Манышты

Манышты (рус. Манышта) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 372 кеше булған[2]. Почта индексы — 453560, ОКАТО коды — 80211820005.

Урамдары

Тау урамы, Яңы урам, Мәжит Ғәфүри урамы, Йәштәр урамы, Зәки Вәлиди урамы

Тауҙар

Оло тау, Бәләкәй тау, Яҙлау

Йылғалары

Манышты, Инйәр

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 372 201 171 54,0 46,0

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 106 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Инйәр): 16 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Инзер): 3 км

Ауыл тарихы

Был ауылда башҡорт совет рәссамы, 1937 йылдан СССР Художниктар союзы ағзаһы, башҡорт рәсем сәнғәтенә нигеҙ һалған Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы 1928 йылда булып, һүрәттәр төшөргән. Улар араһында «Башҡорт һунарсыһы» портреты. Рәсем артына Ҡасим Сәлиғәскәр улы, «Бигарслан Султанов, охотник, 30 лет, убивший около 20 медведей, 16 волков, партийный, инвалид, получил инвалидность на охоте, собака Бурзик», тип яҙып ҡуйған[3]

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә