Ҡарашар һаҙлығы
Ҡарашар һаҙлығы (рус. Черношарское болото) — Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы Вознесенка ауылы эргәһендәге төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы, 2005 йылдың 21 июленән Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе[1].
Тасуирламаһы
Төбәктең сығанаҡтары һәм шишмәләре буйында эзбизташлы туфтар формалашҡан, һыу сығанаҡтары йыуған урындарҙа бәләкәй күлдәр барлыҡҡа килгән. Рельефы убалы. Ландшафы болонло далалар урынында барлыҡҡа килгән урман-далаларҙан һәм һөрөнтө ерҙәрҙән ғибәрәт; Тәбиғи ыҙан шишмәләре һәм гөрләүектәре буйлап эзбизташ туфтары бар, һәм улар тарафынан йыуылған урындарҙа ҙур булмаған күлдәр барлыҡҡа килгән. Рельефы убалы. Ландшафы болонло далалар берләшкән урында барлыҡҡа килгән урман-далаларҙан һәм һөрөнтө ерҙәрҙән ғибәрәт[1].
Дыуан урман хужалығына ҡараған Дыуан ауыл участка урман хужалығының 34-се кварталы составында[2].
Флораһы һәм фаунаһы
Үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: һаҙ һаҙанағы, ысын кәкүк ситеге, һаҙ баҙыҡайы, ваҡ мүк еләге, шулай уҡ реликт — тутыҡ схенус үҫә. Мышы һәм ҡабан йәшәй[1].
Тыйыуҙар
- һаҙлыҡ массивын киптереү;
- ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу;
- торф, һаҙ эзбизташын сығарыу;
- ерҙәрҙе һөрөү;
- мүк әҙерләү, үҫемлектәр йыйыу;
- һаҙ массивында мал көтөү;
- яҙғы-йәйге һунар;
- һәр төрлө төҙөлөш эштәре;
- биләмәнең бысраныуы һәм сүпләнеүе, сүплектәр барлыҡҡа килеүе;
- һаҙлыҡтың кибеүенә, үҫемлектәрҙең үҫеү һәм хайуандарҙың йәшәү шарттары насарайыуына килтереүе мөмкин булған һәр төрлө хужалыҡ эшмәкәрлеге[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Ҡарашар һаҙлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 Черношарское болото
Сығанаҡтар
- Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II.
- Потапова НА, Назырова РИ, Забелина НМ, Исаева-Петрова ЛС, Коротков ВН, Очагов ДМ М.: ВНИИприроды (2006) : 364
- Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан отв ред АА Мулдашев Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010) : 413
Һылтанмалар
- Ҡарашар һаҙлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Черношарское болото