Ҡағы (Белорет районы)
Ауыл | ||
Ҡағы | ||
---|---|---|
рус. Кага | ||
Файл:Село Кага, Башкортостан - panoramio (4).jpg | ||
53°31′44″ с. ш. 57°41′13″ в. д.HGЯO | ||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | |
Федерация субъекты | Башкортостан | |
Муниципаль район | Белорет | |
Ауыл советы | Ҡағы | |
Тарихы һәм географияһы | ||
Нигеҙләнгән | 1740 йыл | |
Халҡы | ||
Халҡы | ↘787[1] кеше (2010) | |
Милли составы | урыҫтар | |
Һанлы идентификаторҙар | ||
Почта индексы | 453523 | |
ОКАТО коды | 80 211 825 001 | |
ОКТМО коды | 80 611 425 101 | |
ГКГН номеры | 0525473 | |
|
||
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Ҡағы (рус. Ка́га) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 787 кеше булған[2]. Ҡағы ауыл биләмәһенең административ үҙәге. ОКАТО коды — 80211825001.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Ағиҙелгә ҡойған ерҙән алыҫ түгел ерҙә, шул уҡ исемдәге йылға буйында, 80К-026 Стәрлетамаҡ — Магнитогорск автомобиль юлында урынлашҡан.
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Андреев Евгений Иванович (18.02.1911–26.03.1981), сәнәғәт тармағы алдынғыһы. 1937–1966 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының үҙәк лабораторияһы мөдире. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры[4].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылға ҡасан нигеҙ һалыныуы теүәл билдәле түгел. Тарихсылар 1740 йылды рәсми дата тип ҡабул иткән. Ҡағыға ингән ерҙәге стелала ла ошо дата күрһәтелгән. Ауылға, күрәһең, старообрядсылар нигеҙ һалған һәм ошонда ағып ятҡан йылға исеме аҫтында, Дим заводтарының береһе — Ҡағы заводына[5] нигеҙ һалған саҡта ул барлыҡҡа килгән. Завод Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙенә ҡараған.
Ауыл бер нисә тапҡыр яна. 1911 йылдың йәйендә сыҡҡан янғын заводты тулыһынса юҡ итә[6], шунан һуң ауылдың иҡтисади әһәмиәте тулыһынса кәмей.
Топонимияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылдың атамаһының килеп сығыуына бәйле бер нисә фараз бар.
Беренсе легендаға ярашлы, ҡасандыр был урынға килгән кешеләр ял итергә һәм һыу эсергә тип йылға буйына төшкән. Шул ваҡыт уларға ҡаршы һыуҙан аҡ ҡыр ҡаҙҙары тубы күтәрелгән. Улар шаулап ҡанат ҡағып, «ҡа-ғы, ҡа-ғы» тип йылға яңғыратып ҡаңғылдап осҡан имеш. Был урындың исеме ошонан киткән.
Ҡаға, йәғни ҡаға-таш һүҙен шулай уҡ һелкенгән (тетрәгән) тау-таш (гора, которую трясет) тип тә аңлаталар.
Шулай ҙа «ҡағы» һүҙенең килеп сығышын ҡаҙҙарға бәйләп ҡарау дөрөҫлөккә тап килмәй. Сөнки йылға Белорет районы Үҙәнбаш ауылы янындағы Ҡағыташ тауы итәгенән баш ала. Башҡортостандың Әбйәлил һәм Белорет райондары аша үтеп, Башҡортостан ҡурсаулығының тәбиғи төньяҡ сиген һәм Белорет менән Бөрйән райондары сиген хасил итә.
«Ҡағы» топонимын билдәле ғалим, тел белгесе Фирҙәүес Хисамитдинова бына нисек аңлата:
«Ҡағы, Ҡыйғы (Кагы, Киги – русса) мәғәнәһе буйынса бер-береһенә үтә яҡын һүҙҙәр, дөрөҫөрәге – бер тамырлы, самодий телдәренән килеп сыҡҡан булыуҙары ихтимал (самодий – урал телдәре составына ҡараған телдәр төркөмө). Самодий телендә «ҡағы» «һыу» тигәнде аңлата. Ҡағы атамаһы сығанаҡтарҙа тап Башҡортостан йылғалары булараҡ 1740-сы йылдарҙан телгә алына. Самодий телендә шулай уҡ «ҡыҡҡы, ҡаҡҡы» тигән һүҙҙәр бар, улар тәржемәлә «йылға йәки шишмә» тигәнде аңлата
.
