Абаш мәҙәниәте
Абаш мәҙәниәте — археология ҡомартҡыһы, беҙҙең эраға тиклемге 3 мең йыллыҡтың икенсе яртыһындағы һәм беҙҙең эраға тиклемге 2 мең йыллыҡтың башындағы бронза быуаты мәҙәниәте. Радиоуглерод өлгөләре буйынса беҙҙең эраға тиклем 2140—1740 йылдарға тура килә. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Калуга өлкәһенән Башҡортостандың көньяғына тиклем тура килә. 1925 йыл В.Ф. Смолин тарафынан Сыуаш Республикаһының Абаш ауылы янында табылған ҡәберлек исеме менән аталған.
А. Д. Пряхин моделе буйынса Абаш мәҙәни-тарихи берләшмәһенә дон-волга абаш мәҙәниәте, урта волга абаш мәҙәниәте һәм көньяҡ урал абаш мәҙәниәттре инә. Үрге Волга буйында һәм Волга-Ока йылғалары араһында урынлашҡан абаш һыҙатлы һәйкәлдәр урта волга абаш мәҙәниәтенә, Украина ҡомартҡылары — дон-волга абаш мәҙәниәтенә, Урал аръяғы ҡомартҡылары — көньяҡ урал абаш мәҙәниәтенә ҡарай[1].
Урынлашыуы
Абаш мәҙәниәте археологик объекттары Сыуашстан[2] (Абаш ауылы), Марий Эл, Башҡортостан, Воронеж[3] һәм Липецк өлкәләре биләмәһендә табылған[4].
Иң көнбайыш архелогик ҡомартҡы — абаш ҡурғаны Үрге Ока бассейнында, Калуга өлкәһе Малоярославль районы Огубь ауылы эргәһендәге «Михайлов тауы» ерлегендә асылған. Ҡурғандарҙың ҙур төркөмө Үрге Волга буйында, Переславль-Залесский районында Плещеев күле янында тикшерелгән. 1939 йылда был төркөмдөң 3 ҡурғаны П. Н. Третьяков тарафынан өйрәнелә, уларҙа абаш керамикаһы һәм биҙәүестәре табыла. Абаш ҡәберлектәренең көньяҡ таралыуы хәҙерге Воронеж өлкәһенә тура килә. Шулай уҡ Көньяҡ Уралда абаш мәҙәниәтнә ҡараған торамалар асылған.
1951 йылда К. В. Сальников 1934 йылда уҡ асылған Баланбаш торамаһын тикшерә. 1948—1950 йылдарҙа ул Кесе Ҡыҙыл торамаһын һәм ҡәбер ҡалдыҡтарын өйрәнә. Бында абаш материалдары табыла, уларҙың андронов һәм бура мәҙәниәтене ҡараған әйберҙәр менән оҡшашлыҡтары күҙәтелә. 1951 йылда Ағиҙел йылғаһы бассейнында Баланбаш тибындағы керамикалы, абаш мәҙәниәтенең һуңғы этабына ҡараған бер нисә торама аса (Үнәк, Сәлих, Әхмәр).
Башҡортостанда Абаш мәҙәниәтенә ҡараған яҡынса 60 ҡомартҡы билдәле, улар Ағиҙел, Дим, Ыҡ һәм Әй йылғалары бассейынында тупланған. Баланбаш, Береговка археологик микрорайоны, Һынташтамаҡ ҡурғандары, Төбәк, Йүкәлекүл ҡурғандары, Йомаҡ торамаһы, Ябалаҡлы ҡурғандары һ.б.). Торамалар һыубаҫар урындарҙан өҫтәге киртләстәр майҙанында урынлашҡан.
Шулай итеп, абаш ҡәбиләләре Үрге һәм Урта Волга, Кама йылғалары буйында һәм Көньяҡ Уралда, хәҙерге Сыуашстан, Марий Эл, Татарстан, Башҡортостан республикалары, Пермь крайы, Киров, Ульяновск, Һамар, Липецк һәм Воронеж өлкәләрен үҙ эсенә алған киң территорияны биләгән. Был өлкәләрҙә күп һанлы ҡурған төркөмдәре асыҡланған, ареалдың көнсығыш өлөшөндә, Көньяҡ Уралда, һуңғы абаш торамалары урынлашҡан. Абаш мәҙәниәте ҡомартҡыларының төп төркөмдәре Урта Волга буйында Илети, Цивиля, Свияга йылғалары бассейнында, Каманың түбәнге ағымында тупланған.
