Ҡыҙыл шишмә

Ҡыҙыл шишмә (рус. Красный Ключ) — Башҡортостан Республикаһының Нуриман районындағы шишмә, һыу дебиты (һыу миҡдары) буйынса, Францияның Воклюз шишмәһенән генә ҡалышып, Европала икенсе урында тора. Һыу миҡдары — секундына 14,88 куб метр. Ҡыҙыл шишмә — Рәсәйҙәге иң эре эсәр һыу сығанағы. Өфө яйлаһының көньяҡ-көнбайышында, Ҡариҙел йылғаһының һул яғында урынлашҡан[1].

«Ҡыҙыл шишмә сығанағы» — 1965 йылдан алып төбәк әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы составында (рус.)баш..

Тасуирламаһы

Ҡыҙыл шишмә — барлыҡҡа килеүе һәм йәшәү режимы йәһәтенән уникаль тәбиғәт күренеше. Карст упҡындары тиҫтәләрсә мең йылдар элек хасил булған. Сығанаҡ Яманйылға бассейнындағы тәрән карст йырындарында һәм каналдарында урғылып ятҡан ҡеүәтле һыу ағымдарының ер өҫтөнә бәреп сығыуынан хәсил була. Яманйылға Ҡаратау һырты битләүенән баш ала. Башланған урынынан 8 километр алыҫлыҡта йылға ер аҫты йырҙаһына күсә. Артабан 40 километр арауыҡты ул борма-борма карст юлдар буйлап үтә. Сыҡҡан урынынан 16 километрҙа ҡабат ер өҫтөндә пәйҙә була. Ҡыҙыл шишмә — ер аҫтынан аҡҡан Яманйылғаның, өҫкә бәреп сығып, иң ҙур бушаныуы[2].

Ҡеүәтле һыу ағымы бергә тоташҡан ике ҙур карст упҡынының төбөнән атылып сыға. Был упҡындарҙың бәләкәйерәгенең тәрәнлеге — 20 метр, ҙурыныҡы — 38 метр.

Ҡыш көнө Ҡыҙыл шишмәнең һыуы Ҡариҙел йылғаһын йылыта, уның ҡойған еренән 13 километрҙа йылыу яһала. Бында йыл һайын осар ҡоштар — өйрәктәр ҡышлай.

Һыуының тасуирламаһы

Шишмәнең һыуы тоноҡ, аҡһыл төҫмөрлө йәшкелт-зәңгәрһыу төҫтә, сөсө (0,2 г/л), гидрокарбонат (рус.)баш. кальцийлы, ион миҡдары (мг/л): кальций (48,1), магний (21,9), натрий (5,84), гидрокарбонат (219), сульфат (10,3), хлорид (6,2) иондары; микроэлементтар (мг/л): кремний (3,4), калий (1,12), цинк (0,01), тимер (0,016); газ составы буйынса кислородлы‑азотлы; температураһы — 4,5—5,5°С[1].

Шишмә секунд һайын һыу менән бергә 1 килограмдан ашыу бурташ сығара[3].

Хужалыҡта ҡулланылыуы

XIX быуат башында шишмәлә һыу тирмәне, XIX быуат аҙағында — бәләкәй электр станцияһы төҙөлә, уның энергияһын Ҡыҙыл шишмә ауылындағы ҡағыҙ фабрикаһы тотона[3]. Фабрика 1970 йылдар уртаһына тиклем эшләй. 1990 йылдар аҙағынан шишмә һыуы шешәләргә тултырыла һәм һатыуға сығарыла[2]. 2000 йылдар башында Ҡыҙыл шишмәнең Ҡариҙелгә йүнәлгән ағымында плотина һәм 200 киловатлы (рус.)баш. Ҡыҙыл Шишмә бәләкәй ГЭС-ы төҙөлә.

Дайверҙарҙың шишмә төбөнә төшөүе

«Русский дайвинг» һыу аҫты клубы 2002 йылда Ҡыҙыл Шишмә сығанағын тикшереү өсөн водолаз дайверҙар экспедицияларын ойоштора. Тикшеренеүҙәр материалдары «Октопус» журналының 2002 йылғы 2-се һанында баҫыла. Дайверҙар шишмәнең һыуына сума, төбөн тикшерә, һыу аҫтын фотоға төшөрә.

«Русский дайвинг»тың 2002 йылғы экспедицияһының ағзалары: Роман Прохоров, Игорь Галайда, Андрей Быков.

Экспедиция барышы

Игорь Галайданың һөйләгәне:

Беҙгә шул билдәле: стена аҫтында күлдең максималь тәрәнлеге 40 метр самаһы. 30 метр билдәһенә яҡынлашҡанда, үҙеңдең өҫкә ҡарай стенанан ситкә тартылыуыңды тояһың... Бында стена менән күл төбө араһында киң арауыҡ башлана. Ҡайҙалыр тәрәндә таш ҡыҫығынан бер ярыҡ аша һыу ҡеүәтләнеп урғыла... Ҡулыңды ысҡындырһаң, хәҙер осоп китәһең. Ниһайәт, сығанаҡтың тамағы күренә. Таш стенала метрға метр егерме үлсәмле ҡара уйым өңөрәйеп тора.

Ошо уйым аша һыу менән ҡуша рогатканан атҡан шикелле ваҡ таштар оса.

Эскә бик тә ҡарағы килә, әммә шунда уҡ битлекте һыу тартҡыслай башлай. «Тамаҡ» үҙе ауыштан биш метр самаһына күренә. Уның аръяғында киңәйеүгә оҡшаш ҡараңғылыҡ...

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Р. Ф. Абдрахманов. Красный Ключ, сығанаҡ (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025.
  2. 1 2 Родник Красный ключ – водное сокровище Башкирии. Сайт «Вода России» (9 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025.
  3. 1 2 Родник Красный Ключ — уникальный памятник природы в Башкирии. Сайт «Krasnyj-Cvet.ru — Энциклопедия красного цвета» (2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025.

Тема буйынса өҫтәмә