шишмә аша үтә, улар аша йәйәүлеләр өсөн күперҙәр һалынған. Юл буйына эскәмйәләр менән беседкалар ҡуйылған. Ултырып, сәй эсергә һәм ял итергә мөмкин. Был маршруттан хатта иң йәш турист та еңел үтә ала[6].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Аскинская пещера / Б. Р. Мавлюдов // Анкилоз — Банка. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 361. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 2). — ISBN 5-85270-330-3.
  2. 1 2 3 4 5 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. И. М. Яппаров. АҪҠЫН МӘМЕРЙӘҺЕ (Тикшерелеү көнө: 28 март 2025)
  3. В Башкирии Аскинская ледяная пещера передается в аренду РГО. РГО РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2017. Архивировано из оригинала 24 сентябрь 2020 года.
  4. Ксения Калинина. В Башкирии в Аскинской пещере выросли ледяные «арт-объекты». ИА «Башинформ» (12 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
  5. На грант Ростуризма Аскынская ледяная пещера будет адаптирована для людей с инвалидностью
  6. 1 2 3 4 5 6 Проект «TravelAsk». Людмила Кусерова. Всё про Аскинскую ледяную пещеру в Башкортостане  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2025)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә