Оло Бағраш
Этимологияһы
Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә йылға исеме тураһында ошоларҙы яҙа:
| Багруш, Большой и Малый речки, левый приток Ая; гора, Кусинский район.
От башкирского слова бағыр, бағры — «форель» и словообразовательного аффикса -ыш -аш, т. е. бағрыш, бағраш — «форелевая». Название горы дано по соседней речке[2]. |
.
Бағраш атамаһының килеп сығыуы тураһында икенсе фараз — «Бағраш» атамаһы праһиндоевропа телендәге бакр – «баҡыр» тигән һүҙҙән ти. Урындағы халыҡ йыш ҡына уны Буғруш тип атай.
Тасуирламаһы
Бағраш — Әй йылғаһының һул ҡушылдығы, Златоуст ҡалаһынан түбәнерәк аға. Үренге тауының көнбайыш итәгендәге һаҙлама ерҙәрҙән — 610 метр бейеклектән башлана. Әй тимер юл станцияһынан (диңгеҙ кимәленән 380 метрҙа) 1 км көньяҡ-көнсығышта Әй йылғһына ҡушыла. Мәскәү - Силәбе автомагистраленән көньяҡта аға.
Бағраш йылғаһының оҙонлоғо 15,5 км тирәһе.
Уң ярынан Бағрашҡа 0,5 – 2 км оҙонлоҡтағы ҙур булмаған 16 инеш-йылғасыҡ, шул иҫәптән – Чечеткин инеше; һулдан – 6 йылғасыҡ, шул иҫәптән – Ҡайынлы йылғасығы һәм Алдынғы (Передовка).
Тауҙың көнбайыш һәм көньяҡ битләүҙәре ҡайын, уҫаҡ ҡушылған ҡарағай урманы менән ҡапланған, ә төньяҡ һәм көнсығышы – һирәк ағаслыҡ һәм күп һанлы яландарҙан тора. Әй йылғаһы тамағынан Бағраш буйлап 2 км юғарыраҡ Еграшина тауы битләүендә 23 м оҙонлоғондағы Еграш мәмерйәһе бар. Мәмерйәгә инеү урыны бик тар, уның эсендә ҙур булмаған өс мәғәрә бар.
Йылға йырҙаһының уртаса иңкеүлеге 0,85°. Үрге ағымында һул яры ҡалҡыуыраҡ, ә уң яры һөҙәк. Бағраш киңлеге яҡынса 200 метр булған тар һаҙлыҡлы үҙән буйлап аға. Йылға үҙәнендә ҡайын һәм ҡарағай урмандары асыҡ урындар менән сиратлаша. Элекке замандарҙа бында Златоуст халҡының сабынлыҡтары булған.
Бағраш буйы кеҫәртке — орсоҡ йылан үрсеү ареалы; улар урман аҡландарында үҫкән ағас олондары аҫтына йәшеренә. В русле Бағраш йырҙаһында альмандиндың ваҡ үтә күренмәле орлоҡтары осрай.
XIX б. — XX б. 1-се яртыһында Бағраш районында Бағраш күмер мейестәре һәм Бағраш урман кордоны урынлашҡан була.
Бағраш йылғаһының һул ярында Ҡуҫа районы биләмәһендә 656 метр бейеклегендәге Бағраш тауы ҡалҡып тора.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Әй йылғаһы башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[3].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[3]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201012111100021672
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102167
- Бассейн коды — 10.01.02.010
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Әҙәбиәт
- Шувалов Н. И. Беликуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ Шувалов Н. И. Беликуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ 1 2 РФ һыу реестры: Оло Бағраш.
Һылтанмалар
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
- Бағраш йылғаһы(недоступная ссылка)
- Бағраш йылғаһы
Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