Әсебар заказнигы
Әсебар заказнигы ( рус. «Асебар», заказник) — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Әсебар урмансылыҡ хужалығы биләмәһендә һунар йәнлектәре (марал, мышы) һәм һирәк осраған хайуан төрҙәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоологик заказник булараҡ ойошторолған республика әһәмиәтендәге дәүләт тәбиғәт зоология заказнигы[1].
Тасуирлама
Заказник Башҡортостан Республикаһы Кабинет Министрҙарының 2001 йылдың 6 авгусындағы 189-сы ҡарарына ярашлы ойошторолған. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2005 йылдың 25 авгусындағы 189-сы ҡарары менән заказник «Башҡортостан Республикаһының айырыуса ҡорсаланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы» дәүләт бюджет учреждениеһына беркетелгән. Заказник ҡырығай хайуандарҙың ҡиммәтле төрҙәрен һаҡлау һәм уларҙың һанын арттырыу маҡсатында булдырылған[2].
Яңы Уҫман ауылынан көньяҡ көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Йылайыр яйлаһының төньяғында Бетерә йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы) бассейнында урынлашҡан. Рельефы тигеҙ, уба һәм арҡаларҙан тора. Заказник Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының «Бөрйән урмансылығы» дәүләт бюджет учреждениеһы ерҙәрендә урынлашҡан. Майҙаны 7 мең 687 гектар”.
Үҫемлектәр донъяһы
Хайуандар донъяһы
Һунар-кәсеп хайуандары бай һәм күп төрлө. Тоҙло тупраҡтарҙа һәм ҡышҡы туплауҙарҙа тояҡлы хайуандар йыйыла.
Аҡ ҡуян, бурһыҡ, бүре, мышы, тейен, урман көҙәне, һары шәшке, һеләүһен, һоро айыу, һыуһар, әлгәнйәк, ҡор, ҡурпысыҡ, сел, һуйыр һәм башҡалар йәшәй.
Башҡортостандыъ Ҡыҙыл китабына ингән бөркөт, ваҡ һайыҫҡан, көсөгән, кәлмәргән, өкө, сапсан, һоро өкө, һөҙһөт, шоңҡар, ябалаҡ һәм башҡа йыртҡыс ҡоштар, европа бәрҙеһе, зөгәй, йылға бағыры, ҡыҙыл балыҡ, марал, европа шәшкеһе, ҡама һәм бүтән хайуандар осрай[1].
Эшмәкәрлеге
Заказник биләмәһендә түбәндәгеләр һаҡлауға алына: ҡоро ерҙә йәшәүсе умыртҡалы хайуандар, ихтио- һәм энтомофауна (балыҡтар һәм бөжәктәр), тәбиғи тоҙлоҡтар, хайуандарҙың миҙгелле тупланыу, миграция (күсеү) һәм бала сығарыу урындары һ.б.; Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән хайуандарҙың оялаған һәм үҫемлектәрҙең күпләп үҫкән ерҙәре.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Әсебар заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 28 января 2008 года N 13
Һылтанмалар
- Постановление Правительства Республики Башкортостан от 28 января 2008 года N 13 // docs.cntd.ru : электронный фонд правовых и нормативно-технических документов. — Дата обращения: 27.05.2025.
- Асебар. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).