Опто (балыҡ)
Опто (лат. Leuciscus idus, рус. Язь) — карптар ғаиләһендәге балыҡ, тышҡы күренеше менән сабаҡҡа оҡшаш. Оҙонлоғо 90 см- ғаса һәм 6—8 кг ауырлыҡҡаса етергә мөмкин. Уның ҡәҙимге оҙонлоғо 30—50 см, ауырлыға 1 кг. Ул 15- тән 20 йылғаса йәшәй. Сабаҡтан күҙе һары һәм тәңкәләренең вағыраҡ булыуы менән айырыла. Төҫө һоронан алып көмөштәй ялтыр, алтынһыу була. Арҡа яғы ҡорһағына ҡарағанда тоноғораҡ. Йөҙгөстәре алһыу-һарғыҙыл төҫтә. Опто — сөсө һыу балығы, әммә ярым сөсө диңгеҙ ҡултыҡтарында ла осрай. Йылға күлдәрҙең тәрән, аҡмай ятҡан ятыуҙарында мәтеле ләмдәрендә йәшәй. Бөжәктәр, молюскалар, селәүсендәр һәм башҡа ризыҡтар менән дә туҡлана. Ыуылдырыҡ сәсеүе яҙҙың тәүге яртыһына тура килә.
Кулинария
Башҡорттар элек электән оптоно ҡурып, аш бешерен ашағандар.
Һылтанмалар
- Позвоночные животные России: язь 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- Секреты ловли язя
- Язь на rybalka.tv 2009 йылдың 26 август көнөндә архивланған.
- Язь — Leuciscus idus