Асы (Белорет районы)
Асы (рус. Ассы) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. Асы ауыл Советының үҙәге.
Географик урыны
Тарихы
Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған. 1765 йылдан Асина, Асино, Асы исемдәре аҫтында телгә алынған. Башҡа архив мәғлүмәттәренә ярашлы, 1728 йәки 1762 йылда нигеҙ һалынған.
1762 йылда Ҡатай улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрен Ҡытау-Ивановск заводы төҙөлөшө өсөн һатырға һәм хәҙерге Асс районына күсергә мәжбүр була. Риүәйәт буйынса, күскенселәргә "ҡаялы тауҙар һәм ҡуйы урмандар араһында"төпләнергә тура килә.
XVIII—XIX быуаттарҙа халыҡ малсылыҡ, солоҡсолоҡ, игенселек һәм һатыу өсөн урман әҙерләү менән шөғөлләнә. Ауылда йәмиғ мәсете булған. XIX быуаттың икенсе яртыһында халыҡтың төп шөғөлө урман кәсептәре булған; сауҙагәр П. В. Колотовтың ҡайыр ваҡлау заводы эшләй.
Октябрь революцияһынан һуңауыл Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны Усманғәлы улусы составына инә. 1930 йылдан — Асы ауыл советы үҙәге була.
Совет осоронда ауыл биләмәһендә урындағы минераль сығанаҡтар нигеҙендә төҙөлгән «Асы» шифаханаһы асыла. 2006 йылда Асы ауыл советы составына Исҡушты һәм Мулдаҡай ауылдары инә[1][2].
XIX быуат аҙағында Асы ауыл кешеһе Мөхәмәтзариф Әбдрәшитов сауҙа кибете аса, кибеттең таш бинаһы хәҙерге көнгә тиклем һаҡланған. Магазиндың фирма штампы һуғылған документ Йөйәк мәктәбендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспонаты булып һаҡланы.
Ауылда йәмиғ мәсете эшләгән. 1859 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, ауылдың беренсе указлы мулла Ғилман Рахманғолов йәшәгән. 1910 йылда мәсет төҙөлгәнгә тиклем Берештамаҡ ауылы ла Асы мәсете мәхәлләһенә ҡараған. 1883 йылда имам-хатиб вазифаһына рәсми рәүештә Ғәббәс Ғилманов (Рахманҡолов) раҫланған[3].
Халыҡ иҫәбе
| 1795 | 1866 | 1900 | 1920 | 1939 | 1959 | 1989 | 2002 | 2010 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 168 | ↑361 | ↑810 | ↓708 | ↓693 | →693 | ↓591 | ↑621 | ↑818 |
1795 йыл — 168 кеше (28 ихата).
1866 йыл — 361 кеше (58 ихата).
- Милли составы
2002 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы ауылда күпселек башҡорттар (98 %) йәшәй.
Атаманың килеп сығышы
Киң таралған версия буйынса, ауылдың атамаһы, башҡорт телендәге «әсе» сифаттарынан килеп сыҡҡан, был минераль тоҙҙарға бай һәм әсе тәме булған Тоҙйылға йылғаһы һыуы менән бәйле. Этнограф Р. Г. Кузеев тәҡдим иткән икенсе версия буйынса, атама ҡатай башҡорттарының этногенезында ҡатнашҡан ҡәбилә атамаһының «асы» этнонимынан килеп сыҡҡан[1][2].
Инфраструктураһы
- Урта дөйөм белем биреү мәктәбе;
- Балалар баҡсаһы;
- Фельдшер-акушерлыҡ пункты (Инйәр дауаханаһы структураһына инә);
- Мәҙәниәт йорто;
- Китапхана;
- Арыҫлан Мөбәрәков музейы һәм уның бюсы;
- Почта элемтәһе бүлексәһе;
- Бер нисә магазин;
- Ауыл биләмәһендә «Асы» шифаханаһы урынлашҡан.
Транспорт
Ауыл аша Өфө — Белорет автомобиль юлы үтә. Яҡындағы Инйәр ауылына тиклем 25 км.
Ауыл аша Ҡарлыман — Магнитогорск тимер юлы үтә, ауылдығы станцияла Өфө — Инйәр электропоездары туҡталыш яһай.
Билдәле шәхестәр
- Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы (1908—1977) — башҡорт совет актёры, театр режиссёры, драматург. СССР-ҙың халыҡ артисы (1955).
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ассы. Белорецкий историко-краеведческий музей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 Краткая историческая справка. Ассинский сельсовет муниципального района. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2025.
- ↑ Ассы. Энциклопедия:Населённые пункты Башкортостана (10 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2025.
Һылтанмалар
- Башкирская энциклопедия: в 7 тт. (Тикшерелеү көнө: 19 сентябрь 2025)
- Ассы на портале «Генеалогия и Архивы» (Тикшерелеү көнө: 19 сентябрь 2025)