Николаевка ауыл Советы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Николаевка ауыл советы — Белорет районы муниципаль районы ауыл биләмәһә, муниципаль берәмек. 2010 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 1098 кеше[1], 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1143 кеше[2]. Административ үҙәк — Николаевка ауылы.

Ауыл биләмәһе башлығы — Нәбиуллин Надир Ҡәйүм улы[1]

Эштәр идарасыһы — Махмутова Лариса Николаевна.

Николаевка ауылы, Көньяҡ Урал

Николаевка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең почта адресы:

453556, Башҡортостан Республикаһы, Белорет районы, Николаевка ауылы, Үҙәк урам, 34-се һанлы йорт.

Состав[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының Николаевка ауыл советы биләмәһе составына кергән халыҡ иҫәбе һәм торама пункттар. Йәмғиһе — 1098[1].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйөм халыҡ һаны[2]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 чел. %
484 1143 +659 +136,16

Тарихи белешмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл биләмәһе урман менән ҡапланған. Уның территорияһында Ирәмәл тауы урынлашҡан, территорияның бер өлөшө — ул Көньяҡ Урал Дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы ерҙәре. Ауыл биләмәһендә шәхси эшҡыуарҙар ағас эшкәртеү менән шөғөлләнә, халыҡтың күпселек өлөшө үҙ хужалыҡтарында эшләп көн итә. Шулай уҡ бәшмәк, емеш-еләк һатыу эше яйға һалынған. Ауыл биләмә бюджеты дотациялы.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гидрография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]