Сәфәрғол

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сәфәрғол
54°14′42″ с. ш. 57°36′45″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Белорет районы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453560
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 211 820 010
ОКТМО коды 80 611 420 176
Показать/скрыть карты
Сәфәрғол (Рәсәй)
Сәфәрғол
Сәфәрғол (Башҡортостан Республикаһы)
Сәфәрғол

Сәфәрғол (рус. Сафаргулово) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 99 кеше[2]. Почта индексы — 453560, ОКАТО коды — 80211820010.

Ауыл антропонимдан — тәүге булып килеп төпләнгән кеше исеме менән рәсмиләшкән. Шул уҡ ваҡытта ул йәнә 3 исем менән билдәле булған: Туғанаш, Ҡыжат (Кижәт) һәм Шыршы[3].

Сәфәрғол ауылы Башҡортостандың Белорет районында, Эҫемдең һул ҡушылдығы Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға терәлеп тигәндәй Яңы Хәсән (2 км), Манышты (2 км), Көмбә (3 км), Инйәр (4 км), Түбәнге Төлмәй (5 км), Александровка (6 км), Рәүәт (6 км), Уҫманғәле (6км), Кәрпесте (7 км) ауылдары ята[4].

Сәфәрғол XVIII быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән. 1795 йылда унда 20 ир-ат һәм 11 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән йәмғеһе 7 йорт була. X рәүиздә 35 йортта 369 кеше йәшәгәне күрһәтелгән. 1920 йылда ауылда 75 йортта 371 кеше йәшәгән.

Тәүге төпләнеүсенең улы Мөхәмәтрәхим Сәфәрғолов 1777—1847 йылдарҙа йәшәгән. IX рәүиз бер оҙон ғүмерле кешене — 87 йәшлек Һөйәрғол Өмөтбаевты асыҡлаған.

Йәйләүҙәргә күсенеп йәшәү 10 майҙан 1 октябргә тиклем дауам иткән. Бының өсөн Убалы Ялан, Төлмәй йылғаһы буйын һайлағандар. XIX быуаттың 40-сы йылдары уртаһында 16 йортта 113 кеше йәшәгән, хужалыҡтарҙа 56 ат, 35 һыйыр, 40 һарыҡ аҫралған. Ауылдың бер кешеһе 18 бот яҙғы иген сәскән[3].

Ун туғыҙынсы быуатта Инйәр төбәгендә урман сәнәғәте буйынса эшмәкәрлек башлана. Артынса тау сәнәғәте лә барлыҡҡа килә. Суйын иретеү заводы асыла. Завод эшмәкәрлеге оҙаҡ йылдар Инйәр төбәге халҡының социаль статусын билдәләй. Сәфәрғолдар ҙа урмансылыҡ менән шөғөлләнеп кенә ҡалмай, заводты төҙөлөш материалдары, яғыулыҡ менән тәьмин итә, шулай уҡ һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә[5]..

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 99 52 47 52,5 47,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 104 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Инйәр): 14 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Инзер): 4 км