Заятүләк менән Һыуһылыу
Яҙып алыныу һәм өйрәнелеү тарихы
Эпос тәүге тапҡыр XIX быуат башында В. И. Даль тарафынан яҙып алына һәм «Башҡорт һыуһылыуы» («Башкирская русалка») исеме аҫтында урыҫ телендә «Москвитянин» журналында (1843, № 1) баҫылып сыға. Эпостың варианттарын Л. В. Суходольский (1858; «Түләк тураһында башҡорт легендаһы» — «Башкирская легенда о Туляке»), Р. Г. Игнатьев (1875; «Абдрахман улы Һары Сәхип тураһында әкиәт» — «Сказка о сыне Абдрахмана Хары Сахипе»), С. Ғ. Солтанов (1902; «Заятүләк менән Һыуһылыу» — «Зая-Туляк и Су-Сулу»), М. Ғафури (1910; «Заятүләк менән Һыуһылыу») һ.б. баҫтыра; шулай уҡ К. Мәргән, Ф. А. Нәҙершина, М. М. Сәғитов, Н. Д. Шоңҡаров һ.б. яҙып алған «Заятүләк», «Түләк», «Балҡантау» һ.б. варианттары билдәле. Эпос фрагменттары һалмаҡ көй стилендә башҡарыла.
XX—XXI быуаттарҙа эпосҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу тағы ла арта. Ғалимдар уның мифологик, тарихи, космогоник һәм суфыйсылыҡ мотивтарын өйрәнә. Фольклорсы Роза Султангәрәева эпостың яңы аутентик башҡарыу варианттарын яҙып алып, уның боронғо ҡатламдарын һәм символикаһын тикшерә. Эпос Башҡортостандың Дәүләкән, Әлшәй райондарында һәм Ырымбур өлкәһендә киң таралған булған. Бөгөнгө көндә уның ҡырҡтан ашыу варианты билдәле[1].
Айырыуса әһәмиәтле варианттарҙың береһе — сәсән Зөләрәм Туҡашева-Снегирёва башҡарыуындағы тулы эпик версия. Ул эпосты өләсәһенән өйрәнеп, көй, речитатив һәм башҡарыу традицияһын һаҡлап тапшырған[2][3].
Заятүләктең тыуған ерен маҡтағаны:
- Айры ҡойроҡ, йылтан күҙ
- Ҡасҡары күп Балҡантау;
- Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шәм ҡолаҡ
- Ҡуяны күп Балҡантау;
- Майлап һалған ҡайыштай
- Йыланы күп Балҡантау;
- Алпан-толпан атлаған
- Айыуы күп Балҡантау;
- Ҡыҙ балалай биҙәнгән
- Төлкөһө күп Балҡантау;
- Оя яһар ере күп,
- Ҡоштары күп Балҡантау.
«Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосынан өҙөк
Эпос рус теленә тәржемә ителгән. 1901 йылда венгр төркиәтсеһе В. Преле «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосының ҡыҙыҡлы вариантын яҙып ала. Уның материалдарының ҙур булмаған өлөшө Будапештта немец һәм венгр телдәрендә «Билдәле башҡорт әкиәтенең варианты» исеме менән баҫылып сыға[4].
Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе
Эпоста ваҡиғалар Асылыкүл һәм Балҡантау тирәһендә бара. Төп герой Заятүләк ағалары менән талашып, тыуған йортон ташлап китә. Асылыкүл буйында ул һыу аҫты батшаһының ҡыҙы Һыуһылыуҙы күрә һәм уға ғашиҡ була. Һөйгәненә эйәреп, Заятүләк һыу аҫты донъяһына китә, әммә ваҡыт үтеү менән тыуған ерен һағына башлай.
