Яҡтыкүл (шифахана)
«Яҡтыкүл» (шифахана) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы күп йүнәлешле бальнеология шифаханаһы[1]. 1937 йылда ял йорто булараҡ нигеҙ һалына башлай. Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1971 йылдың 12 мартындағы 106-сы ҡарары нигеҙендә «Яҡтыкүл» шифаханаһы урындағы әһәмиәткә эйә бальнеоклиматик курортҡа әүерелә. Өфө ҡалаһынан 317 км алыҫлыҡта, Яҡтыкүл ярында, диңгеҙ кимәленән 450 метрҙа урынлашҡан.
Тарихы
«Яҡтыкүл» күле янында урынлашҡан күлдәр ләменең шифаһы элек-электән билдәле булған. Тәүҙә урындағы халыҡ уларҙы быуындар һыҙлауын баҫыу маҡсатында файҙаланған[2], ә һуңынан шифалы ләм ятҡылыҡтарын яңынан разведкалау шифахана булдырыу мөмкинлеген бирә.
1932 йылда бында йылдың йылы ваҡытында ғына эшләгән пионер лагеры асыла[2][3]. Капиталь төҙөлөш XX быуаттың 40-сы йылдарында башлана. 1941 йылда Магнитогорск ҡалаһының металлургия комбинаты эшселәре һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн ял йорто төҙөлөшө тамамлана. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы «Банное» тип исемләнгән ял йортон асыуҙы кисектерә. Ял йорто 1950 йылда ғына асыла. 1956 йылдан алып ял йорто Башҡорт АССР-ының Профсоюздар курорттарына идара итеү советына буйһона[2]. Ә инде 1958 йылда бында Мулдаҡкүлдән килтерелгән батҡаҡты файҙаланып, шифахана-курорт дауалау-һауыҡтырыу курстары тәғәйенләнә башлай. Дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған пелоидтарҙы өҫтәмә разведкалау шифахана биләмәһенән ни бары 4 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Безымянное-1 батҡаҡ күленең асылыуына килтерә[2]. Уның шифалы ләме әлегә тиклем шифаханала ҡулланыла.
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1971 йылдың 12 мартындағы 106-сы ҡарары «Яҡтыкүл» шифаханаһын урындағы әһәмиәткә эйә бальнеоклиматик курорт тип иғлан итә[2].
Дауалау йүнәлештәре
Шифахананың төп дауалау факторы булып батҡаҡ менән дауалау тора: ләм-сапропел батҡағы Безымянное-1 һәм Безымянное-2 күлдәренән алына, шулай уҡ дауалауҙа Башҡортостанда ошо шифаханала ғына радон файҙаланыла[4].
Шифаханала релакс һәм дауалау програмамлары эшләнгән. «Яҡтыкүл» һөйәк-мускул системаһы, тире һәм нерв системаһы ауырыуҙарын дауалауға махсуслаша. Шулай уҡ аш һеңдереү, тын юлдары, йөрәк-ҡан тамырҙары, матдәләр алмашыныуы, бәүел-енес системалары ауырыуҙары, гинекология һәм урология сирле пациенттар өсөн тәғәйенләнгән[5][2].
Шулай уҡ дауалауҙа ҡымыҙ, диетотерапия, дауалау физкультураһы, массаж, физиотерапия, фитомотерапия, спелеотерапия һ. б. ҡулланыла[1].
Бальнеологик процедуралар (радон, ынйы, өйөрмә, ылыҫлы, һыу аҫты душ-массажы ванналары), электр менән дауалау, массаж, дауалау физик күнегеүҙәре, диета ҡулланыла. Клиника, биохимия, бактериология лабораториялары, функциональ диагностика кабинеттары, рентген, теш табиптары, дауалау физкультураһы залы һ. б. эшләй.
Инфраструктураһы
Социаль йүнәлеше
2024 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар шифаханала 14 көн бушлай сәләмәтлеген нығыта ала[3].
Ҡаҙаныштары
«Яҡтыкүл» шифаханаһы Мәскәү, Һамар, Сочи ҡалаларында үткәрелгән «Здравница» Бөтә Рәсәй форумдарында «Иң яҡшы бальнеошифахана» (2006, 2012, 2022) номинацияһында, «Ләм менән дауалауҙың иң яҡшы технологиялары» (2009, 2010, 2012, 2013), «Тәбиғәттең дауалау факторҙарын файҙаланыу буйынса иң яҡшы шифахана» (2008, 2011, 2024), «Иң яҡшы климат-терапия һәм климат-профилактика технологиялары» (2011, 2013) номинацияларында көмөш һәм алтын миҙалдарына һ. б. маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Яҡтыкүл (шифахана) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Санаторий "Якты-Куль". Администрация муниципального района Абзелиловский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2024.
- ↑ 1 2 Игорь Никитин. Тройной эффект «Якты-Куля». Известная здравница возвращает силы и здоровье, АиФ-Уфа (18.04.2024). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ «Из грязи - в князи»: Башкирская грязелечебница вышла в лидеры по России, ufa.kp.ru (8 февраль 2017). 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Санаторий "Якты-Куль"- один из самых красивых курортов Башкирии. Санаторий "Якты-Куль". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2024.
- ↑ 1 2 «Якты-Куль» санаторий. «Якты-Куль» санаторий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2024.
Әҙәбиәт
- Иванов В. Н. Якты-Куль — здравница Зауралья. Уфа, 1982.
Һылтанмалар
- Яҡтыкүл (шифахана) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- История санатория
- Преимущества санатория Якты-Куль