Ишембай заказнигы

Ишембай заказнигы (рус. Ишимбайский заказник) — республика әһәмиәтендәге дәүләт тәбиғи зоология заказнигы, Башҡортостандың Ишембай районында 1971 йылда булдырылған махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе[1].

Физик-географик ҡылыҡһырлама

Биләмә 1971 йылда һунар промыслаһы ййәнлектәрҙең популяцияһын тергеҙеү өсөн зоологик заказник булараҡ ойошторола. Уның территорияһы аша күп ҡушылдыҡтары булған Егән йылғаһы аға. Шулай уҡ Кәлимосҡан ҡаяһы, Салауат Юлаев мәмерйәһе, Ҡарауылтау, Ташөй мәмерйәһе кеүек тәбиғәт ҡомартҡылары ла бар. Заказник биләмәһендә Ҡуҡрауыҡ шарлауығы, Ҡыҙылташ төбәге, Селтәрлеуртаташ төбәге, Ҡолоҡ йылғалары урынлашҡан. Көнбайыш өлөшөндә тау эргәһе рельефлы, һөҙәкле‑убалы; көнсығыш өлөшөндә тигеҙ, Бағаръяҙ, Биктәр, Кесе Арҡа һәм башҡа айырым түбән һырттар ята. Карст соҡорҙары, ҡыуышлыҡтары йыш осрай[1].

Майҙаны 58,5 мең га булған заказник, нигеҙҙә, киң япраҡлы һәм ҡатнаш урман менән ҡапланған (80,8 %), көньяҡтағы битләүҙәрен болонло һәм ҡыуаҡлы далалар биләй. Ишембай заказнигында үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән Браун күп рәтле абағаһы, республиканың һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китаптарына индерелгән Клер астрагалы, урыҫ сыбар сәскәһе үҫә[1].

Хайуандар донъяһы ла бай: бурһыҡ, аҡ ҡуян, үрғуян, ҡабан, һары шәшке, ҡоралай, һыуһар, йәтсә, төлкө, мышы, һоро айыу, америка шәшкеһе, һеләүһен, көҙән, ҡурпысыҡ, һуйыр, һуна өйрәк, сел, ҡор һәм башҡа ҡырағай хайуандар бында көн итә. Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән төньяҡ шымамороно, Натузиус ваҡ ҡолаҡ ярғанаты, Наттерер төн күбәләге, яр төн күбәләге, баҡса ҡомағы, мөншөгөр, орсоҡ йылан, баҡыр йылан һәм башҡа төрҙәр йыш осрай. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡара ҡауҙы, бөркөт, ҡом һайыҫҡаны, көсөгән, өкө, шаршы күкене, зөгәй, ҡыҙыл балыҡ, йылға бағыры, европа бәрҙеһе осрай[1].

Географик урыны

Заказник Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә Ишембай ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 35 км, Маҡар ауылынан — 9 км, Стәрлетамаҡ тимер юл станцияһынан 60 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Ишембай заказнигы. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2026.
  2. Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.)

Сығанаҡтар

  • Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.).
  • Овсянникова М. М., Кулясова А. Е. «ТУРИСТИЧЕСКИЕ МАРШРУТЫ Ишимбайского района Республики Башкортостан» (Уфа, Информреклама, 2012 г., стр. 80, 500 экз.).
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  • Ишимбайский. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).

Тема буйынса өҫтәмә