Ананьин мәҙәниәте
Ананьин мәҙәниәте (берләшмәһе) (рус. Ананьинская культура) — беҙҙең эраға тиклем IХ—III быуаттар аҙағындағы археологик мәҙәниәт (мәҙәни-тарихи берлек), Урта Волга буйы биләмәһендә (Ветлуга йылғаһынан Ульяновскиға тиклем) һәм Кама йылғаһы бассейнында таралған.
1858 йылда Алабуға янындағы Ананьин ауылы (Татарстан) янында П. В. Алабин һәм И. В. Шишкин асҡан ҡәберлек исеме менән аталған.
Волга-Кама буйында һәм төньяҡ райондарҙа мәҙәни ҡомартҡылар Печора йылғаһы бассейнында Поляр түңәрәгенә тиклем урынлашҡан Волга һәм Түбәнге Кама буйҙарында ананьин мәҙәниәте эҙҙәре — беҙҙең эраға тиклем VI быуатта, ҡалған райондарҙа беҙҙең эраға тиклем II—III быуатта юғала.
Нығытылмаған торамалар, ҡаласыҡтар һәм ҡәберлектәр билдәле. Уларҙа төҙөлгән бүрәнә йорттар (10×5 йәки 12×4) ҡалдыҡтары табылған. Бынан тыш, Конецгор торамаһында секцияларға бүленгән оҙон йорттар табылған, уларҙың усаҡ урындары ла булған.
Пермь тирәһендәге Болғар ауылы янында урынлашҡан IX Болғар торағының һәм Протас синхрон ҡәберлегенең матди мәҙәниәте беҙҙең эраға тиклем II—III быуаттарға, Пермь Камаһы буйындағы ананьин мәҙәниәтенән гляденов мәҙәниәтенә күсеү осорона ҡарай[1]
Иҡтисады
Халыҡ башлыса малсылыҡ, шулай уҡ һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм еләк-емеш йыйыу менән шөғөлләнгән. Игенселек менән шөғөлләнеү әле лә шик аҫтына ҡуйыла, әлеге ваҡытта был йүнәлештә тикшеренеүҙәр алып барыла. Ҡара һәм төҫлө металлургия, бронза ҡойоу һәм тимерселек эше ҙур үҫеш ала, туҡыу, иләү, һөйәк һәм тире эшкәртеү, һауыт-һаба эшләү менән шөғөлләнәләр. Был дәүергә соҡорло тешле һәм бау һыры орнаменты менән биҙәлгән түңәрәк төплө керамика хас. Тораҡ пункттарҙа һөйәктән эшләнгән күп әйберҙәр табыла, улар башлыса һунар менән бәйле (төрлө формалағы уҡ башаҡтары, гарпундар, кәтмән баштары).
Ананьин мәҙәниәтенең иртә осоронда бронза ла, тимер ҙә эш ҡоралдары һәм хәрби ҡоралдар ҡулланыла. Шулай уҡ саҡматаш уҡ башаҡтары һәм ҡырғыс-һоҫҡолар билдәле. Ананьин мәҙәниәтенә Кавказ мәҙәниәте (колхида-кобан), скиф һәм Евразия далалары күскенселәренең көнсығыш мәҙәниәте ҙур йоғонто яһай. Ананьиндарҙың Кавказ мәҙәниәте вәкилдәре менән бәйләнеше (уларҙан күп кенә әйберҙәр алалар) айырыуса ныҡлы була. Тимер эшкәртеүҙең технологик алымдары тап кавказ традицияларына барып тоташа.
Ҡәберлектәре
Археологик ерләү ҡомартҡылары ҡурғанһыҙ ҡәберлектәрҙән тора, улар ҡайһы берҙә бик ҙур (Оло Ахмыл ҡәберлегендә 1100-ҙән ашыу ҡәбер бар). Уларҙың иң боронғоларында (мәҫәлән, I мордва ҡәберлеге) ҡәберҙәрҙән ситтә ҡорал һүрәтләнгән таш стелалар төркөмө урынлаша. Б.э. тиклем VI—V быуаттарҙа уларҙы ҡайһы берҙә ҡорал менән йәки ҡоралһыҙ ир-егеттәр һүрәте төшөрөлгән ҡәберҙәрҙәге стелалар алмаштыра.
Ҡәбер-соҡорҙарҙа ингумация йолаһы өҫтөнлөк итә, улар өҫтөндә ағас бура-өйҙәр ултыртыла. Мәрхүмде башлыса яңғыҙ ерләйҙәр, әммә парлы һәм коллектив булғандары бар, өлөшләтә һәм айырым (баш һөйәктәрен ерләү) ерләүҙәр осрай. Ҡайһы бер осраҡтарҙа кәүҙә янына ит ризығы (ирҙәргә — йылҡы ите, ҡатын-ҡыҙҙарға — һыйыр ите) һәм төрлө әйберҙәр, шул иҫәптән балсыҡ һауыттар, һалына. Ирҙәр ерләнгән урындарҙа ғәҙәттә хәрби һәм эш ҡоралдары (һөңгө, кельт балта, ҡылыс, хәнйәр, уҡ башаҡтары, клевец) һәм биҙәүестәр табыла. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡәберҙәрендә биҙәүестәр (беләҙектәр, муйын ҡоршауҙары, башҡа кейелгән күн тажға тегелгән тәңкәләр һәм эсе ҡыуыш көпшә йыйылмалары) осрай.
