Абҙаҡ ауыл Советы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл биләмәһе
Абҙаҡ ауыл советы
53°49′46″ с. ш. 58°35′39″ в. д.HGЯO
Ил
Входит в Белорет районы, Башҡортостан
Включает Абҙаҡ, Мөхәмәт, Яңы Абҙаҡ, Урал-тау, ҠаҫмаҡтыҠарағайлы
Адм. центр Абҙаҡ ауылы[2]
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте MSK+2 (UTC+6)
Һанлы идентификаторһар
Телефон коды 34792
Почта индексы 453365
Автом. номерҙар коды 02, 102
Абҙаҡ ауыл советы на карте
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Абҙаҡ ауыл советы — Белорет районы муниципаль районы ауыл биләмәһә, муниципаль берәмек. 2010 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 2467 кеше[3], 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 2363 кеше[4].

Абҙаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең 2018 йылда почта адресы:

453538, Башҡортостан Республикаһы, Белорет районы, Абҙаҡ ауылы, Ленин урамы, 77

Состав[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының Абҙаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе составына кергән халыҡ иҫәбе һәм торама пункттар исемлеге. Йәмғеһе — 2467[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйөм халыҡ һаны[4]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 чел. %
1952 2363 +411 +21,06

Тарихи белешмә[3][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Мечеть в деревне Абзаково Белорецкого района.jpg
Абҙаҡ ауылындағы мәсет. Юл буйынан күренеш

Абҙаҡ ауылы Көньяҡ Уралдың иң гүзәл тәбиғәтле ерендә урынлашҡан. Ул Ҡыраҡа һырттары, Бикенбәт, Һалмаурҙы тауҙары менән уратып алынған. Тауҙар ылыҫлы һәм япраклы урман менән ҡапланған.

Абҙаҡ (Түбәк) күбәләк ырыуына ҡараған 13 ауыл араһында иң ҙуры һанала. 1795 йылда 13 йорттан торған был ауылда 219 кеше йәшәй, ә 1859 йылғы ревизия 79 йортта 638 кешенең йәшәүен билдәй. Халыҡ малсылык менән шөғөлләнгән. Улар күсмә тормошто Урал тауҙары буйында һыуыҡ-йорт, Майташ шишмәһе һәм Көлсәғәҙе йылғаһы эргәһендә алып барған. XIX быуаттың 40-сы йылдар башында 70 йорттоң 65 күсмә тормош менән йәшәгән. 465 кешенең 475 баш ат, 250 һыйыр, 246 һарыҡ, 55 кәзә малы аҫрауы билдәле була. Игенселек уңайлы позиция ала. Ауылда 212 десятина һөрөлгән ер, Ҙур Ҡыҙылда 7 тирмән эшләгән була.

1924 йылда Абҙаҡ ауылында «Батрак» артеле ойошторола, ул 1929 йылға тиклем эшләй. 1929 йылда коллективизация башланып, артелде «Майташ» колхозына әйләндерәләр. Бөйөк Ватан Һуғышы алдынан «Майташ» кохозы үҙ исемен «1 Май» итеп алыштыра.

Бөйөк Ватан һуғышында Абҙаҡ ауылынан 155 кеше ҡатнаша, уларҙың 70 иҫән-һау үҙ тыуған яҡтарына ҡайта.

«1 Май» колхозы һуғыштан һуң тарҡала. 1946 йылда ағас эшкәртеү буйынса артель асыла, бер нисә айҙан ул Белорет урман комбинатына бирелә.

1980 йылда Белорет мал һимертеү совхозының Абҙаҡ бүлеге төҙөлөшө башлана. 1994 йылда бүлек ЮТИ ҡарамағына бирелә.

2003 йылда Абҙаҡ ауылында 264 урынға тәғәйенләнгән мәктәп сафҡа индерелә.

Бөгөнгө көндә Абҙаҡ ауылы халҡы «Абҙаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, «Тау шишмәһе», «Орленок», «Самоцветы», «Йәшлек» ойошмаларында, шәхси предприятиеларҙа, ЮТИ карьерҙарында эшләй.

Әһәмиәтле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абҙаҡ ауыл хакимиәте биләмәһенең Яңы Абҙаҡ станцияһы янында бөтә Рәсәйгә билдәле тау саңғыһы курорты бар. Бында дөйөм оҙонлрғо 18 км-ға еткән 13 трасса бар. Иң бейек һәм иң түбән урынындағы арауыҡ 311 м тәшкил итә. Слалом һәм гигант слалом өсөн 4 трасса бар,улар халыҡ-ара ойошмалар талаптарына яуап бирә (шулай уҡ FIS).Трассаның яҡшы сифатлы булыуына яһалма ҡар аттырып тороу ярҙам итә [5]

Был саңғы юлында Рәсәй Президенты В.В. Путин да булып, ял итеп китә [6]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абҙаҡ ауылынан сыҡҡан билдәле шәхестәр:

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гидрография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel.
  2. ОКТМО (урыҫ)
  3. 3,0 3,1 3,2 http://www.beladmin.ru/bash/munobor/selskie/detail.php?ID=19030(недоступная ссылка)
  4. 4,0 4,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  5. Горнолыжный курорт Абзаково.[1].
  6. В.В. Путин в Абзаково
  7. «Башҡортостан» гәзите, 2016, 19 ғинуар 2016 йылдың 9 август көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 август 2016)