Ноҡат

Ноҡат (рус. Нукатово) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 148 кеше[2]. Почта индексы — 453571, ОКАТО коды — 80211820020.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 105 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Инйәр): 20 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Инйәр): 22 км[3]
undefined

Тарихы

Ноҡат ауылы ла 7 ауыл иҫәбендә 29-се йортҡа ҡараған. Ноҡат ауылы шул уҡ йылға исеме буйынса XIX быуат башында барлыҡҡа килә. V рәүизгә ул әле билдәле булмай. 1834 йылда 30 йортта 205 кеше йәшәй. 25 йылдан һуң 38 йортта 260 кеше иҫәпләнә. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында — 44 йортта 182 кеше. Ауыл халҡы Ҡонтүккән һәм Өмәюлы йылғалары буйында күсенеп йөрөгән. 205 кешегә 60 ат, 40 һыйыр, 130 һарыҡ, 70 кәзә тура килгән. Кәсепселек менән дә шөғөлләнгәндәр. Шул уҡ 1843 йылда ауыл 10 умарта һәм 5 солоҡ тотҡан[4].

2004 йылдың 17 декабренә тиклем бөтөрөлгән Ноҡат ауыл советы үҙәге булған.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 148 76 72 51,4 48,6
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[5].

Урамдар

  • Таулы урам (рус. Горная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[6]

Видеояҙмаларҙа

  • YouTube сайтында Видео Родник в деревне Нукатово Белорецкого района

Билдәле кешеләре

Аҫылғужин Ғәйсәр Бәхтигәрәй улы (1 ғинуар 1944 йыл) — Белорет металлургия комбинатының һуҙыу цехы бригадиры, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры[7].

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 110. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. Госсправка сайтында урамдар исеме
  7. Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. — Т. 1: А-Б. — 624 с. ISBN 5-88185-053-X

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә