Суртанды (тау һырты)
Суртанды | |
---|---|
башҡ. Аҡбейек | |
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 13 км |
Киңлеге | 3 км |
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | 1045 |
Урынлашыуы | |
53°46′26″ с. ш. 58°03′50″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Суртанды (башҡ. Аҡбейек) — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостандың Белорет районында урынлашҡан.
Географияһы
Суртанды Ҡыраҡа тау массивына ҡарай. Белорет районы буйлап Ағиҙел һәм Оло Рәз (Ағиҙел йылғаһы бассейны) йылғалары араһында, субкиңлек йүнәлешендә һуҙылған. Бер нисә яйла һымаҡ түбәләрҙән (тәпәш яҫы таулыҡтарҙан) тора: бейеклектәре 1038 м. , 967 м., 693 м., 668 м.
Ҡылыҡһырлама
- Оҙонлоғо яҡынса 13 км;
- Киңлеге 2—3 км;
- Абсолют бейеклеге 1045 м.
Рельефы
Уртаса таулы, тау араһы уйпатлыҡтары, уйһыулыҡтар, йылға үҙәндәре һәм йырындар менән йырғыланған.
Битләүҙәре ҡаялы, текә. Һырттың төньяҡ-көнсығыш өлөшө Аҡбейек һыртына, көньяҡ өлөшө Астой һыртына күсә.
Ҡыраҡа тектоник комплексы тоҡомдарынан тора. Һыртта Кесе һәм Оло һарғая, Суртанды йылғалары башланғыс алып Ағиҙел йылғаһына барып ҡоялар. Уларҙан тыш Үҙән йылғаһы бассейнына ҡараған Уң һарына йылғаһы ағып сыға.
Ландшафы һоро урман-тау тупрағындағы ҡарағас һәм ҡарағай урмандарынан тора. Шулай уҡ, йоҡа ҡатламлы көлһыуланған кара тупраҡташ һәм органоген-ташлы тау тупрағындағы тау урман-далалары хас.
Һылтанмалар
- Тәржемәсе И.М.Япаров. / Суртанды (тау һырты) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://www.beloretsk.ru/turist/23/585 2013 йылдың 27 декабрь көнөндә архивланған.
- http://deartravel.ru/4988-gornye-hrebty-rossii.html#sel=