Урыҫ Швейцарияһы

}

Урыҫ Швейцарияһы (рус. Русская Швейцария) — Башҡортостандың Бәләбәй районы Максим Горький ауыл советына составындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 225 кеше[2]. Почта индексы — 452014, ОКАТО коды — 80209816004.

Тарихы

Ауыл XIX быуат һуңында, 1892 йылда Бәләбәй өйәҙе территорияһында эшҡыуар И. П. Коньшиндың «Урыҫ Швейцарияһы» шәхси ҡымыҙ менән дауалау шифаханаһы төҙөгән урында нигеҙләнә. Иван Петрович Коньшин шифаханаға исемде коммерция күҙлегенән сығып бирә, тигән фараз бар[3]. Ауыл советы сайтында ауыл атамаһының тарихы түбәндәгесә аңлатыла: Коньшиндар оҙаҡ ваҡыт Швейцарияла йәшәй, әммә, Бәләбәй өйәҙендә ер һатып алғас, уның тәбиғәтенә һоҡланып, ошо урынды «Рус Швейцарияһы» тип атай. Уның шифаханаһы ике бүлексәнән тора: Иван Петрович ҡымыҙ менән дауалау бүлеге һәм ҡунаҡ йорто менән идара итә, Екатерина Ивановна Үтәй ауылы менән Ключевкаға хужа була. Коньшиндарҙың ҡымыҙ менән дауалау шихфаханаһы «Глуховская» федераль санаторийына нигеҙ һала[4].

Деревня Русская Швейцария

«Молодежная газета» яҙып сығыуынса, Урыҫ Швейцарияһы ауылының атамаһы ил исеменән түгел, ә ундағы Рәсәй территорияһы атамаһынан алынған. Швейцарияла, Альптарҙа, Люуерндан Луганоға барған юлда 495 метр Рәсәй территорияһы бар. 1799 йылда Суворовтың Швейцарияға походы барышында Шайтан күперендә (Чертов мост) драматик ваҡиғалар була. Урзерн ауылынан Шайтан күперенә Рёйс йылғаһы буйлап юл тар, киңлеге 3 метрға еткән, оҙонлоғо 60 метр булған «Урзернская дыра» тип аталған туннель аша үтә. Уны француз отрядтары обороналай. Рус яугирҙары туннелде тауҙар аша урап үтеп, көтмәгәндә икенсе яҡтан килеп сығып, француздарҙы тар-мар итә. XIX быуат һуңында, Суворовтың ҡаһарманлығына ихтирам билдәһе тип, урындағы община ағзалары Рәсәйгә бушлай 495 метр ер бүлеп бирергә тигән ҡарар сығара. Ошо урында мемориал төҙөлә һәм ул ҙур булмаған ер Рәсәй территорияһы булып тора[5].

Ауыл атамаһы буйынса бәхәстәр

Советтар Союзы тарҡалғас, Швейцарияның SRG SSR idee suisse эре йәмәғәт телерадиокомпанияһы илдең Рәсәй Федерацияһындағы илселеге аша бәләкәй генә ауылдың үҙ илдәре атамаһын законһыҙ һәм нигеҙһеҙ ҡулланыуына бәйле ризаһыҙлыҡ нотаһы ебәрә. Рәсәй белгестәренә бик күп тарихи документтарҙы өйрәнеп, ғәйепләүҙең нигеҙһеҙ икәнлеген раҫларға тура килә.

2020 йылда Рәсәй менән Швейцария араһындағы бер ауыл атамаһы буйынса дипломатик бәхәскә нөктә ҡуйыла[5].

Туристик әһәмиәте

Ауыл эргәһендә майҙаны 550 гектар булған реликт ҡарағай һәм киң япраҡлы ҡарағай урмандарынан торған төбәк әһәмиәтендәге Урыҫ Швейцарияһы комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан.

Халыҡ һаны

1925 йылда бында 4 ихата була. 1930—1950 йылдарҙа хутор булараҡ теркәлә.

Халыҡ һаны
200220092010[6]2020[7]
238228225179
50
100
150
200
250
300
2002
2009
2010
2020
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, күпселекте рустар (51 процент) тәшкил итә.

Географик урыны

Сығанаҡтар

  • Русская Швейцария
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә