Аҡкүл заказнигы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аҡкүл заказнигы
Файл:Ғафури районы Антоновка ауылы Аҡкүл.jpg
Категория МСОПКатегория IV (заказник)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны8005 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты21 август 1957 йыл 
Урынлашыуы
53°59′22″ с. ш. 56°17′31″ в. д.HGЯO
РФ субъектыБашҡортостан
Рәсәй
Точка
Аҡкүл заказнигы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Аҡкүл заказнигы

Аҡкүл заказнигы (рус. Белоозерский заказник) — урман һәм болондо берләштергән, бай фауналы күл тәбиғәте комплексы, Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе. Башҡортостандың Ғафури районының үҙәге Красноусол ҡасабаһынан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡкүл заказнигы 1957 йылда Ағиҙел йылғаһы һәм Аҡкүл күле туғайындағы уникаль тәбиғәт комплексын һаҡлау, шулай уҡ йылға ҡондоҙо популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоологик заказник булараҡ ойошторола. Биләмә район үҙәгенән төньяҡ-көнбайышҡа табан 15 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан. 8 мең гектар майҙанды биләгән тәбиғәт ҡомартҡыһының ҙур ғына өлөшө урман менән ҡапланған (39,7 процент). Бихисап һыу ҡоштары һәм йәнлектәренә төйәк булған Аҡкүл күле лә тәбиғәт ҡомартҡыһы булып танылған. Уның рельефына һыубаҫар болондар, ваҡ тулҡынлы уйһыулыҡтар хас. Туғайҙарында ерек һәм тал ҡыуаҡлыҡтары үҫә, ә урмандары имән, йүкә, ҡайын һәм уҫаҡ ағастарынан тора[1].

Тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһен бик күп ҡырағай йәнлектәр үҙ иткән. Аҡ ҡуян, америка шәшкеһе, бурһыҡ, йылға ҡондоҙо, ҡабан, мышы, ондатра, төлкө, һеләүһен, һыуһар кеүек ҡырағай йәнлектәр менән йәнәш көйөлдө, ҡор, ҡурпысыҡ, сытырҙаҡ сөрәгәй, һоро өйрәк, һуна өйрәк һәм башҡа һыу ҡоштары йәшәй. Заказникта Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән баҡса ҡомағы, ҡама, аҡсабан, ала ҡаҙ, ышылдаҡ аҡҡош, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, ҡушы өйрәк, һоро ағуна, һоро торна һәм башҡа уникаль ҡоштар осрай. Бынан тыш тәбиғәт заказнигы биләмәһендә башҡорт солоҡ ҡортон һаҡлау һәм үрсетеү өсөн саралар күрелә[1]. .

Махсус һаҡланған тәбиғәт территорияһы (ООПТ)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һаҡлау объекттары:[2]

  • Башҡортостан Республикаһының махсус һаҡланыусы тәбиғәт ҡомартҡыһы, уның составына имән һәм йүкә ағастары үҫкән урмандар һәм ҡырағай йәнлектәргә һәм һыу ҡоштарына бай Аҡкүл күле инә.
  • Шулай уҡ ҡырағай хайуандар һәм һыу ҡоштары популяцияларын һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса шарттар булдырыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Аҡкүл заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. CD Econet. Дата обращения: 3 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 25 ғинуар 2018 года. 2018 йылдың 25 ғинуар көнөндә архивланған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.).
  • Овсянникова М. М., Кулясова А. Е. «ТУРИСТИЧЕСКИЕ МАРШРУТЫ Ишимбайского района Республики Башкортостан» (Уфа, Информреклама, 2012 г., стр. 80, 500 экз.).
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  • Белоозерский 2. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).