Битләү

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Boeschungswinkerp.jpg
Битләү
Ҡайҙа өйрәнелә геоморфология[d]
Файл:Skhyl.JPG
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Битләү  — (рус. склон) — Ер өҫлөгөнөң ҡоро ерҙә, диңгеҙ һәм океан төптәрендә рельеф барлыҡҡа килтереү процесстары тәьҫирендә формалаша торған ауыш участкаһы.

Файл:Склон, снег.jpg
Ҡарлы битләү
Урал. 1897 (авторы билдәһеҙ). Һүрәттә төрлө битләүҙәрҙе күрергә мөмкин.

Барлыҡҡа килеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рельеф барлыҡҡа килеү процесы эндоген (тиҙ йәки яй, ер тетрәүҙәр ваҡытында күҙ эйәрмәҫ тиҙлек, ер ауышыуы, янартау атылыуы) һәм экзоген (йылға буйы йәки текә ер эрозияһы, абразия, карст һәм ер убылыу, елгә ашалыу һәм башҡалар) төрҙәргә бүленә.

Битләү төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Битләүҙәрҙе күренеше буйынса түбәндәгесә бүләләр:

  • тура — вертикаль (текә) һәм иңкәйгән;
  • эскә батынҡы — үрге өлөшө текә, төбө һөҙәк;
  • ҡабарынҡы — өҫкө өлөшө һөҙәк, түбәнгә ҡарай яйлап текәләнә бара;
  • һикәлтәле — арҡыры киҫелештә бер йәки бер нисә һынылыш;
  • ҡатмарлы.

Текәлек — мөһим сифат булып тора. Тауҙарҙа, ҡағиҙә булараҡ, текә битләүҙәр (90°) һәм иңкәйгән (төбөнә ҡарағанда өҫкө өлөшө сығынҡы) — ярлауҙар, уйһыулыҡтарҙа — ҡалҡыулыҡтар һөҙәк (5°) һәм уртаса текә. Эволюция барышында гравитация көстәре тәьҫирендә тау битләүҙәре әкренләп һөҙәкләнә бар, текәлеге кәмей.

Урынлашыуы буйынса бүленеше:

Ҡитға битләүе — шельф һәм ҡитға үңере араһында урынлашҡан .

Һыу аҫты яр битләүе — диңгеҙ төбөнөң яр һыҙаты.

Һыу ағымы үҙәндәре битләүе— һыу ятҡылығы үҙәненең яр башы менән йылға сиге араһындағы ауыш өлөшө.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Геологический словарь: в 2-х томах. — М.: Недра. Под редакцией К. Н. Паффенгольца и др. 1978. Статья «Склон»