Сығышы
Абаш мәҙәниәте килеп сығышы тураһында бер нисә фараз бар. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, абаш мәҙәниәте, фатьянов мәҙәниәте кеүек үк, сығышы буйынса урта днепр мәҙәниәте менән бәйле[5].
О. Н. Бадер раҫлауынса, абаш мәҙәниәте фатьянов ҡомартҡылары менән бәйле була. Һуңынан ул был фекеренән баш тарта, Баланов һәм Абашев мәҙәниәте араһында генетик бәйләнеш булыуы шикле тип иҫәпләй.
О. А. Кривцова-Гракова фекеренсә, абаш мәҙәниәте менән фатьянов мәҙәниәтен һауыттарҙың орнамент формаһы оҡшашлығы, мәйеттәрҙе ергә өҫтө түшәм менән ябылған соҡорҙарында ерләү ысулы бәйләй.
О. В. Кузьмина билдәләүенсә, абаш балталары фатьянов тибындағы балталарҙың артабанғы камилашыуы булып тора[6].
А. П. Смирнов, Н. Ф. Калинин, К. В. Сальников һәм башҡа археологтар абаштарҙың балановсылар менән генеалогик бәйләнешен билдәләй. Е.Е. Кузьмина абаш мәҙәниәтенең шнур керамикаһы мәҙәниәттәренең киң даирәһенә ҡарауы ихтимал тип билдәләй[7].
Оҡшашлыҡтарына ҡарағанда Баланов ҡәбиләләре абаш этномәҙәни берләшмәһенең формалашыу компоненттарының береһе булған. Балановсылар һәм абашевсылар мәҙәниәте ҡомартҡыларының таралыу территорияһының тап килеүе, бер типтағы ҡоралдар һәм биҙәүестәр (бөгөлгән ҡулса башлы баҡыр һөңгөләр, баҡырҙан сикә ҡулсалары, бронза таҫмалар, тар йөҙлә балталар һ. б.), орнамент оҡшашлығы (биҙәктәрҙең һыҙыҡтар менән бүленгән зоналар менән урынлашыуы, орнаменттың дөйөм элементтары ромб, өсмөйөш, зигзаг, тура мөйөш, һауыт сите буйлап вертикаль төшөүсе һыҙаттар һ. б.); ерләү йолаһының оҡшашлығы (тупраҡ соҡорҙарында бөгөлгән килеш ерләү), малсылыҡ һәм игенселек хужалығының артабанғы үҫеше һ.б. — был оҡшашлыҡтар барыһы ла абаштарҙың балановсылар менән генетик бәйләнешен ышаныслы иҫбатлай.
П. П. Ефименко һәм П. Н. Третьяков абаш мәҙәниәте сығанаҡтарын урта днепр буйы менән бәйләй, унда беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡ башында соҡорсоҡ, шахмат һәм метопик биҙәк менән биҙәлгән ҡабырсаҡ ҡушылмаһынан яһалған формалары ҡыңғырау һымаҡ, тигеҙ ситле һәм цилиндр һымаҡ һауыттар табылған. Н.Я. Мерперт абаш мәҙәниәтенең урта днепр мәҙәниәте менән генетик бәйләнеше булыуын инҡар итә, уларҙың икеһендә лә днепр буйы энеолит массивына барып тоташыусы дөйөм нигеҙ барлығын фаразлай. Г. Веконь абаштарҙың килеп сығышын урта стог мәҙәниәте менән бәйләй[8].
Абаштарҙы һинд-европа ғаиләһенең һинд-иран тармағына индерәләр[9].
Керамика һәм металлургия
- Керамикаһы
Балсыҡ һауыт-һаба ҡыңғырау формаһында, осло ҡабырғалы банка формаһында. Орнамент ҡатмарлы, йыш ҡына геометрик, һауыттың өҫкө өлөшөнә төрлө һыҙыҡтар һәм зигзагтар, ҡыуышлыҡтар, өсмөйөштәр, ромбтар рәүешендә сей балсыҡ өҫтөнә нәҙек ҡырлы штамп менән төшөрөлгән. Балсыҡ ҡатнашмаһына ҡабырсаҡ ҡушылмаһы хас[10].
