Оло Ҡыраҡа
Оло Ҡыраҡа (рус. Большой Крака) — Көньяҡ Уралдағы, Башҡортостан Республикаһының Белорет районы биләмәһендәге тау һырты[1].
Урынлашыуы
Оло Ҡыраҡа Ағиҙел йылғаһының һул ярында, Белорет ҡалаһынан көньяҡ йүнәлештә урынлашҡан, Шығай ауылы янынан башлана. Һырт меридиан буйынса Ағиҙел ҡушылдыҡтары Рәз һәм Оло Һарғая йылғалары араһында һуҙылған, уны шулай уҡ Төньяҡ Үҙән һәм Ҡағы йылғалары үҙәндәре айыра[2].
Тасуирламаһы
Ҡыраҡа тау һырты — бер тау сылбыры ғына түгел, ә Көньяҡ Урал тауҙары составына ингән оло тау массивы (рус.)баш.. Төньяҡтан көньяҡҡа уның оҙонлоғо — 90 километр, киңлеге — уртаса 4,5 км, уртаса бейеклеге — 1008 м. Тау итәгенән урманлы тау яйлаларына тиклем уртаса бейеклек 400—450 м тәшкил итә. Текә көньяҡ ипкендәрҙә ҡыш буйына ҡар ятмауы мөмкин. Ағиҙел йылғаһы яҡын булғанлыҡтан, тарлауыҡтарҙың көнбайыш ҡабырғаларында томан күҙәтелә. Рельефы ныҡ төрлө: битләүҙәре һөҙәк, ипкен-ҡабырғалары ҡаялы, түбәләре — яҫы. Төньяҡ һәм көнсығыш битләүҙәре көтөүлек итеп файҙаланыла[1].
Тау һырты боронғо палеозой (рус.)баш. дәүере тоҡомдары — эзбизташ, һәүерташ һәм ҡомташтарҙан тора. Бында бер нисә хром мәғдәне ятҡылығы асылған, тик уларҙың күләме әллә ни ҙур булмағанлыҡтан, был файҙалы ҡаҙылмалар сығарылмай.
Оло Ҡыраҡа үҙҙәренең күп һырттары һәм тармаҡтары булған бәләкәйерәк өс өлөштән тора:
Төньяҡ Ҡыраҡа — һырттың иң бейек өлөшө, формаһы түңәрәк, диаметры яҡынса 18 км. Бында мең метрҙан ашыуға күтәрелгән һәм аҙыраҡ тәпәшерәк булған бер нисә тау бар, мәҫәлән, Суртанды һыртының бейеклеге — 1045 метр, Оло Ҡыраҡа — 1008 метр, Бабай тауы — 969 метр. Төньяҡ Ҡыраҡаны урта өлөштән Өйәҙән йылғаһы айырып тора[2].
Үҙәк йәки Урта Ҡыраҡа тау системаһының майҙаны 17-гә 9 км, ул радиа́ль рәүештә аҡҡан йылғалар менән күп кенә тармаҡтарға бүленгән. Был өлөшкә 900—1000 м бейеклектәге тар һәм яҫы таулы түбәләр хас.
Көньяҡ Ҡыраҡа үҙәк өлөштән Ҡаға йылғаһы менән айырылған. Уның биләмәһендә маралдарҙың ҙур популяцияһы булған Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы урынлашҡан. Бында тауҙар төньяҡтағыға ҡарағанда тәпәшерәк (иң юғары бейеклеге 943 м).
Ландшафты
Һырттың киҫкеләнгән рельефына үҫемлектәр донъяһының мозаика (рус.)баш. кеүек булыуы хас: төрлө үлән һәм сәскәләр үҫкән дала участкалары бейеклек артҡан һайын һирәк, артабан ваҡ япраҡлы, ҡатнаш һәм тауҙарҙағы ылыҫлы урмандарға күсә. Ҡайын һәм уҫаҡтан торған ваҡ япраҡлы урмандар башлыса тау итәктәрендә урынлашҡан. Ҡағиҙә булараҡ, был зоналар ылыҫлы ағастар ҡырҡылған урындарҙа барлыҡҡа килгән. Ҡарағай менән ҡайындың шахмат тәртибендә үҫкән ҡыҙыҡлы участкалары ла бар. Төп ылыҫлы төрҙәр — ҡарағай һәм ҡарағас, һуңғыһы юғарыраҡ күтәрелгән һайын күбәйә бара. Шыршы һирәк осрай: XX быуат башынан ағасты күпләп ҡырҡыу һәм янғындар арҡаһында ул күпкә кәмегән[3].
