Лаҡлы (Әй ҡушылдығы)

ЛаҡлыРәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы, Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Әй йылғаһының һул ярына тамағынан 265 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 16 км.

Тарихы

Урындағы риүәйәт буйынса, Лаҡлыға килеп ингән ерҙә ташлы ҡаялар күп, Лаҡлы мәмерйәһе урынлашҡан Сүлмәктау тора. Лаҡлы йылғаһы ағып ятҡан ошо тау-таш араһында ҡыр кәзәләре йәки ҡоралайҙар күп үрсегән. Шуға йылғаны Ылаҡлы йылға тип йөрөткәндәр.

Икенсе фараз буйынса: элек Алтауыл Түбәләҫ ауылдарын һәм Әй буйындағы Тырнаҡлы ырыуы башҡорттарын үҙ-ара бәйләп торған ат юлында аттарҙы эсереп китеү маҡсатында, Лаҡлы йылғаһында улаҡ төҙөп ҡуйғандар, һәм йылғаны Улаҡлы йылға тип йөрөткәндәр.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыӘй йылғаһы башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201012111100022204
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102220
  • Бассейн коды — 10.01.02.010
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр

  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. 1 2 РФ һыу реестры: Лакла.

Тема буйынса өҫтәмә