Андронов мәҙәниәте менән бәйләнеше
Йәшәү рәүеше буйынса абаш һәм андронов мәҙәниәте яҡын булыуы күҙәтелә[11][12][13][14][15][16][17][18]. Көньяҡ Урал абаштары көнсығыштағы күршеләре андроновсылар менән тығыҙ бәйләнештә булған[11][12][13][14][15][16][17][18]. Абаштар балсыҡ һауыттарҙы биҙәү өсөн андронов ҡәбиләләренең ҡайһы бер өлгөләрен үҙләштергән. Бындай һауыттар Мәтәүтамаҡ ҡәберлегендә табылған. Шул уҡ ваҡытта абаш мәҙәниәтенә хас ҡайһы бер һыҙаттар андроновсыларға күскән. Андронов ҡомартҡыларында абашев металл биҙәүестәрен табыуҙың күп һанлы осраҡтары ап ошо бәйләнештәр менән аңлатыла.
Ерләү йолаһы
Археологик мәҙәниәттең билдәләүсе билдәләренең береһе булған ерләү йолаһы абаштарҙа бик тотороҡло. Һөйәктәре, ҡағиҙә булараҡ, аяҡтары бөгөлгән килеш арҡала ята. Ерләү ваҡытында аяҡтары күкрәккә тартылған һәм тубыҡтары менән өҫкә ҡаратып һалынған. Ҡулдары терһәктәренән бөгөлгән, күкрәккә һәм янбаш һөйәктәренә ятҡан, ә ҡайһы берҙә яурындарына һалынған, һирәк осраҡта тән буйлап һуҙылған. Һул йәки уң яҡ ҡабырғаға боролған (Абаш, Васюковский ҡәберлеге), шулай уҡ арҡала һуҙып һалынған (Абаш, Катергино) һөлдәләр осрай. Күпселек осраҡта мәйеттәр баштары менән көньяҡ-көнсығышҡа һәм көнсығышҡа, айырым осраҡтарҙа төньяҡ — көнсығышҡа һәм төньяҡ-көнбайышҡа йүнәлтелгән, көньяҡҡа ҡаратып һалынғандары бик һирәк осрай.
Ҡәбер соҡорҙары ғәҙәттә уртаса 1,5×0,8 м ҙурлыҡта тура мөйөшлө формала, 2х1,5 м ҙурлыҡтағы ҡәберҙәр һирәк осрай. Соҡорҙарҙың тәрәнлеге 0,35-тән 0,9 м тиклем тирбәлә. Ҡәбер төбөнә ҡайын туҙы түшәлгән, ҡайһы берҙә ҡом йәки эзбиз ҡатламы менән ҡаплаған. Ҡәбер соҡорҙарының ҡабырғаларын ағас менән көпләгәндәр һәм балсыҡ менән һылағандар (Катергино). Ҡайһы бер осраҡтарҙа 1,75×0,75 м ҙурлыҡтағы овал формалағы ҡәбер соҡоронда тура мөйөшлө ағас камера (Тебикасы) эшләнгән.
Ҡәбер соҡорҙары эсендә күмер һәм көл осрай, ҡурған өйөмө аҫтында усаҡ ҡалдыҡтары күҙәтелә. Ҡәберҙәр эргәһендә яндырылған усаҡтарҙан ерләү йолаһын башҡарыу өсөн күмер алынған. Ут икенсе донъяға күскәндә мәрхүмде таҙартыу символы булып хеҙмәт итә. Ҡәберҙәрҙе ағас менән ҡаплайҙар, һуңынан ҡәберҙәр өҫтөнә дөйөм ҡурған һалына. Бер ҡурған аҫтында бер-ике ҡәбер булыуы ихтимал, һирәк осраҡта коллектив ҡәберлек ҡурғаны яһалған. Ҡурғандарҙың бейеклеге ғәҙәттә 0,8-1,2 м тәшкил итә. Волганың уң ярында ҡәберлектәрҙә бер нисә тиҫтә ҡурған (Таушкасы, пикшики), Тохмеев ҡәберлегендә 50 ҡурған иҫәпләнә.
Кондрашкин ҡурғаны (Воронеж өлкәһе), Селезни-2 (Тамбов өлкәһе) аристократик (элит) ҡәберлектәрен айырып күрһәтергә мөмкин[19][20].