Һыу аҫты батшаһының ризалығы менән Заятүләк Һыуһылыуҙы һәм өйөр-өйөр йылҡыны алып, тыуған яғына ҡайта. Улар Балҡантау янында бәхетле тормош көтә, ләкин атаһының үлеменән һуң Заятүләк ырыу эштәренә ҡатнашырға мәжбүр була. Һөйләшелгән ваҡытта кире әйләнеп ҡайтмағас, Һыуһылыу һағыштан вафат була. Һөйгәненән айырылыуға түҙә алмаған Заятүләк тә үҙ-үҙенә ҡул һала. Эпос ҡанундары буйынса, улар ерләнгән Балҡантау башҡорттарҙың традицион донъя ҡарашында сакраль (изге) урын һанала[5].
Эпостың идеяһы һәм образдар системаһы
Эпоста мөхәббәт, тоғролоҡ, тыуған ергә бәйләнеш, кешенең рухи һынауҙар аша үтеүе кеүек темалар күтәрелә. Заятүләк образы — батырлыҡ, ихтыяр көсө һәм тыуған ергә тоғролоҡ символы. Һыуһылыу иһә тәбиғәттең серле һәм матур донъяһын кәүҙәләндерә.
Ғалимдар эпоста боронғо мифологик ҡараштарҙың сағылышын күрә. Асылыкүл — серле һәм сакраль урын, ә Балҡантау башҡорт донъя моделендә изге тау, ата-бабалар рухы менән бәйләнгән урын булараҡ һүрәтләнә. Эпостағы һыу аҫты донъяһы, һыу аттары, пәрейҙәр һәм һыуһылыу образдары төрки халыҡтарҙың боронғо мифологияһы менән бәйле.
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр эпосты астраль-календарь мифоэпосы тип ҡарай. Уларса, Заятүләк образы Ҡояш символикаһы менән бәйләнгән, ә эпостағы һынауҙар тәбиғәт циклдарын һәм ваҡыт ағышын сағылдыра[2][5].
Эпостың башҡарылыуы һәм мәҙәниәттәге урыны
«Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосы элек сәсәндәр тарафынан көйгә һалып башҡарылған. Эпик өҙөктәрҙең көйҙәрен К. Й. Рәхимов, П. Г. Рыбаков, Х. Ф. Әхмәтов яҙып алған һәм нотаға һалған.
Эпос мотивтары башҡорт әҙәбиәтендә, театр сәнғәтендә һәм музыкаһында киң ҡулланыла.
1999 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрында С. Р. Суринаның «Тылсымлы күл сере (Заятүләк менән Һыуһылыу)» спектакле (режиссёры Р. М. Назарова, ҡуйыусы рәссамы И. Д. Бәкеров, композиторы И. М. Хәлилов) ҡуйыла[2].
2024 йылда театрҙа «Заятүләк менән Һыуһылыу» постановкаһы яңыртылып (авторы М. Малухина, режиссёры И. Ҡаҙаҡбаев, рәссамы А. Бубнова) күрһәтелде[6].
Бөгөн «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосы башҡорт халҡының рухи мираҫының мөһим өлөшө булып тора һәм башҡорт эпик традицияһының сағыу өлгөләренең береһе һанала[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Мажит Гафури. Заятуляк и Хыухылу. Ураловед (5 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026.
- ↑ 1 2 3 Заятүләк менән Һыуһылыу (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026.
- ↑ Ушла из жизни народный сэсэн Республики Башкортостан Зулярам Снигирева-Тугашева. Республиканский центр народного творчества / (2 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026.
- ↑ О. В. Абдрахимова. Русскоязычные варианты башкирского эпоса «Заятүләк менән Һыуһылыу». cyberleninka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июнь 2026.
- ↑ 1 2 3 Султангареева Р. А. Башкирский эпос «Заятуляк и Хыухылу»: новое мифосемантическое, лингвофольклористическое прочтение и особенности аутентичных видеоверсий XXI в.. — DOI:DOI:10.31833/12-11-2021-IV-331-344.
- ↑ Заятүләк менән Һыуһылыу. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026.
Әҙәбиәт
- Башҡорт халыҡ ижады. 3-сө т. Эпос. — Өфө, 1998.
- Киреев А. Н. Башкирский народный героический эпос. — Уфа, 1970.