Яңы Абҙаҡ (Белорет районы)
Яңы Абҙаҡ (рус. Новоабзаково) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл һәм тимер юл станцияһы. Абҙаҡ ауыл советы составына инә[1][2].
Географик урыны
Күршеләге Әбйәлил районында башланған Кесе Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан[1].
Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Абҙаҡ ауылы) — 5 км, район үҙәгенә тиклем (Белорет ҡалаһы) — 25 км[2], Өфөгә тиклем — 285 км[3], Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһына тиклем — 64 км[4].
Ауыл аша Өфө — Белорет — Магнитогорск — Силәбе тимер юлы үтә. Өфөнән «Урал легендаһы» поезы йөрөй.
Абҙаҡ тау саңғыһы курорты урынлашҡан, ул Магнитогорск металлургия комбинаты асыҡ акционерҙар (рус.)баш. йәмғиәте милкендә.
Тарихы
Ауылға XX быуаттың 50-се йылдарында Көньяҡ Урал тимер юлының Магнитогорск — Белорет участкаһында тимер юл станцияһы төҙөлөшө менән бәйле ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына[1].
Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з Ҡанунына ярашлы, 2005 йылда ҡасаба ауыл статусын ала[1][2].
Үткән быуаттың 70-се йылдарында Ҡырҡтытау һырты битләүендә беренсе канат юлы барлыҡҡа килә. 90-сы йылдарҙа әүҙем төҙөлөш һөҙөмтәһендә ҡунаҡханалар һалына, яңы трассалар йыһазландырыла һәм күтәргестәр ҡуйыла. XXI быуатҡа «Абҙаҡ» Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Көньяҡ Уралда ла популяр (рус.)баш. тау саңғыһы курортына әйләнә. Ул үҙенсәлекле тәбиғәт матурлығы һәм шыуыу миҙгелен башҡа курорттарға ҡарағанда иртәрәк асыу мөмкинлеге менән йәлеп итә[5].
2000 йылдан башлап «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәгенә бер нисә тапҡыр Рәсәй Президенты Владимир Путин килә[6].
Халыҡ һаны
| 2002 | 2009 | 2020 |
|---|---|---|
| 309 | ↗382 | ↘320 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылда йәшәүселәрҙең төп өлөшөн башҡорттар (61 %), урыҫтар 30 % тәшкил итә[1].
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 В.А.Загорский. Новоабзаково, село в Белорецком районе. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7 (Тикшерелеү көнө: 11 сентябрь 2025) (рус.)
- ↑ Расстояние Уфа — Новоабзаково. Сайт «RuDorogi». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ Расстояние Магнитогорск — Новоабзаково. Сайт «RuDorogi». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ Анастасия Девяткина. Горнолыжный курорт «Абзаково»: мягкий снег, величественные горы и развлечения для всей семьи. Сайт «Журнал путешествий» (30 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ Путин отметил, что с удовольствием снова покатается на лыжах на базе «Абзаково» в Башкирии. ТАСС (13 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2025. (рус.)
Әҙәбиәт
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 сентябрь 2025)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 сентябрь 2025)
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Новоабзаково, село в Белорецком районе (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 сентябрь 2025)
- Белорецкая энциклопедия. Научно-справочное издание / Редкол.: Ф. А. Фаизова (гл.редактор). — Белорецк: (ИП Абдуллин Р. К.), 2007. — 260 с., илл. ISBN 978-5-8258-0248-0 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 сентябрь 2025)