Ҡыйғы
Ҡыйғы | |
---|---|
урыҫ Киги | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 87 км |
Бассейн | 1370 км² |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Координаталар | 55°21′28″ с. ш. 58°53′57″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Әй |
· Координаталар | 55°37′35″ с. ш. 58°19′44″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Әй → Ҡариҙел → Ҡариҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан |
Район | Ҡыйғы районы |
РДҺР | 10010201012111100022273 |
— инеше, — тамағы |
Ҡыйғы (рус. Киги) — Әй йылғаһының 87 км оҙонлоғондағы уң яры ҡушылдығы, бассейны майҙаны — 1370 км²[1]. Ҡыйғы районы биләмәһе буйынса инешенән тамағына тиклем аға. Үҙәне бормалы, тотороҡһоҙ, төбө ләмле, урыны менән ҡом-ҡырсынлы, ярҙары текә, бейек.
Ҡыйғы йылғаһы буйында Түбәнге Ҡыйғы, Үрге Ҡыйғы һәм Теплый Ключ (уның менән йәнәш XVIII быуаттарҙа йылға аша таш Екатерина күпере төҙөлә), Иҙрис ауылдары урынлашҡан Р. Аскаров һүҙҙәренә ҡарағанда, Ҡыйғы атамаһының килеп сығышы тураһындағы риүәйәт нигеҙендә, уны "ҡайғы" һүҙе йәки ошо территорияла ултыраҡҡа нигеҙ һалыусы "Ҡыйғыр" һүҙе менән бәйләйҙәр[2].
Бассейны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ыйыҡ — уң яр буйлап 23 км алыҫлыҡта
- Лаверга — Ҡыйғы йылғаһының уң ярына тамағынан 35 км өҫтәрәк ҡушыла
- Ләүйылға — Ҡыйғы йылғаһының уң ярына тамағынан 52 км өҫтәрәк ҡушыла
Экологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡыйғы май заводы һәм Ҡыйғы аҙыҡ-түлек комбинаты ағымдары, шулай уҡ ауыл хужалығы объекттары барлыҡҡа килтергән ташландыҡтар менән бысрана.
Йылғала тимерҙең 13,2% кәмегәндә баҡырҙың уртаса концентрацияһы 2-нән 5 ПДК-ға тиклем артҡан, тимер кәметеү янында тимер менән уртаҡ 13,2 тиклем! ПДК 1,4, нефть продукттарының 11,4-тән алып 3,6 ПДК-ға етә. Һыуҙың йылғала аммонийлы азот, нитратлы азот, нитритлы азот, цинк менән бысраныуы норма сиктәрендә һаҡлана, никель 1,8 ПДК-ға тиклем күҙәтелә. Һыу бысраныу коэффициенты 27,62 ПДК-нан алып 31,43-кә тиклем арта.
Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Кама һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Әй йылғаһы башынан алып тамағына тиклем, йылғаның бәләкәй бассейны — Ағиҙел. Бәләкәй йылға бассейны — Кама[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://textual.ru/gvr/index.php?card=182677
- ↑ nsportal.ru/ap/library/nauchno-tekhnicheskoe-tvorchestvo/2018/12/03/issledovatelskaya-rabota-toponimika-rek
- ↑ Государственный водный реестр РФ: Киги . Архивировано 11 ғинуар 2013 года.