Бешәтәк
Бишитәк, Бешәтәк, Биштау, (рус. Большой Шатак)[1]— Белорет районындағы Көньяҡ Уралдағы Оло Шатаҡ һыртының иң бейек түбәһе.
Географияһы
Оло Шатаҡ Ағиҙел һәм Оло Әүжән йылғалары араһында урынлашҡан. Көньяҡтан Үрге Әүжән, ә көнсығыштараҡ Үҙән ауылдары ята. Оло Шатаҡ тауының төҙөлөшө Көньяҡ Уралдың бөтә геологик тарихын асыҡ сағылдыра. Бының өсөн уны геологтар бигерәк тә ярата. Иң ҡыҙыҡлы таштар— ул шатаҡ конгломераттары йәғни боронғо дингеҙ менән йоморланған һуйырташтар.
Шатаҡ түбәһендә—ҙур яйла. Уны Ирәмәл массивы менән оҡшатырға мөмкин. Әммә Ирәмәлдән айырмалы рәүештә, Шатаҡта тау тундраһы әкренләп субальплы болондарға күсә һәм уға далалы берләшмәләр ҡушыла. Ботаниктар әйтеүенсә, Шатаҡтағы тау тундраһы —Уралда иң көньяҡ тундра. Ә Шатаҡтағы ҡарағас урмандары Көньяҡ Уралдың иң көнбайышта урынлашҡандары. Бында реликт ҡарағастар үҫә, улар мәңге балта күрмәгәндәр. Бында 200-300, хатта 600 йыллыҡ ҡарағастар үҫәләр[2].
Этимологияһы
Тауҙың боронғоса дөрөҫ атамаһы Бишитәк тауы. Был тауҙың биш битләүе, биш түбәле тигәнде аңлата. Ысынында ла был тау башынан 5 түбә күренә. Нишләп Шатаҡҡа әйләнеп киткәне билдәһеҙ, бәлки картографтарҙың иғтибарһыҙлығында йәки яңылышыуында булғандыр.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Бешәтәу, Бишатяк. Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башкирское С 48 книжное издательство, 1980 г. - 200 стр.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.
- ↑ большой шатак рго 2021 йылдың 27 ғинуар көнөндә архивланған.