Шумилов шарлауыҡтары
Шумилов шарлауыҡтары | |
---|---|
![]() | |
Ҡылыҡһырлама | |
Бейеклеге | 3 м |
Киңлеге | 10 м |
Урынлашҡан | |
54°20,89′ с. ш. 53°37,31′ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Район | Туймазы районы |
![]() |
Шумилов шарлауыҡтары Башҡортостан Республикаһы Туймазы районында, Бөгөлмә- Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. 2010 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора[1].
Шарлауыҡтың үҙенсәлеге шунда: ул тауҙарҙан йыраҡта, бейек булмаған ҡаялы уба битләүенән ағып төшә. Шарлауыҡтың убаның урта төшөнән башлана.
Шарлауыҡ ҡаяның өс метрлыҡ ҡырынан бик күп тармаҡтар яһап, ҡояшта ялтлап, осҡонланып торған һыу шаршауына оҡшай.
Шарлауыҡтың һыу шаршауы артында ҙур булмаған таш ҡыуыш- мөгәрә бар. Ҡыуыштың диуары , өҫкө йөҙө мүкле кальцит ултырмаларынан тора.
Шарлауыҡ ағып төшкән бөтә ҡая йөҙө бихисап бураҙналар, юлдар, канауҙар, күлле соҡорҙар, мөгәрәләр, ҡаяның осло таштары менән йырғысланып бөткән.
Шарлауыҡ ағымдары бер шишмә булып ҡушылып, 4 км тирәһе йыраҡлыҡта ятҡан Ҡыҙаш йылғаһына барып ҡушыла.
Шулай уҡ, ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 14 декабря 2010 г. N 480 "О памятниках природы республиканского значения" 2013 йылдың 6 ноябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
Рувики.Медиала Шумиловские водопады темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- YouTube сайтында Шумиловские водопады
- Шумиловский водопад
- Фотоотчет
|