Ҡара ҡауҙы

Ҡара ҡауҙы (рус. Черный аист, лат. Ciconia nigra) — ҡауҙылар ғаиләһендәге ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Оҙон аяҡлы, оҙон муйынлы ҡош. Яңғыҙ ҙа, парлашып та йөрөйҙәр. Ҡанаттарын яй ғына һелтәп, шунан һелтәмәйенсә йәйеп оҙаҡ ҡына оса. Дөйөм төҫө күкһел һәм һарғылт ялтырауыҡлы ҡара. Ҡорһағы аҡ. Түшендә ҡабарып торған оҙон ҡауырһындары бар. Суҡышы, аяҡтары ҡыҙыл. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел.

Ciconia nigra -Kruger National Park-8.jpg
undefined

Тауышы

Тауышы тоноҡ ҡына: «ҡау-лиң», суҡыштарын бер-береһенә ҡағып тырылдай.

Йәшәү рәүеше

Кеше йөрөмәгән аулаҡ урмандарҙа, йылға буйҙарында, урманлы ҡая таштарҙа йәшәй. Тәлмәрйен, сысҡан, кеҫәртке, балыҡ һәм эре бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк ос¬рай. Ағас баштарында оялай. 2—5 бөртөк аҡһыл һары йомортҡаһы була.

The Soviet Union 1969 CPA 3794 stamp (Black Stork).jpg
2005. Stamp of Belarus 0615.jpg
Stamp of Kazakhstan 227.jpg

Әҙәбиәт

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Красная книга Российской Федерации М.: АСТ 2001
  • Ганзак Я. «Иллюстрированная энциклопедия птиц». Прага: Артия 1974
  • Жизнь животных т.6. Птицы М.: «Просвещение» 1986.