Абаш мәҙәниәтен өйрәнеүселәр
- А. Д. Пряхин
- К. В. Сальников
- В. С. Горбунов
- Ю. А. Морозов
- О. Н. Бадер
- О. А. Кривцова-Гракова
- О. В. Кузьмина
- А. П. Смирнов
- Н. Ф. Калинин
- П. П. Ефименко
- П. Н. Третьяков
- Н.Я. Мерперт
- Г. Веконь
Иҫкәрмәләр
- ↑ Большов С. В. История полевых исследований абашевской культуры в Среднем Поволжье // Вестник Чувашского университета, 2011. С. 3—8
- ↑ Абашевская культура // БРЭ. Т.1. М.,2005.
- ↑ Что таит в себе земля Воронежская 2009 йылдың 11 май көнөндә архивланған.
- ↑ Состояние и проблемы сохранения культурного наследия Липецкого края в преддверии Международного Дня охраны памятников и достопримечательных мест. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июнь 2009. Архивировано 3 июль 2013 года.
- ↑ Евразийская степная металлургическая провинция // БРЭ. Т.9. М.,2007.
- ↑ Кузьмина О. В. К вопросу о происхождении бронзовых топоров абашевского типа. // Абашевская культурно-историческая общность: истоки, развитие, наследие (Материалы международной научной конференции) — Чебоксары, 2003 г.
- ↑ Кузьмина Е. Е. Абашево, Синташта и происхождение индоиранцев. // Абашевская культурно-историческая общность: истоки, развитие, наследие (Материалы международной научной конференции) — Чебоксары, 2003 г.
- ↑ Фодор И. Абашевская культура в финской и венгерской историографии. // Абашевская культурно-историческая общность: истоки, развитие, наследие (Материалы международной научной конференции) — Чебоксары. 2003 г.
- ↑ Шинаков Е. А., Гурьянов В. Н., Чубур А. А. Погребальный обряд в Среднем Подесенье как источник для исторической реконструкции, 2011
- ↑ Подкурганные захоронения племён доно-волжской абашевской культуры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2008. Архивировано 2 июль 2007 года.
- ↑ 1 2 Кузьмина Е. Е. Древнейшие скотоводы от Урала до Тянь-Шаня. — Фрунзе, 1986. — 134 с.
- ↑ 1 2 Кузьмина Е. Е. Арии — путь на юг. — М.: Летний сад, 2008. — 560 с.: илл.
- ↑ 1 2 Кузьмина, Е. Е. Откуда пришли индоарии? : материальная культура племён андроновской общности и происхождение индоиранцев / Рос. акад. наук ; М-во культуры РФ, Рос. институт культурологии. — М. : Наука, Вост. лит., 1994. — 464 с. : ил., карт. — Библиогр.: с. 281—359. — Рез. англ.
- ↑ 1 2 Кузьмина, Е. Е. Происхождение индоиранцев в свете новейших археологических открытий / Е. Е. Кузьмина, К. Ф. Смирнов ; АН СССР, Ин-т археологии; ред. Н. Я. Мерперт. — М. : Наука, 1977. — 83 с.
- ↑ 1 2 Кузьмина, Е. Е. Классификация и периодизация памятников андроновской культуры. — Актобе, 2008.
- ↑ 1 2 Кузьмина, Е. Е. В стране Кавата и Афрасиаба / ред. К. Ф. Смирнов. — М. : Наука, 1977. — 144 с. — (Из истории мировой культуры).
- ↑ 1 2 Бонгард-Левин Г. М., Грантовский Э. А. От Скифии до Индии. Древние арии: мифы и история.— М.: Мысль, 1974. — 206 с.
- ↑ 1 2 Кузьмина О. В. Соотношение абашевской и покровской культур // Конвергенция и дивергенция в развитии культур эпохи энеолита-бронзы Средней и Восточной Европы. — СПб, 1995. — Ч. 2. — С. 27-51
- ↑ Б.В.Каховский, В.Ф.Каховский. Абашевская культура. Чебоксарский район Чувашской Республики.
- ↑ Вячеслав Румянцев. Абашевская культура (Васильев, Матвеева, 1986). Историческая география.
Һылтанмалар
- Монография об абашевской культуре
- Список публикаций по абашевской культуре
- Maria Mednikova, Irina Saprykina, Sergey Kichanov, Denis Kozlenko. The Reconstruction of a Bronze Battle Axe and Comparison of Inflicted Damage Injuries Using Neutron Tomography, Manufacturing Modeling, and X-ray Microtomography Data, 8 June 2020