Абҙаҡ (курорт)
Абҙаҡ — Башҡортостан Республикаһындағы тау саңғыһы курорты. Белорет районының Абҙаҡ ауылы янында Ҡырҡтытау һырты итәгендә урынлашҡан[1]. Трассаларҙың дөйөм оҙонлоғо 16 километр, бейеклек айырмаһы 320 метр. Курортҡа Владимир Путин бер нисә тапҡыр килә.
Тарихы
Ҡырҡтытау һырты битләүендә беренсе канат юлы 1970 йылдарҙа барлыҡҡа килә. 1990 йылдарҙа унда әүҙем төҙөлөш башлана: ҡунаҡханалар, яңы трассалар һәм күтәргестәр эшләнә. XXI быуат башына «Абҙаҡ» Көньяҡ Уралда популяр тау саңғыһы курортына әйләнә[2].
2000 йылдан башлап Рәсәй Президенты Владимир Путин «Абҙаҡ»ҡа бер нисә тапҡыр килә. Президент өсөн трассалар ябылмай, ул башҡа туристар менән бергә шыуа[3].
Трассаларҙың бер өлөшө Саңғы спортының Халыҡ-ара федерацияһы тарафынан сертификацияланған, шуға күрә унда төрлө спорт ярыштары үткәрелә[4]:
• Тау саңғыһы һәм сноуборд (FIS) буйынса Рәсәй Кубогы этаптары;
• Пара-ски буйынса Рәсәй чемпионаты;
• «Абҙаҡ» кубогына Бөтә Рәсәй тау саңғыһы һәм сноуборд фестивале;
• Эндуро-спринт буйынса Рәсәй Кубогы этаптары;
• Сноуборд буйынса Европа Кубогы этаптары;
• Тау саңғыһы буйынса Рәсәй беренселеге һәм Рәсәй чемпионаты (FIS);
• «Олимпия өмөттәре» Бөтә Рәсәй ярыштары;
• Спорт ориентирлашыуы буйынса Рәсәй беренселеге.
"Абҙаҡ"та шулай уҡ спорт-һауыҡтырыу үҙәге, биатлон үҙәге, һырғалаҡ, аквапарк, хаски-ҡала, зоопарк һәм күңел асыу үҙәге бар[4].
Трассалар
Дөйөм оҙонлоғо 16 километр булған трассаларҙың бейеклек айырмаһы 320 метр. Трассалар тау саңғыһы һәм сноуборд өсөн яраҡлы; шулай уҡ саңғыла йүгереү һәм ҡаргиҙәр өсөн маршруттар бар.
Йәшел трассалар: дүртеһе — яңы саңғысылар өсөн, берәүһе — уҡыу-күнекмәләр өсөн тәғәйенләнгән; тағы икеһе — күпселек саңғысылар өсөн яраҡлы, уларҙың береһе — күҙәтеү өсөн.
Зәңгәр трассалар: береһе — 12 йәшкә тиклемге балалар өсөн, тағы береһе — саңғысыларҙың күпселеге өсөн яраҡлы, 1 — универсаль (ауышлығы үҙгәрешле).
Ҡыҙыл трассалар: береһе — урта кимәлдәге әҙерлекле спортсылар өсөн, өсөһө — тәжрибәле саңғысылар өсөн.
Ҡара трассалар: икәү — фрирайд менән мауығыусылар өсөн.
Трассаларҙың бер өлөшө төндә яҡтыртыла, шуға ла ҡайһы бер күтәргестәр киске 8-гә тиклем эшләй[4].
Климаты
Курорт урынлашҡан төбәктә ҡоро климат өҫтөнлөк итә. Уны Шайтантау армыттары елдәрҙән ышыҡлай. Иң һыуыҡ ай — ғинуарҙың уртаса температураһы минус 13 градус.
«Абҙаҡ» — ҡар пушкаларын ҡулланған беренсе курорт. Трассаларға октябрь аҙағында уҡ ҡар һиптерә башлайҙар, ә тәбиғи ҡар ғәҙәттә ноябрь аҙағына төшә. Тау саңғыһы миҙгеле апрель уртаһына тиклем, ҡарлы ҡыштарҙа — май башына тиклем дауам итә[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. «АБҘАҠ», һауыҡтырыу‑спорт комплексы (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2025)
- ↑ Горнолыжный курорт «Абзаково» (30 октябрь 2024). 20 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Путин отметил, что с удовольствием снова покатается на лыжах на базе «Абзаково» в Башкирии. 20 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 ГЛЦ Абзаково. Курорт Абзаково. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2024.
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. «АБҘАҠ», һауыҡтырыу‑спорт комплексы (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2025)
• Курорт «Абзаково». Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2025)
• Уральская Швейцария: как устроен горнолыжный курорт «Абзаково»? Сайт Дзен (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2025)