«Ҡағы, ҡыйғы, ҡыйҙаш» кеүек бер тамырлы һүҙҙәрҙең башҡа аңлатмаһы ла булыуы ихтимал. Бәлки улар беҙҙең халыҡтың боронғо төрки тамырҙарына барып тоташалыр. «Был теманы өйрәнергә теләүселәр табылыр. XI-XII быуаттарҙың төрки филологы һәм лексикографы Мәхмүт Ҡашғариҙың һүҙлегенә мөрәжәғәт итергә кәңәш итәм. Был атамаларҙың топонимик форманты бер булырға тейеш. Бөтөн төрки телдәрендәге быға оҡшаш һүҙҙәрҙе эҙләргә һәм сағыштырырға кәрәк», – тигән бурыс ҡуя йәштәргә Фирҙәүес Хисамитдинова
.
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл аша Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы үтә.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 787 | 363 | 424 | 46,1 | 53,9 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — урыҫтар (93 %)[7].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡтың төп шөғөлдәре: ауыл һәм урман хужалығы, туризм өлкәһе, бер ни тиклем яҡындағы ауылдың (Үрге Әүжән) предприятиеларында эшләү.
Инфраструктураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылдан алыҫ түгел «Сухов Ключ», ауылдың үҙендә «Тәңре» һәм «Ағиҙел» турбазалары урынлашҡан. Стенаға төшөрөлгән биҙәк һаҡланған Изге Никольский ҡорамы — архитектура ҡомартҡыһы, экскурсиялар һәм (һирәгерәк) байрам хеҙмәттәре көндәрендә асыла. Ауыл китапханаһында ауыл тарихына арналған экспозиция урынлашҡан. Ауыл эргәһендә изге Сажелка шишмәһе урғыла. Электр менән тәьмин итеү Ҡағы йылғаһындағы бәләкәй ГРЭС-тар иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Еңеүҙең 50 йыллығы урамы (рус. улица 50 лет Победы)
- А.Юрочкин урамы (рус. улица А.Юрочкина)
- В.Селиванов урамы (рус. улица В.Селиванова)
- Горький урамы (рус. улица Горького)
- Киров урамы (рус. улица Кирова)
- Комсомол урамы (рус. Комсомольская улица)
- Ленин урамы (рус. улица Ленина)
- Матросов урамы (рус. улица Матросова)
- Мичурин урамы (рус. улица Мичурина)
- Күпер урамы (рус. Мостовая улица)
- Некрасов урамы (рус. улица Некрасова)
- Беренсе Май урамы (рус. Первомайская улица)
- Быуа уармы (рус. Плотинная улица)
- Пролетар урамы (рус. Пролетарская улица)
- Пугачев урамы (рус. улица Пугачева)
- Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
- Репин урамы (рус. улица Репина)
- Балыҡлы урамы (рус. Рыбная улица)
- Свердлов урамы (рус. улица Свердлова)
- Совет урамы (рус. Советская улица)
- Һалдаттар урамы (рус. Солдатская улица)
- Суворов урамы (рус. улица Суворова)
- Татаринов урамы (рус. улица Татаринова)
- Хеҙмәт урамы (рус. Трудовая улица)
- Чапаев урамы (рус. улица Чапаева)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[8]
Видеояҙмаларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- YouTube сайтында Видео Село Кага. Белорецкий р-н. Башкортостан.
- YouTube сайтында Видео Орнамент. Село Кага Белорецкого района
- YouTube сайтында Видео Масленица в селе Кага Белорецкий район
- YouTube сайтында Видео Кага. Южный Урал, Белорецкий район.
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Маяҡ» йәки «Яңғыҙ ҡарағай» тип аталған тауҙағы урын
- Константин Сухов йорто
- Изге Николай ҡорамы
- Ҡағы заводы харабалары
- Изге Сажелка шишмәһе[9]
- В.К. Блюхер бюсы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Свободная энциклопедия Урала. Андреев Евгений Иванович 2020 йылдың 5 ғинуар көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2021)
- ↑ Село Кага построено в 1740 г. Е. Н. Демидовым . Дата обращения: 9 декабрь 2008. Архивировано из оригинала 28 сентябрь 2013 года.
- ↑ Село Кага
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
- ↑ Достопримечательности села Кага
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡағы (Белорет районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2021)
- Кага на портале «Генеалогия и Архивы»
- Сайт о селе Кага