Нөгөш һыуһаҡлағысы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Нөгөш һыуһаҡлағысы
Файл:Нугушское водохранилище (Башкирия).jpg
Морфометрия
Үлсәмеуртаса —10 км, иң тәрән урыны — 25 км × уртаса киңлеге 1 км (иң киң урыны 5 км) км
Майҙаны2827 кв.м. км²
Күләме400 млн куб.м км³
Иң тәрән урыны28 м м
Уртаса тәрәнлеге16 м м
Бассейны
Площадь бассейна25 кв.км км²
Расположение
53°05′12″ с. ш. 56°28′14″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Код в ГВР: 10010200321499000000020 и 10010200321499000000010
Регистрационный номер в ГКГН: 0668396
Рәсәй
Точка
Нөгөш һыуһаҡлағысы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Нөгөш һыуһаҡлағысы
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа


Нөгөш һыуһаҡлағысы — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Нөгөш йылғаһындағы һыуһаҡлағыс (Ағиҙел йылғаһы бассейны).

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нөгөш һыуһаҡлағысы һәм ундағы Нөгөш ГЭС-һы 1967 йылда төҙөлгән. Төҙөлөш барышында плотина эргәһендә Нөгөш ҡасабаһы барлыҡҡа килә. Һыуһаҡлағыстың көньяҡ ярында Һәргәй ауылы урынлашҡан

Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы Мәләүез районы Нөгөш ауылы эргәһендә йылға тамағынан 48 км алыҫлыҡта Башҡортостан милли паркы биләмәһендә урынлашҡан.

Һыуһаҡлағыстың ярҙары текә, урмандар менән ҡапланған. Ял һәм туризм урыны булып тора. Ярҙарын йәйге лагерҙар, санаторийҙар, турбазалар биләй.

Бында балыҡтарҙан алабуға, суртан, ҡыҙыл балыҡ, бәрҙе, шамбы, ағарсаҡ, ажау, ҡорман, йәйен, опто, һыла һ.б. тереклек итә.

Гидроузел ағыҙғысында йылғаның:

  • һыу йыйыу майҙаны 2827 м². (йылға бассейнының 74 проценты),
  • уртаса тәрәнлеге 16 м (иң тәрән урыны 28 м)*уртаса йыллыҡ ағым күләме 1041 млн м³,
  • һыуһаҡлағыстың тулы күләме 400 млн м³,
  • файҙалы күләме 356 млн м³,
  • һыу өҫтө майҙаны 25 км²;
  • уртаса оҙонлоғо 10 км (иң оҙон урыны 25 км),
  • уртаса киңлеге 1 км (иң киң урыны 5 км) тәшкил итә.

Гидроузел составы:

  • тупраҡтан өйөп һалынған плотина — оҙонлоғо 218 м,
  • өҫкө һырты буйынса киңлеге −7 м, макс. бейеклеге −31 м);
  • Дүрт тармаҡтан торған һәм ташҡын ағыҙғысы (оҙонлоғо 1311,0 м, киңлеге 75,5 м) булған һыу ебәргес ҡоролмаһы;
  • плотина эргәһендә гидроэлектростанция булған һыу төбөндәге һыу сығарғыс;
  • 750 м оҙонлоҡтағы, 18 м киңлектәге һыу ағыҙыу каналы. Һыуы сөсө.
  • Нөгөш ГЭС-һы йылына уртаса 30-32 млн кВт сәғәт электроэнергия етештерә.

Тәғәйенләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ағымды миҙгелле көйләү, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларын һыу менән тәьмин итеү, электр энергияһы эшләп сығарыу. Шулай уҡ рекреация өсөн файҙаланыла. 1967 йылда төҙөлгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нөгөш һыуһаҡлағысы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.