Ҡандракүл
Ҡандракүл (рус. Кандры-Куль, Кандракул) — Өҫән йылға бассейнындағы күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы, майҙаны буйынса Башҡортостанда икенсе урында тора. Туймазы районында, Туймазы ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 25 км алыҫлыҡта, республиканың урман-дала зонаһы биләмәләрендә, Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан[1].
Тасуирламаһы
Күл Карст һәм тау тоҡомдары ишелеү һөҙөмтәһендә, өҫкө пермдең өфө ярусы һәм ҡазан ярусы тоҡомдарында (ҡомташ, балсыҡ, мергель, эзбизташ, доломит) барлыҡҡа килгән. Төньяҡ-көнсығыш һәм көнсығыш ярҙары һөҙәк, ҡомло пляж һыҙаты бар. Ярының ҡалған өлөшө ҡалҡыуыраҡ.
Иң тәрән урыны — 16,5 метр, уртаса тәрәнлеге — 7,2 м, һыу күләме — 113 млн. м³. Күлгә ҡойған да, унан ағып сыҡҡан да йылға юҡ. Өҫкө йөҙөнөң уртаса майҙаны 15,6 км² тәшкил итә.[2]
Яуым-төшөм һыуҙарынан, ағып төшкән шишмәләрҙән туйына.
Күлдең төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә һирәк осрай торған үҫемлекле утрау бар. Күлде өс яҡтан тауҙар уратып алған. Көньяҡта Гөлбикә менән Ҡыҙылтау. Уларҙың ярҙары текә.
Күл дә, тирә яғы-ла, утрау ҙа үҫемлектәргә, ҡош-ҡортҡа бай.
Күлдең һыуы саф, үтә күренмәле, йомшаҡ. Химик составы буйынса магний төркөмөнең сульфат класлы сульфат-натрий тибына ҡарай.
Яр буйында ял базалары урынлашҡан. Төньяҡ яры буйлап М5 «Урал» автомобиль юлы үтә.
Күл һаҡлауға алынған тәбиғәт объекты — 1995 йылдың 18 ғинуарында «Ҡандракүл» тәбиғәт паркы ойошторолған.
Атамаһы
Ҡыҙыҡлы факттар
1833 йылда рус яҙыусыһы В. И. Даль башҡорттар араһында була һәм ентекле тасуирламалар ҡалдыра. Башҡорт риүәйәттәрен йыя — Йылҡысыҡҡан күле, Тауса ҡаяларындағы мәмерйә, Асылыкүл менән Ҡандракүлдең эйәһе — һыу аҫты батшаһының ҡыҙы Һауһылыуға Заятүләктең мөхәббәте («Заятүләк менән Һыуһылыу (Башкирская русалка)») тураһында яҙып ала[4]:
Оригинал текст (рус.)
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
|