Ҡотҡор төбәге
Ҡотҡор төбәге (рус. Урочище Кухтур) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районында урынлашҡан ландшафт ҡомартҡыһы. Көньяҡ Уралда, Ҡаһарман ауылынан яҡынса 1–1,5 км көньяҡ-көнбайышҡа табан, Ҡағы ауылына барыусы юл буйында урынлашҡан. Майҙаны төрлө сығанаҡтарға ярашлы 108-ҙән алып 350 гектарға тиклем тәшкил итә.
Географияһы һәм тәбиғәте
Төбәкте Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы Ҡотҡор йылғаһы киҫеп үтә. Ҡотҡор йылғаһы үҙәне Көньяҡ Уралдың иң бейек һәм матур һырттарының береһе булған Бешәтәк һыртының көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Ерҙәр ҡара һоро һәм ҡара тупраҡлы, ҡайын һәм ҡарағайлы ҡатнаш урмандар, урмандар араһында болондар бар. Яҙын һәм көҙөн йылға тулы һыулы була, бында Европа бәрҙеһе тереклек итә.
Ҡотҡор — ҡиммәтле тәбиғи ландшафтарҙы һәм һирәк осраған үҫемлектәр менән хайуандарҙы һаҡлаған комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Бында 30-ҙан ашыу үлән төрө үҫә. Улар араһында реликт һәм һирәк үҫемлектәр бар: умырзая (рус.)баш., Уймаҡ үлән, Айыутабан. Тәбиғәте бай һәм күп төрлө: мышы, бүре, айыу, һеләүһен, төлкө, аҡ ҡуян кеүек хайуандар йәшәй. Урмандарҙа 74-кә яҡын ҡош төрө осрай, шулай уҡ һөйрәлеүселәр һәм ер-һыу хайуандары күп[1].
Төбәккә бәйле тарих
1772 йылда билдәле сәнәғәтсе Евдоким Никитич Демидов (рус.)баш. тарафынан бында Ҡотҡор тимер иретеү һәм ҡойоу заводы нигеҙләнгән. 1773–1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында завод Емельян Пугачёв етәкселегендәге ихтилалсылар яғына сыға һәм улар өсөн туптар ҡойоп бирә. 1774 йылдың яҙында Белорет заводына барғанда Пугачёвтың отряды был заводты яндыра.
Риүәйәттәргә ярашлы, «Ҡотҡор» исеме Салауат Юлаевтың көрәштәштәренең береһе — ошо заводта эшләгән кешенең исеменән килеп сыҡҡан. Завод эргәһендә урынлашҡан күле төбөндә Пугачёв заманына, шулай уҡ Граждандар һуғышына ҡараған ҡорал, туптар, хатта аҡса һуғыу ҡорамалдары һаҡланып ҡалырға мөмкин, тип фараз ителә[2].
Һаҡлау статусы
Ҡотҡор 1965 йылдың 17 авгусында тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан ителә. Уның биләмәһендә урманды ҡырҡыу, һунар, балыҡ тотоу кеүек эшмәкәрлектәр тыйыла. Әммә рәсми статусына ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә ул тейешле кимәлдә һаҡланмай[3].
Туристар өсөн
Маршрут Ҡаһарман ауылынан, ауылдан Ҡотҡор йылғаһының һул яҡ үҙәне буйлап төньяҡ-көнсығышҡа 0,8 км барырға. Шулай Бешәтәк һыртына балып етергә мөмкин[4]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Р.А.Фәтҡуллин, Тәрж. А.Н.Күсеев. Ҡотҡор, тәбиғәт ҡомартҡыһы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда.
- ↑ Кухтур. Урал. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.
- ↑ Урочище Кухтур. Природопьзование Урала. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.
- ↑ Урочище охтур. Уникальные географические объекты России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.
Һылтанмалар
- Урочище Кухтур. Комплексный памятник природы. Природное наследие Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.