Бөрө заказнигы
Бөрө заказнигы (рус. Бирский заказник) — Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы биләмәһендә, Бөрө ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының уң ярында ойошторолған[1].
Тасуирламаһы
Бөрө зоологик заказнигы 1967 йылда һунар йәнлектәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында Ағиҙел йылғаһының уң ярында, Бөрө ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа 6 саҡрым алыҫлыҡта ойошторола. Майҙаны 20,6 мең га, территорияһының 53,3%-ы урман менән ҡапланған. Рельефы һыубаҫар туғайлы, уйһыу, йырындар менән йырғыланған[1].
Флораһы
Заказник биләмәһендә муйыл, зелпе, мурт эт муйылы, сәтләүек ағасы торған ваҡ урманлыҡтар менән бергә йүкә, ҡайын, уҫаҡ һәм имән урмандары, шулай уҡ ҡарағай культуралары таралған.
Бөрө заказнигында Башҡортостан Республикаһы Ҡыҙыл китабына индерелгән һары күбәләк сәскәһе үҫә[1].
Фаунаһы
Заказник биләмәһендә бурһыҡ, йылға ҡондоҙо, аҫ, аҡ ҡуян, ҡабан, һары шәшке йәки көҙән, ҡоралай, һуҡыр сысҡан, һыуһар, ябай төлкө, мышы, һары шәшке, һеләүһен, янут һымаҡ эт, ала күгәрсен, һуйыр, урман күгәрсене, һуна өйрәк, таҙғара йәки ҡашҡабаш, ваҡ һайыҫҡан һ. б. тереклек итә.
Шулай уҡ заказникта Башҡортостан Республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡама, европа шәшкеһе, бөркөт, диңгеҙ бөркөтө, һоро һайыҫҡан, үлән тәлмәрйене һ. б. осрай[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Бөрө заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.