Беләҙек
Беләҙек (рус. Браслет) — ҡатын‑ҡыҙҙың беләктә йөрөтөлгән ҡулса рәүешендәге традицион биҙәүесе. Башҡорттарҙа һыңар һәм ҡуш беләҙек булған. Остары тоташмаған түңәрәкләтеп яһалған яҫы беләҙек киң таралған.
Көнсығышта, башлыса ҡатын-ҡыҙҙар араһында, сылбыр йәки ҡаптырма рәүешендәге ҡулланылған биҙәүес. Көнсығыш илдәрендә беләҙектәр — ҡатын-ҡыҙҙың яратҡан аксессуарҙарының береһе, хәҙерге ваҡытта ла көнсығыш хакимдары уларҙы йыш йөрөтә, ә һинд ҡатын-ҡыҙҙары уларҙы сисмәй тиерлек.[1]
Тарихы
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары борондан бигерәк тә ҡул биҙәүестәре — беләҙектәр, ҡулсалар ярата. 1950-60-се йылдарға тиклем Башҡортостан төбәктәрендә көмөш тәңкәләрҙән беләҙек оҫталары булған. Табылған боронғо биҙәүестәр араһында Ҡазан, Ҡаҙағстан һәм Урта Азиянан Көньяҡ Уралға килгән ҡулсалар һәм беләҙектәр ҙә күп. Башҡорт, татар һәм ҡайһы бер көнсығыш халыҡтарының биҙәүестәре оҡшашлығы шуның менән аңлатыла. Археологик ҡомартҡыларҙа мең ярым йыл элекке көмөш йәки көмөш менән биҙәлгән пластинкалы һәм ишелгән беләҙектәр табылған. Бындай биҙәүестәр Азиянан Көнсығыш Европаға күсмә халыҡтар төркөмдәренең күсенеү һөҙөмтәһендә тарала башлаған, тип күҙаллана.[2]
Алтын Урҙа дәүерендә беләҙек биҙәлешендә ҡаймалау, ҡаралтылған алтын йәки көмөш йүгертеү, уйымлау, сүкеү, баҫма ысулдары менән яһалған сәскә, үҫемлек һәм ғәрәп яҙмалары ҡулланыла. Остарында арыҫлан, йылан башы төшөрөлгән беләҙектәр киң тарала.
XIX быуат аҙағы — XX быуат башында башҡорт, татар һәм Урта Азия өлгөләренә эйәреп, рус зәркәндәре лә күпләп беләҙек етештереү эшен үҙләштерә.[3]
Фарсы һарайында беләҙек йөрөтөү йолаһы дөйөм булған, фарсы шаһы ғәҙәттә уң һәм һул ҡулдында ғәйәт ҡиммәтле аҫыл таштар менән биҙәлгән ике беләҙек йөрөткән. Уң ҡулында «Ай тажы» тип йөрөтөлгән беләҙеккә 146 карат ауырлыҡтағы бер бриллиант ҡуйылған; һул ҡулында йөрөткән «Яҡтылыҡ диңгеҙе» беләҙеге бик ҡиммәтле алмас менән биҙәлгән булған.[1]
Биҙәүес төрҙәре, эшләнеү ысулдары
Башҡортостандың төньяғында шулай уҡ бер-береһенә тоташтырылған өлөштәрҙән торған ҡушма беләҙек, көньяғында тәңкә суҡлы (сыңлап торған) ишмә беләҙек таҡҡандар. Башлыса көмөштән, һирәгерәк баҡырҙан яһалған. Ғәҙәттә, беләҙектәр сәскә, үҫемлек, йәнлек,геометрик фигуралар һүрәттәре, Ҡорьән аяттарынан алынған семәрле ғәрәп яҙыуы, доғалар менән нағышлана, ҡайһы ваҡыт уларға эйәһенең исеме яҙыла. Биҙәге, ситтәре һәм ерлеге гравёрлау, сүкеү, ҡарайтыу, һүрәт баҫыу алымдарын төрлөсә ҡатнаштырып эшләнә. Ҡушма һәм ҡайһы бер яҫы беләҙеккә аҡыҡтан, фирүзәнән, төрлө төҫтәге ҡырлы быяланан ҡаштар ҡуйылған. Эрерәк аҫылташтар (топаз, аквамарин һ.б) беләҙек буйлап теҙелә, улар, ғәҙәттә, вағыраҡ аҫылташтар (фирүзә, ҡыҙыл яҡут) менән ҡаймалана. Киң беләҙектәрҙә биҙәктәр уртанан — киң, ситтәренән тар ҡайма булып һуҙыла. Тар беләҙектәрҙә иһә биҙәк уртанан ғына теҙелә. Беләҙекте бер ҡулда йәки ике ҡулда йөрөткәндәр, сынйырлап тоташтырылған балдаҡлы беләҙекте һирәгерәк таҡҡандар.[4]
Тылсымы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бындай комплекттар һәм сыңлап торған көмөш беләҙек бетеү тип ҡаралған (улар ҡара көстәрҙән ҡурсалай тип иҫәпләнгән). Беләҙек — башҡа төрки халыҡтарҙың да яратҡан биҙәүсе.
Биҙәүестәр яһағанда көмөш һәм мәрйендәргә өҫтөнлөк бирелгән. Шулай уҡ аҡыҡ, фирүзә, перламутр (мәрүәт, сәдәф), диңгеҙ ҡабырсаҡтары, алтын һәм һоро гәрәбә, сәйлән, ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр төҫтәге шымартылған быяла ҡулланылған. Был материалдар, биҙәүес булыуҙарынан тыш, тылсымлы көскә эйә тип иҫәпләнгән. Көмөш, фирүзә, аҡыҡ, мәрйендәр, перламутр (мәрүәт), гәрәбәне мосолмандар электән бетеү (талисман) итеп ҡулланған. Улар һаҡлау һәм көсәйтеү тылсымына эйә булып, тоҡомдоң үрсеүенә ярҙам итә тигәндәр. Бындай ырым тамырҙары боронғо Көнсығыш биҙәүестәр идеологияларында күренә. Ҡыҙыл һәм йәшел ҡырлы быяла, бәлки, Көнсығышта киң таралған яҡут, зөбәржәт таштарын алыштырғандыр.[5]
Йырҙарҙа
Башҡорт халыҡ йыры «Ирәндектә» лә көмөш биҙәүестәр кейгән башҡорт ҡыҙ тураһында йырлана:
Һай!.. Иртәнсәккәй тороп, бер ҡараһам,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек…
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Запястья . БЭАН. Дата обращения: 16 февраль 2024.
- ↑ С. Н. Шитова, 131-се б.
- ↑ С. Н. Шитова, 131-132-се б.б.
- ↑ С. Н. Шитова, 131-133-се б.б.
- ↑ С. Н. Шитова, 102-се б.
Әҙәбиәт
- С. Н. Шитова. Башкирская народная одежда. — Уфа: Китап, 1995. — 237 с. — ISBN 5-295-01204-2.
Һылтанмалар
- /БЭАН. Запястья/Шаушаҡ йәки беләҙек
- Беләҙек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2024)