Яҫы таулы түбәләрҙең бер өлөшөн урман ҡаплаған, ләкин тик үләнле генә булған «яланғас» участкалар ҙа осрай: былар — боҙлоҡҡа тиклемге дәүерҙән ҡалған реликт үҫемлектәр үҫкән тау далалары.
Ҡыраҡа һыртының төп тәбиғи байлығы — ҡыя һуғандың реликт популяцияһы. Төньяҡ Ҡырҡтының бер өлөшө һаҡланыусы зона итеп айырылған — ул был үҫемлектең ҙур ғына популяцияһы булған ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы[1].
Топонимикаһы
Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлегендә атамаға түбәндәгесә аңлатма бирелә: «Ҡыраҡа (Крака) — горный хребет в Белорецком и Бурзянском районах. От «ҡыраҡа» — хребет, горный кряж»[4]
Ҡыраҡа тау һырттары бер нисә тауҙан ғибәрәт, шуға ла уның атамаһы башҡорт телендә ул ҡырҡ арҡа тигәнде аңлата тигән фараз бар. Дөйөм алғанда, «Оло Ҡыраҡа һырты» исеме — «оло һырт» тигән мәғәнәне бирә тигән фекер ҙә киң таралған.
Һырттың атамаһы уның Көньяҡ Уралдың башҡа һырттарынан төп айырмаһын — рельефының ныҡ бүлгеләнгәнен күрһәтә. Арҡа «һырты»на оҡшаған — үҙәк һырт һәм унын арҡырыға таралышҡан армыттар балыҡ һөлдәһен хәтерләтә, юғарынан ҡарағанда, бөгәрләнгән ҡағыҙҙы ла оҡшаған, тиҙәр.
Туристик объект
Текә ҡабырғалары һәм тәрән тарлауыҡтары менән тау һырты туристарҙы йәлеп итә. Сәйәхәтселәрҙең иң күп йөрөгән урыны — Төньяҡ Ҡыраҡа. Бында шулай уҡ скайранинг (рус.)баш. буйынса ярыштар, рогейндар һәм башҡа саралар уҙғарыла[2].
Туристик маршруттар билдәләгәндә һырттарҙың бер-береһенә бәйләнгәнен иҫәпкә алырға кәрәк: Ҡыраҡа һырты — Суртанды һырты — Аҡбейек һырты — Кесе Ҡыраҡа һырты — Оло Ҡыраҡа.
Бында йыл һайын «Kraka Race» — тау ярым марафоны үткәрелә, маршрут оҙонлоғо — 21 километр[2].
Барыу өсөн маршруттар
- Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһынан Өфө—Белорет автомобиль юлы буйлап Сермән ауылына (230 км) барырға һәм күрһәткестәр буйынса үңға — Асҡар ауылы яғына боролорға, 14 км үткәндән һуң — һырт башланған Шығай ауылы[3].
- Силәбе өлкәһенең Магнитогорск яғынан: Магнитогорск—Белорет трассаһы буйлап килергә, Белоретҡа инмәй, ҡаланы урап үткән юлдан (тураға) барырға һәм күрһәткес буйынса «Арский ташы» ял базаһына боролорға, маршрут оҙонлоғо — 100 саҡрымдан аҙ ғына күберәк[3].
- Белорет ҡалаһына тиклем шулай уҡ тимер юл транспорты менән, таксиҙа ла килергә мөмкин. Артабан кәрәкле урынға автобус менән барырға була[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 И. М. Япаров. Оло Ҡыраҡа, һырт (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Хребет Крака — дракон Башкирии! Сайт Наш Урал и весь мир (15 октябрь 2024).
- ↑ 1 2 3 4 Хребет Большой Крака. Сайт «Большая страна». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР. (билдәһеҙ) / Камалов А. А.. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980. — С. 90. — 200 с.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Оло Ҡыраҡа, һырт (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026) (баш.)
- Сайт Наш Урал и весь мир. Хребет Крака — дракон Башкирии (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)
- Сайт «Irecommend.ru». Хребет Крака, Белорецкий район, Республика Башкортостан — отзыв (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)
- Сайт «Яндекс. Вертикали». Хребет Большой Крака в Башкирии: маршрут и панорама (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)
- Сайт «Туристер». Хребет Крака (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)
- Сайт «Большая страна». Хребет Большой Крака (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)
- Сайт «По тропам Южного Урала». Крака (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)
- Сайт «Отзовик». Хребет Крака (Россия, с. Шигаево) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)
- Сайт «Дзен». Самый необычный хребет Башкирии (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)