Хоҙайбирҙе (Белорет районы)
Хоҙайбирҙе | |
Административ-территориаль берәмек | Егәҙе ауыл Советы и Белорет районы |
---|---|
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 12 декабрь 1986 |
Дәүләт | |
Хоҙайбирҙе (рус. Худайбердино) — 1986 йылда бөтөрөлгән Башҡорт АССР-ы Белорет районының Егәҙе ауыл Советы ауылы. Елмерҙәк һырты янындағы Кейәү Аты Үлгән йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауыл ике урамдан (Мостафин һәм Ғ. Хоҙайбирҙин урамдары) торған.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылдың атамаһы антропонимик характерҙа. Рәүиз материалдары буйынса Әсфәндияров күсенеүсе тураһында ла, уның улдары тураһында мәғлүмәттәр таба алмай.
V рәүиз мәғлүмәттәре буйынса ауыл 80 кешеһе менән 22 хужалыҡтан торған. 55 йылдан һуң 39 йортта 250 кеше йәшәй. 1920 йылда 56 йортта 277 кеше йәшәгән. Ауылдың ярым күсәк халҡының 150 аты, 100 һыйыры, 58 һарығы булған. 40 умарта, 8 солоҡ тотҡан[1].
Совет осоронда ир-аттар урман киҫеүсе, ағас йығыусы, ботаҡ ҡырҡыусы, ыҫмала һәм сайыр йыйыусы булып эшләгән, ҡатын-ҡыҙҙар башлыса хужабикә булған.
1952 йылда — Хоҙайбирҙе ауыл советына ингән ауыл район үҙәге — Белорет ҡалаһынан 138 км, ауыл советы үҙәге — Ботай ауылынан 13 км һәм Белорет тар колеялы тимер юлының Туҡан станцияһынан 22 алыҫлыҡта булған.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге Н 6-2/39Н 6-2/396 « Ҡайһы бер торак пункттарҙы иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренән төшерөп ҡалдырыу тураһында» Указы менән бөтөрөлә[2]
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хоҙайбирҙе ауылынан сыҡҡан яҙыусы һәм журналистар — Нәсибулла Ғүмәров, Ғимранов Исмәғил, Нурислам һәм Рамаҙан Шәйхуловтар, Нәбиулла Төхвәтуллиндар тарафынан Хоҙайбирҙе ауылы халҡына, тәбиғәтенә һәм тарихына арналған әҫәрҙәр яҙыла. Улар араһында Шәйхулов Нурисламдың «Шаулай Еҙем», «Һағындырыр һандуғас», «Суҡмуйыл» повестары, Рамаҙан Шәйхуловтың «Тамамланмаған этюд» китабы, Г. Мостафинаның «Елмерҙәк әсирҙәре» повесы бар.
Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вәлиев Камил Абдрахман улы (23 февраль 1934 йыл, БАССР Белорет районының Хоҙайбирҙин ауылы — 26 март 2000 йыл, Өфө) — Рәсәй башҡорт ғалимы. Доктор.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.298
- Мустафина, Г. Худайбердино — райский сад из детских снов [Текст] : [воспоминания о д. Худайбердино. Сейчас деревни как таковой нет] / Г. Мустафина // Белорецкий рабочий. — 2017. — 16 июня. — С. 2.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Белорецкий район. Худайбердино(недоступная ссылка)
- ↑ Об исключении из учетных данных некоторых населенных пунктов 2019 йылдың 11 сентябрь көнөндә архивланған.