Көньяҡ Урал ҡурсаулығы

Көньяҡ Урал ҡурсаулығы (рус. Южно-Уральский заповедник) — Башҡортостандың Белорет районында һәм өлөшләтә Силәбе өлкәһе сиктәрендә урынлашҡан ҡурсаулыҡ. Дөйөм майҙаны 252,8 мең га.

Ул 1978 йылда ойошторолған. Төп маҡсаты — Көньяҡ Уралдың таулы тайга экосистемаларын һаҡлау[1].

Көньяҡ Уралдың иң бейек өлөштәре тап ошо ҡурсаулыҡ биләмәләренә тура килә.

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә бер нисә тау һырты бар: Машаҡ, Нәре, Көмәрҙәк, Елмерҙәк, Ямантау. Оло Ямантау (1640 м) Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе булып тора.

Йылғалары — Оло Инйәр, Кесе Инйәр, Телмәй, Йүрүҙән.

Ҡурсаулыҡ биләмәһенә инеү сикләнгән. Быға Межгорье ҡалаһы янында урынлашыуы сәбәп булыуы бар[2].

Флора

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә 698 ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлек, 226 мүк, 177 ылымыҡ , 169 лишайник, 121 бәшмәк төрө асыҡланған.

Ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлектәр эсенән 4 төрө көкөрт үләндәренә, 6-һы - ҡырҡбыуындарға, 23-ө — ҡаҙыяҡ һымаҡтарға, 6-һы - яланғас орлоҡлоларға һәм 600 төрө ябыҡ орлоҡлоларға ҡарай.

Ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр араһында 23 ағас, 36 ҡыуаҡлыҡ, 17 ваҡ ҡыуаҡлыҡ, 3 ярым ҡыуаҡлыҡ төрө бар.

Ҡурсаулыҡ флораһының 20 төрө Урал эндемиктарынан: Игошин һолоүләне, көньяҡ һолоүләне, Крылов зыягөлө, пермь анемонаструмы, ирәмәл алтын тамыры, урал талы, урал соссюреяһы урал ҡолонғойроғы, ирәмәл тырнағуты, урал тырнағуты, манжетканың бер нисә төрө; ҡая эндемиктары: энәле ҡәнәфер, Гельм минуарцияһы, Крылов жабрицаһы, Талиев кейәү үләне, Клер астрагалы; киң япраҡлы урман эндемиктары - Литвинов сырмалсығы, урал цицербитаһы, татар сәсмәүбашы.

Ҡурсаулыҡта Рәсәйҙең "Ҡыҙыл китабы"на индерелгән - 12 төр, Башҡортостандың "Ҡыҙыл китабы"на индерелгән 66 төр үҫемлек яҡлау тапҡан.

Ҡурсаулыҡ биләмәһенең 89%-н урман ҡаплаған. Төп ағастар булып дүрт төр ылыҫлы үҫемлек (аҡ шыршы, себер шыршыһы) һәм ун төр япраҡлы ағас тора. Ылыҫлылар урмандың 32% өлөшөн ала. 8,4%-ы ҡарағай урмандарына тура килә.

Урмандарҙың яртыһынан күберәк майҙанын ваҡ япраҡлы ҡайын һәм уҫаҡ биләй (34%-ында ҡайын һәм 20%-ында уҫаҡ өҫтөнлөк итә)[2].

Фауна

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә 260 төр умыртҡалы хайуан, шул иҫәптән 50 төр имеҙеүсе, 189 төр ҡош, 5 төр һөйрәлеүсе, 5 төр ер-һыу хайуаны, 20 төр балыҡ тереклек итә.

Улар араһында ике төр ситтән килтерелеп таралып киткән (акклиматизацияланған) америка шәшкеһе менән ондатра бар.

Ҡурсаулыҡ өсөн ғәҙәти төрҙәр булып мышы, бүре, һоро айыу, ҡуян, ҡондоҙ, илек һәм ҡабан һанала.

Һеләүһен, йылҡы ҡомағы, көҙән, әлгәнйәк әҙ һанлылар иҫәбендә[2].

undefined
undefined

Иҫкәрмәләр

  1. Южно-Уральский государственный природный заповедник. Федеральная служба по надзору в сфере природопользования. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2026.
  2. 1 2 3 История и цели создания. Южно-Уральский заповедник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2026.

Тема буйынса өҫтәмә