Кучеров Евгений Васильевич

Кучеров Евгений Васильевич (10 май 1924 йыл — 12 июль 2005 йыл) — ғалим-ботаник. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), биология фәндәре докторы (1974), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының (1991) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974).

Биографияһы

Кучеров Евгений Васильевич 1924 йылдың 10 майында Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантоны, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районына ҡараған Таҙтүбәауылында тыуған. Дыуан ауылында урынлашҡан ауыл советында тыуыу тураһында таныҡлыҡ алғанда тыуған урыны дөрөҫ яҙылмаған һәм шуға күрә рәсми сығанаҡтарҙа тыуған урыны Дыуан ауылы күрһәтелгән[2].

1946 Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

1958 йылдан алып Биология институтында лаборатория мөдире.

1996 йылдан Биология институтында баш ғилми хеҙмәткәр.

2005 йылда Өфөлә вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

Е. В. Кучеров етәкселегендә республикала ботаник ресурстарҙы өйрәнеү үҫеш ала. Дарыу үҫемлектәренең 100-гә яҡын төрө өйрәнелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградаһы

Хеҙмәттәре

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙерге Дыуан районы.
  2. 1 2 Кучеров, Е.В. Страницы жизни ученого-биолога и эколога / Е.В. Кучеров ; Уфимский науч. центр РАН, Акад. наук. Респ. Башкортостан, Отд-ние биол. наук. – Уфа : Гилем, 2000. – 193 с. ил.

Һылтанмалар