Сабаҡай мәмерйәләре
Сабаҡай — Сабаҡай ҡаяһы һәм мәмерйәләр системаһынан торған комплекс, тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ул Өфө яйлаһының көньяҡ-көнсығыш ситендә, Йүрүҙән йылғаһының уң ярында урынлашҡан. 1965 йылдан алып тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән.
Географик урынлашыуы
Сабаҡай ҡаяһы Дыуан районында, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан. Ул Ежовка ауылынан 3 км көньяҡ-көнсығышта һәм Урмантау ауылынан 4 км ағым буйынса түбәнерәк ята.
- Ҡая
Ҡая үҙән өҫтөнән текә яр барлыҡҡа килтереп 90 метрға күтәрелә. Уның өҫкө өлөшө яйлап ҡаяға күсә, ҙур замокты хәтерләтә, ә мәмерйәләргә инеү урындары ҡараңғы бойницалар кеүек күренә.[1] Ҡая 70 метрлыҡ ике баҫҡыстар тора. Ҡая аҫҡы пермь дәүеренең артин ҡатламы эзбизташтарынан тора.[2]
- Мәмерйәләр
Сабаҡай ҡаяһында өс мәмерйә урынлашҡан:
1-се Сабаҡай мәмерйәһе — иң ҙуры, оҙонлоғо 146 м. Ул ҡатламдар араһындағы ярыҡ буйынса барлыҡҡа килгән. Мәмерйәнең инеү урыны тар, тик артабан ул киңәйә һәм бейеклеге 2 метрға еткән залға әйләнә. Ҡышын стеналарҙа боҙ ҡатламдары хасил була. 2-се Сабаҡай мәмерйәһе — оҙонлоғо 28 м. 3-сө Сабаҡай мәмерйәһе — оҙонлоғо 17 м. Мәмерйәләр Йүрүҙән кимәленән 40 м бейеклектә урынлашҡан һәм геологик, спелеологик һәм археологик әһәмиәткә эйә.
Ландшафт һәм үҫемлектәр
Сабаҡай ҡаяһы тирәләй далалаша барған ҡарағай-ҡайын урмандары һәм ҡайынлыҡтар үҫә. Улар һоро урман һәм дерн-карбонатлы тупраҡта таралған. Бында Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк үҫемлектәр осрай:
- кәкүк ситеге,
- Ҡыҙыл тамырлы баҙыҡай,
- Ҡыҙыл тамырлы ойошһеркә һәм башҡалар.[3]
Археологик асыштар
1930 йылда тикшеренеүсе А. Э. Линд Сабаҡай мәмерйәләренең береһендә неолит дәүеренә ҡараған көнкүреш әйберҙәре һәм хайуандарҙың (шул иҫәптән юғалған төрҙәрҙең дә) эшкәртеү эҙҙәре булған һөйәктәрен тапҡан. «Башҡортостандың археологик картаһы» мәғлүмәттәренә ярашлы, был урындарҙа бер нисә археологик ҡомартҡы асыҡланған:
- Сарапул һәм Ташауыл ҡасабалары (тимер быуаты),
- Сабаҡай торағы һәм ултыраҡтары (неолит, бронза һәм тимер быуаттары).
Бында, шулай уҡ, Сабаҡай яҙыуы урынлашҡан тигән фараз бар, ләкин уның теүәл урыны билдәле түгел.[4]
Легендалар һәм риүәйәттәр
«Рәсәй гәзите»нең Өфө филиалы Сабаҡай ҡаяһын «Башҡортостандың 30 үҙенсәлекле урыны» исемлегенә индергән һәм уның тураһында бер нисә легенданы теркәгән.
Бер риүәйәт буйынса, данлыҡлы яулап алыусы Тамерлан был ҡаяла үҙенең хазиналарын йәшергән. Уларҙы эҙләүсе күп кешеләргә ҡарамаҫтан, хәҙергә тиклем ҡомартҡылар табылмаған, тик урындағы халыҡ уларҙың барлығына ышанысын юғалтмай.
Тағы бер легенда был ерҙәрҙә Салауат Юлаевтың хөкүмәт ғәскәрҙәренән йәшеренеп йөрөгәнен бәйән итә. Риүәйәттәргә ярашлы, ул ҡаянан Йүрүҙән йылғаһына һикереп, ағып китеп ҡотолған.[5]
Мәҙәни әһәмиәте
Сабаҡай ҡаяһы совет осорондағы иң билдәле фильмдарҙың береһендә — «Вечный зов» кинофильмында төшөрөлгән, унда ул Звенигора исемле ҡая итеп күрһәтелә.
«Вечный зов» күп сериялы фильмы «Мосфильм» студияһында режиссёрҙар Владимир Краснопольский һәм Валерий Усков тарафынан төшөрөлгән. Сюжет нигеҙендә Анатолий Ивановтың романы ята. Был фильм өсөн авторҙар СССР-ҙың Дәүләт премияһы менән бүләкләнгән. Төшөрөү эштәре 10 йыл дауам иткән — 1973 йылдан 1983 йылға тиклем.[6]
Туризм
Сабаҡай ҡаяһы туристар өсөн асыҡ. Ҡаяға күтәрелеп, Йүрүҙән йылғаһы үҙәненең матур күренештәрен күҙәтергә мөмкин. Ҡая янында гроттар һәм тупик мәмерйәләр урынлашҡан, уларҙы теләгән һәр кем тикшерә ала.[6]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Скала Сабакай. Туристический путеводительт по Башкортостану (21 июль 2023).
- ↑ Сабаҡай ҡаяһының мәмерйәләре һәм гроттары. Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы муниципаль район (21 июль 2023).
- ↑ 1 2 Сабаҡай мәмерйәләре // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Сабаҡай ҡаяһы һәм мәмерйәләр. Янғантау геопаркы.
- ↑ Олеся Нематова. Сабаҡай ҡаяһы Башҡортостандың 30 уникаль урыны исемлегенә индерелде. Рәсәй гәзите - Атна - Башҡортостан: №131(8185) (19 июнь 2020).
- ↑ 1 2 Павел Распопов. Сабаҡай ҡаяһы - «Мәңгелек саҡырыу» фильмы төшөрөлгән урын (3 ноябрь 2019).