Килеп сығышы
Ананьин мәҙәниәтенең барлыҡҡа килеүе тураһындағы һорауға бөгөнгә тиклем аныҡ яуап юҡ. 1960 йылдарҙа, нигеҙҙә, урындағы, һуңғы бронза һәм сит, Көнбайыш Себер компоненттарының нисбәте тураһында бәхәс алып барыла. А. Х. Халиҡов ананьин мәҙәниәтенең приказан мәҙәниәтенең һуңғы этабынан барлыҡҡа килеүен күҙаллай, әммә О. Н. Бадер һәм В. П. Денисов бының менән ризалашмай. Ананьин мәҙәниәтен формалаштырыуҙа Урал аръяғы ҡәбиләләренең хәл иткес роле тураһындағы ҡарашты В. Ф. Генинг яҡлай[2]. Һуңыраҡ ананьин мәҙәниәте варианттарын формалаштырыу нигеҙе сифатында шулай уҡ лебяжье (аҡҡош) һәм быргында мәҙәниәттәре ҡомартҡылары килтерелә башлай.
Антропологик тибы
Ананьиндар араһында тәпәш буйлы һәм яҫы йөҙлө асыҡ монголоид билдәләре булған[3], шулай уҡ Европа тибы вәкилдәре лә табыла. Луговой, Ананьин һәм Котловка ҡәберлектәрендә монголоид тибындағы баш һөйәктәренең булыуы беҙҙең эраға тиклем VII—VI быуаттар сигендә Урта Волга буйы биләмәһендә Төньяҡ һәм Үҙәк Урал алды ерҙәренән яңы халыҡтарҙың килеүенә бәйле[4].
Теле
Ананьиндар үҙҙәренән һуң бер ниндәй ҙә яҙма ҡомартҡылар ҡалдырмай, уларҙың теле тураһында бер нимә лә билдәле түгел. Ҡайһы бер ғалимдар фаразы буйынса, ананьиндар фин-уғыр тел төркөмөнә ҡараған. Уларҙы тиссагеттарға йәки аргиппейҙарға тиңләштергән фараз бар, был турала боронғо грек тарихсыһы Геродот телгә ала, ул уларҙы скифтарҙан һәм сарматтарҙан төньяҡ-көнсығыштараҡ урынлаша тип билдәләй (һуңғы фараз дөрөҫ булыуы ихтимал, сөнки Геродот аргиппейҙарҙы тышҡы ҡиәфәте буйынса монголоидтарға индерә, ә тиссагеттарҙың йөҙө-һыны тураһында бер нимә лә яҙмай, күрәһең, улар тирә-яҡтағы Европа тибындағы ҡәбиләләрҙән әллә ни айырылмай). Фаразлауҙар буйынса, ананьин берләшмәһенең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә — пермяндар (коми һәм удмурттарҙың ата-бабалары), көнбайышында Волга финдары (мариҙарҙың ата-бабалары) формалашҡан, әммә әлеге ваҡытта был фаразды раҫлай алырлыҡ генетик тикшеренеүҙәр юҡ.
Башҡортостанда
Башҡортостанда Ананьин мәҙәниәтенә ҡараған 50-гә яҡын ҡомартҡы бар, улар Ағиҙел, Кама, Ҡариҙел йылғалары бассейнында тупланған (Яңы Ҡабан, Кәкрекүл, Юлдаш, Әнәс, Торатау, Трикол, Яңы Бейектау, Бөрө ҡаласыҡтары, Ташйылға археологик комплексы һ.б.).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Васильева А. В., Коренюк С. Н., Перескоков М. Л.. Болгарское IX селище — памятник финала ананьинской культуры в окрестностях г. Перми. cyberleninka.ru (2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2026.
- ↑ Учёные записки ПГУ, № 148. Пермь, 1967.
- ↑ Люди эпохи раннего металла. web.archive.org. kunstkamera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2026.
- ↑ Ананьинская культура. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2026.
Әҙәбиәт
- Археология Южного Урала. Стерлитамак, 1993.
- Ашихмина Л. И. Генезис ананьинской культуры в Среднем Прикамье / Сер. препр. «Науч. докл.» : АН СССР, Коми фил. (К VI Междунар. конгр. финно-угроведов) — Сыктывкар: Коми фил. АН СССР, 1985. — 26 с.
- Голдина Р. Д. Древняя и средневековая история удмуртского народа. Ижевск, 1999.
- Збруева А. В. История населения Прикамья в ананьинскую эпоху / МИА. № 30. М.: Изд-во АН СССР, 1952.
- Иванов В. А. Вооружение и военное дело финно-угров Приуралья в эпоху раннего железа (I тыс. до н. э.-первая половина I тыс. н. э.). М. : Наука, 1984. — 88 с.
- Кузьминых С. В. Металлургия Волго-Камья в раннем железном веке: Медь и бронза. — М.: Наука, 1983. — 257 с.
- Марков В. Н. Ананьинская проблема (некоторые итоги и задачи её решения) // Памятники древней истории Волго-Камья. Казань, 1994.
- Марков В. Н. Нижнее Прикамье в ананьинскую эпоху (Об этнукультурных компонентах ананьинской общности) / Археология евразийских степей. Вып.4. Казань: ИИ АН РТ, 2007. — 136 с.
- Халиков А. Х. Волго-Камье в начале эпохи раннего железа. М., 1977.
- Чижевский А. А. Погребальные памятники населения Волго-Камья в финале бронзового — раннем железном веках: Предананьинская и ананьинская культурно-исторические области / Археология евразийских степей. Вып. 5. Казань: РИЦ «Школа», 2008. — 172 с.